Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет урамы бәхетлеләре
Бәхет урамы бәхетлеләреМәкәш тип йөрөтәләр минең ауылымды. Тәбиғәттең иң гүзәл, күркәм төбәгендә урынлашҡан ул. Емеш-еләкле урмандары ла, иркен ялан-ҡырҙары ла, йәйге селләлә теште сатнатырлыҡ һалҡын, татлы һыулы шишмәһе лә, бейек тауы ла бар. Бына ошо Мәкәштау итәгендә, ауылыбыҙға йәм биреп, Бәхет урамы ҡалҡҡан. Бейек-бейек матур йорттар, иркен йәмле ихаталар, йәшеллек эсендә ултыра ул. Исеме лә ниндәй матур, өмөтлө, нурлы!


Бынан сирек быуат элек Мәкәштау итәгендә кирбестән йорт һалып керә Шакировтар ғаиләһе. Әнүәр ағай урын­дағы хужалыҡта – Жданов исемендәге колхозда – автомеханик, ҡатыны Фәрзә­нә апай Мәкәш мәктәбендә сит телдәр уҡытыусыһы булды. Матур, өлгөлө, татыу ғаиләләрҙең береһе улар, ауылыбыҙ йәме. Быйыл бергә татыу ғүмер кисереүҙәренә ярты быуат. Өс балаға ғүмер бүләк итеп, бөгөн бер-береһенә терәк-таяныс, өмөт-ышаныс, икеһе бер бөтөн ҡәҙерле олатай-өләсәй булып, балаларын ҡаршылап-оҙатып, тормош­тоң ҡәҙерен белеп, һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәйҙәр. Йөҙҙәрендә бәхет нурҙары балҡый. Күңел йылыһын башҡаларға ла өләшеп ғүмер итә улар. Һәр кем менән итәғәтле, әҙәпле үҙҙәре. Матур итеп, тел ҡәҙерен белеп һөйләшәләр, хәлде һорашып торалар. Бөтә яҡлап та өлгө улар ауыл халҡына.
Әнүәр Абдулла улы ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә. Өлкән ағаһы Мәхмүт һуғыш яланында ятып ҡала. Дүрт егет менән ике ҡыҙ үҫкән ғаиләнән бөгөн ул ғына иҫән. Киләһе йыл үҙенең һикһән йәшен билдәләргә йыйына Әнүәр Абдулла улы.
Әрме хеҙмәтен Сахалин, Камчатка, Курил утрауҙарында үтәй. Иптәштәре менән һөйләшеп, кәңәшләшеп, Камчаткала эштә ҡалалар. Ялға ҡайтҡас, ауылда төпләнергә, ситкә китмәҫкә ҡарар итә. Һөҙөмтәлә урындағы хужалыҡҡа эшкә урынлаша. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда автомеханик була. Юғары награда, исемдәр артынан ҡыумай ул. Йөкмәтелгән бурысты намыҫлы үтәй. Яҙғы баҫыу, урып йыйыу эштәре һөҙөмтәләре буйынса почет грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр ала. Өлгөлө хеҙмәте өсөн идара тарафынан Польшаға, Германияға юлламалар менән бүләкләнә. Өлкән инженер хеҙмәтен дә үтәй. Илле йылдан ашыу эш стажы менән сыға хаҡлы ялға. Барыһынан да ҡәнәғәт Әнүәр ағай.
Янында хәләл ефете Фәрзәнә апай­ҙың булыуы ла – оло бәхет. Заманында Мәкәш мәктәбенә физкультура уҡытыу­сыһы итеп ебәрелгән Фәрзәнә Фәрит ҡыҙына сит телдәрҙе уҡытыу ҙа йөкмә­телә. Килен булып төшкән ерен, тыуған яғылай яҡын күреп, яратып ҡабул итә ул. Ун йыл – ҡайныһы Абдулла бабай, ике тиҫтә йылдан ашыу ҡәйнәһе Ғәфифә әбей менән йәшәп, уларҙы хөрмәтләп һуңғы юлға оҙата Шакировтар. Мәкәштау итә­гендә яңы өй һалып, беренселәрҙән булып йорт туйлайҙар. Балаларын кеше итергә тырышып, тейешле белем, тәрбиә биреп үҫтерә Шакировтар. Оло улдары Радик ғаиләһе менән Себер тарафтарында йәшәй. Уның да ике улы бар – Илмир һәм Илнар. Килендәре Алһыу – уҡытыусы, химия, биология фәндәренән белем бирә. Ҡыҙҙары Рә­лиә – юғары белемле иҡтисадсы. Ире Илдус менән Булат исемле улдар, Азалия исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Кинйәләре Айҙар Баш­ҡортостан дәүләт аграр университе­тының төҙөлөш факультетын тамамлап, баш ҡалала инженер вазифаһын башҡара. Ҡатыны Эльвира менән Алмас исемле ул үҫтерәләр.
Бөгөн Шакировтар балаларына бир­гән тәрбиәһенең, түккән көстәренең емеш­тәрен тиреп, уларҙың ярҙамына, хөрмәтенә ҡойоноп йәшәй. Ул-ҡыҙҙа­рының яратҡан эше, ғаиләләре булыуы, ейән-ейәнсәрҙәр менән һөйөндөрөүе оло бәхет ата-әсәгә. Илебеҙгә тыныслыҡ, һәр кемгә ырыҫ-бәрәкәт, балалар шатлығы теләй улар.

