Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар”
Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар”Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәктәге әүҙем ҡартлыҡтың иң яҡшы өлгөләре хаҡында һөйләне.
Өфөлә уҙғарылған “Граждандар баш­лан­ғысы” милли премияһының төбәк этабы лауреаттарын һәм номинанттарын бүләкләү тантанаһы, илдә граждандар йәмғиәтен үҫтереү йәһәтенән алдынғыларҙың береһе булараҡ, республикабыҙҙың әһәмиәтен раҫланы. Йәмғеһе 120 граждан һәм социаль әһәмиәтле башланғыс төбәк этабына һайлап алыу конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Һөҙөм­тәлә республика егерме ике төбәк араһында тәүге өсәү иҫәбенә инде. Апрелдә баш ҡала­быҙҙа үткән “Берләшмә” форумы йомғаҡтары буйынса төбәктәге әүҙем ҡартлыҡ өлкәһендәге белем биреү практикалары хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ошо теманың дауамы булараҡ, Ленара Иванова Башҡор­тостанда был йәһәттән тағы ла ниндәй саралар күрелеүе тураһында белдерҙе. Баҡтиһәң, был өлкәлә дәүләт программалары нигеҙендә тотош башланғыстар комплексы ғәмәлгә ашырыла икән.
Министр әйтеүенсә, бөгөнгө өлкән быуын – дәүләтебеҙҙең әүҙем, аҡыллы, көр күңелле һәм талапсан граждандары. Уларҙың сафы даими тулыланғанға күрә, 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән Рәсәй Федерацияһында өлкән быуын граждандары мәнфәғәтендәге ғәмәлдәр стратегияһы эшләнде һәм раҫланды. Уның төп маҡсаты – ололарҙың ғүмер оҙайлылығын арттырыу, йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреү. Башҡортостан Республикаһында ошо стратегияны ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән 2016 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән саралар планы төҙөлдө.
Республикала өлкән быуынға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән башланғыстар иҫәбен­дә министр түбәндәгеләрҙе билдәләне:
lсоциаль туризмды үҫтереү (республика программаһына ярашлы);
lурындағы үҙидара органдарының саралар комплексы: күмәк мәҙәни саралар, экскурсиялар, туҡыу сәнәғәтен, ғәрәп телен өйрәнеү, хорҙа йырлау кеүек йүнәлештәр буйынса өҫтәмә белем биреү;
lреспубликала социаль хеҙмәтләндереүҙең инновациялы алымы – өлкән йәштәге граждандарҙы тәрбиәгә алыусы ғаилә институтын үҫтереү;
lстационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында ҡул эше (тегеү, сигеү, көршәк яһау, һүрәт төшөрөү), художество үҙешмәкәрлек, уйын спорты төрҙәре, скандинав йөрөшө кеүек шөғөлдәр клубын, шулай уҡ малсылыҡ, баҡсасылыҡ, үҫемлекселек буйынса хеҙмәт терапияһы практикаһын ойоштороу;
lреспублика һәм зона спорт ярыштары, художество үҙешмәкәрлек конкурстары, шаяндар һәм тапҡырҙар клубтары;
lстационар учреждениеларҙа “Изге ихтыяр-I” (эске ирекмәндәр хәрәкәте), “Гармонияға юл”, “Ҡулдарҙан ҡыуанайыҡ”, “Музыкаль калейдоскоп” һәм башҡа программаларҙы тормошҡа ашырыу;
lстационар учреждениелар эшмәкәрлеге нигеҙендә хәстәрлек мәктәптәрен ойоштороу;
lреспубликала мобиль бригадалар, социаль поликлиникалар, социаль ашханалар, социаль такси, техник реабилитация сараларын прокатҡа биреү пункттарының эше;
lтөбәктә гериатрия ярҙамын үҫтереү (Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау менән Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының берлектәге “Хәстәрлек биләмәһе” пилот проекты);
lсоциаль ярҙам саралары буйынса интерәүҙем онлайн-консультант (“Өлкән быуын граждандарының йәшәү сифатын яҡшыртыу өлкәһендәге төбәк программаһы” номинацияһында А.П. Починок исемендәге премияға Бөтә Рәсәй төбәктәрҙе үҫтереүҙең социаль программалары конкурсы лауреаты): проекттың авторы һәм төҙөүселәренең береһе – Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге директоры Николай Калмацкий.
– Тәрбиәгә алған ғаилә моделе оло йәштәге яңғыҙ кешеләргә, даими ярҙамға мохтаж инвалидтарға ғаилә йылыһы бүләк итә, хәстәрлек сығанағы булып тора, социаль яңғыҙлыҡты иҫкәртеү, үҙ-ара ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген бирә, – тине Ленара Иванова, республикала социаль хеҙмәтләндереүҙең инновациялы алымдарының береһенә аңлатма биреп.
Әйткәндәй, социаль хеҙмәтләндереүҙең был алымы 2016 йылда “Башҡортостан Республикаһында өлкән йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн тәрбиәгә алыусы ғаиләләр тураһында”ғы Закон нигеҙендә ғәмәлгә индерелде. Ленара Иванова әйтеүенсә, әле өлкәндәргә рухи ярҙам күрһәтеүгә, уларҙы йәмәғәт тормошона, социаль-мәҙәни эшмәкәрлекккә йәлеп итеүгә, яңы социаль-иҡтисади шарттарға яраҡлаштырыуға ҙур иғтибар бирелә.
“Башҡортостан Республикаһы халҡын социаль яҡлау” дәүләт программаһының “Өлкән быуын” ярҙамсы программаһын тормошҡа ашырыу буйынса бурыстарҙы үтәү маҡсатында республикала 2011 йылдан “Өлкән быуын халыҡ университеты”нда оло йәштәгеләрҙе уҡытыу ойошторолған.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






