Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Никахтарын оҙайттылар
Башҡортостанда 50 йыл бергә йәшәгән пенсионерҙар Мендельсондың туй маршы аҫтында законлы никахтарын оҙайттылар. Үҙенсәлекле тантана Краснокаманың ЗАГС бүлегендә үтте.

Район ЗАГС бүлеге начальнигы Әлмира Бәхтиева әйтеүенсә, бүлек хеҙмәткәрҙәре юбиляр парҙың балалары тәҡдим иткән башланғысты дәррәү хуплап сыҡ­ты һәм ярты быуат элек булған туй көнөн ҡайтанан тергеҙҙе. Туй маршы оҙатыуында Лена Камай ҡыҙы менән Хәбибйән Ғарип улы Садиҡовтар тантаналар залына үтте. Унда уларҙы туғандары һәм яҡындары ҡаршыланы.

Ярты быуат элек йәштәрҙән никахлашырға риза булыу-булмауы тураһында белешһәләр, әле иһә “Хәләл ефетегеҙгә һөйөүҙе йылдар дауамында һаҡлап ҡал­дығыҙмы?”, “Никахты дауам итер­гә ризаһығыҙмы?”, “Оҙай­тылған яңы никахта тағы ла 50 йыл йә­шәргә һүҙ бирәһегеҙме?” кеүек һо­­рауҙар бирелде. Бәхетле пар һәр береһенә ыңғай яуап бирҙе һәм юбилей никахын теркәү таныҡ­лығына ҡултамғаларын ҡуйҙы.

“Бөгөндән алып киләһе 50 йылға һеҙҙе ир менән ҡатын тип иғлан итәм!” тигән һүҙҙәр яңғы­раны һәм Садиҡовтарға никах теркәү тураһындағы символик таныҡлыҡты тапшырҙылар. Артабан пар туй вальсына төштө. Ярты быуат ғаилә усағын һүн­дермәй һаҡлаған Хәбибйән Ғарип улы менән Лена Камай ҡыҙы был көндә усаҡты ҡайтанан тергеҙҙе. Туғандары уларға иң изге теләк­тәрен еткерҙе.

Юбилярҙар Краснокама райо­нының Баръяҙыбаш ауылында тыуып үҫкән. Сабый саҡтан уҡ етем ҡалған Хәбибйән ағайҙы әсәһенең бер туған апаһы ҡарап үҫтергән. Мәктәптә яҡшы уҡыған малайға тормош ауырлыҡтары артабан белем алырға мөмкинлек бирмәгән. Ул электромонтер һөнәрен үҙләштереп, ғүмер буйы “Южарланнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында эшләгән. Лена Камай ҡыҙы педагогик белем алып, башта Ҡуян мәктәбен­дә, унан тыуған ауылы Баръяҙы­башта 40 йылға яҡын башланғыс кластарҙы уҡытҡан.

Ғаилә күркәм йорт һалған, әлегә тиклем ҙур хужалыҡ алып бара. Өс бала тәрбиәләгәндәр, әле алты ейән-ейәнсәрен үҫте­рергә ярҙам итәләр. Садиҡов­тарҙың ҙур ғаиләһе ата-әсә йортона йыш йыйыла.

Халыҡ никахтарын оҙайтырға теләгән пенсионерҙар тураһын­дағы яңылыҡты йылы ҡабул итте.

– Һоҡланғыс, күркәм ваҡиға! Был хәбәр күңелдәргә йылы­лыҡ өҫтәй, – тип яҙа күптәр социаль селтәрҙә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






80 йәштә... шпагатҡа ултыра

80 йәштә... шпагатҡа ултыра 28.09.2018 // Пенсионер

Спорт залында тиҫтерҙәре менән шөғөлләнгән Рита Табишеваға нисә йәш бирер инегеҙ? Юҡ, яңылыштығыҙ,...

Тотош уҡырға 123

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй

“Ҡарттар” тип әйтергә тел әйләнмәй 04.09.2018 // Пенсионер

Саҡмағош районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе бөгөн оло йәштәгеләр ҡарамағында. Аҙнаһына бер...

Тотош уҡырға 126

Илле биш йыл бергә

Илле биш йыл бергә 04.09.2018 // Пенсионер

Трактор урамы – Саҡмағошта тәүгеләрҙең береһе. Бында күберәк хеҙмәт ветерандары йәшәй. 55 йыл бергә...

Тотош уҡырға 146

Хаҡлы ялға ҡасан хаҡлыбыҙ?
Һинең йәрең...

Һинең йәрең... 16.08.2018 // Пенсионер

Суфия инәй менән Наил бабайҙы тәү тапҡыр күргән кеше аптырашта ҡаласаҡ һәм ихлас һоҡланасаҡ: шул...

Тотош уҡырға 226

Ыңғай күренеш – иманым камил

Ыңғай күренеш – иманым камил 15.08.2018 // Пенсионер

Пенсия йәшен күтәреү мәсьәләһен ыңғай күренеш булараҡ ҡабул иттем, сөнки тәҡдим ителгән саралар...

Тотош уҡырға 178

Бәхет урамы бәхетлеләре

Бәхет урамы бәхетлеләре 14.08.2018 // Пенсионер

Мәкәш тип йөрөтәләр минең ауылымды. Тәбиғәттең иң гүзәл, күркәм төбәгендә урынлашҡан ул....

Тотош уҡырға 188

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй”

Башҡортостан пенсионерҙары эшләргә теләй” 31.07.2018 // Пенсионер

Эксперттар пенсия йәшен арттырыуға ҡағылышлы фекерен белдерҙе. Республикала быны аңлап ҡабул...

Тотош уҡырға 192

Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар”

Ленара ИВАНОВА: “Бөгөнгө өлкән быуын – көр күңелле, талапсан граждандар” 31.07.2018 // Пенсионер

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәктәге әүҙем...

Тотош уҡырға 206

Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша

Өлгөрҙәр оҙағыраҡ эшләргә тырыша 27.07.2018 // Пенсионер

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр ҡабул итте....

Тотош уҡырға 164

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама

Ауыл пенсионерҙарына – ташлама 18.07.2018 // Йәмғиәт / Пенсионер

“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы Рәсәй Хөкүмәтенә ауыл пенсионерҙары өсөн ташламалар билдәләүҙе тәҡдим...

Тотош уҡырға 341

Күҙлеклеләр тураһында хәҡиҡәт

Күҙлеклеләр тураһында хәҡиҡәт 26.06.2018 // Пенсионер

Халыҡ-ара ғалимдар төркөмө 300 мең кешенең генетик анализы нигеҙендә күрәшлек, күҙлек йәки...

Тотош уҡырға 259