Гөлшат САМАТОВА.
Дәүләкән районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






80 йәштә... шпагатҡа ултыра

80 йәштә... шпагатҡа ултыра 28.09.2018 // Пенсионер

Спорт залында тиҫтерҙәре менән шөғөлләнгән Рита Табишеваға нисә йәш бирер инегеҙ? Юҡ, яңылыштығыҙ,...

Тотош уҡырға 129

Никахтарын оҙайттылар

Никахтарын оҙайттылар 11.09.2018 // Пенсионер

Башҡортостанда 50 йыл бергә йәшәгән пенсионерҙар Мендельсондың туй маршы аҫтында законлы никахтарын...

Тотош уҡырға 134

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй 04.09.2018 // Пенсионер

Саҡмағош районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе бөгөн оло йәштәгеләр ҡарамағында. Аҙнаһына бер...

Тотош уҡырға 134

Илле биш йыл бергә

Илле биш йыл бергә 04.09.2018 // Пенсионер

Трактор урамы – Саҡмағошта тәүгеләрҙең береһе. Бында күберәк хеҙмәт ветерандары йәшәй. 55 йыл бергә...

Тотош уҡырға 151

Хаҡлы ялға ҡасан хаҡлыбыҙ?
Һинең йәрең...

Һинең йәрең... 16.08.2018 // Пенсионер

Суфия инәй менән Наил бабайҙы тәү тапҡыр күргән кеше аптырашта ҡаласаҡ һәм ихлас һоҡланасаҡ: шул...

Тотош уҡырға 232

Ыңғай күренеш – иманым камил

Ыңғай күренеш – иманым камил 15.08.2018 // Пенсионер

Пенсия йәшен күтәреү мәсьәләһен ыңғай күренеш булараҡ ҡабул иттем, сөнки тәҡдим ителгән саралар...

Тотош уҡырға 182

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй”

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй” 31.07.2018 // Пенсионер

Эксперттар пенсия йәшен арттырыуға ҡағылышлы фекерен белдерҙе. Республикала быны аңлап ҡабул...

Тотош уҡырға 194

Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар”

Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар” 31.07.2018 // Пенсионер

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәктәге әүҙем...

Тотош уҡырға 211

Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша

Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша 27.07.2018 // Пенсионер

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр ҡабул итте....

Тотош уҡырға 170

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама 18.07.2018 // Йәмғиәт / Пенсионер

“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы Рәсәй Хөкүмәтенә ауыл пенсионерҙары өсөн ташламалар билдәләүҙе тәҡдим...

Тотош уҡырға 345

Күҙлеклеләр тураһында хәҡиҡәт

Күҙлеклеләр тураһында хәҡиҡәт 26.06.2018 // Пенсионер

Халыҡ-ара ғалимдар төркөмө 300 мең кешенең генетик анализы нигеҙендә күрәшлек, күҙлек йәки...

Тотош уҡырға 261