80 йәштә... шпагатҡа ултыра

80 йәштә... шпагатҡа ултыра 28.09.2018 // Пенсионер

Спорт залында тиҫтерҙәре менән шөғөлләнгән Рита Табишеваға нисә йәш бирер инегеҙ? Юҡ, яңылыштығыҙ,...

Тотош уҡырға 123

Никахтарын оҙайттылар

Никахтарын оҙайттылар 11.09.2018 // Пенсионер

Башҡортостанда 50 йыл бергә йәшәгән пенсионерҙар Мендельсондың туй маршы аҫтында законлы никахтарын...

Тотош уҡырға 127

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй 04.09.2018 // Пенсионер

Саҡмағош районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе бөгөн оло йәштәгеләр ҡарамағында. Аҙнаһына бер...

Тотош уҡырға 126

Илле биш йыл бергә

Илле биш йыл бергә 04.09.2018 // Пенсионер

Трактор урамы – Саҡмағошта тәүгеләрҙең береһе. Бында күберәк хеҙмәт ветерандары йәшәй. 55 йыл бергә...

Тотош уҡырға 146

Хаҡлы ялға ҡасан хаҡлыбыҙ?
Һинең йәрең...

Һинең йәрең... 16.08.2018 // Пенсионер

Суфия инәй менән Наил бабайҙы тәү тапҡыр күргән кеше аптырашта ҡаласаҡ һәм ихлас һоҡланасаҡ: шул...

Тотош уҡырға 226

Ыңғай күренеш – иманым камил

Ыңғай күренеш – иманым камил 15.08.2018 // Пенсионер

Пенсия йәшен күтәреү мәсьәләһен ыңғай күренеш булараҡ ҡабул иттем, сөнки тәҡдим ителгән саралар...

Тотош уҡырға 178

Бәхет урамы бәхетлеләре

Бәхет урамы бәхетлеләре 14.08.2018 // Пенсионер

Мәкәш тип йөрөтәләр минең ауылымды. Тәбиғәттең иң гүзәл, күркәм төбәгендә урынлашҡан ул....

Тотош уҡырға 189

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй”

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй” 31.07.2018 // Пенсионер

Эксперттар пенсия йәшен арттырыуға ҡағылышлы фекерен белдерҙе. Республикала быны аңлап ҡабул...

Тотош уҡырға 192

Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша

Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша 27.07.2018 // Пенсионер

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр ҡабул итте....

Тотош уҡырға 164

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама 18.07.2018 // Йәмғиәт / Пенсионер

“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы Рәсәй Хөкүмәтенә ауыл пенсионерҙары өсөн ташламалар билдәләүҙе тәҡдим...

Тотош уҡырға 341

Күҙлеклеләр тураһында хәҡиҡәт

Күҙлеклеләр тураһында хәҡиҡәт 26.06.2018 // Пенсионер

Халыҡ-ара ғалимдар төркөмө 300 мең кешенең генетик анализы нигеҙендә күрәшлек, күҙлек йәки...

Тотош уҡырға 259