Салауат Юлаев халҡыбыҙҙың азатлығы өсөн көрәшкәндә һәр саҡ дөлдөлөндә елгән кеүек, Бөйөк Ватан һуғышында һыбайлылар дошмандың ҡеүәтле танктарына ҡаршы яу сапҡан. Батыр Салауатҡа һәйкәл Өфөлә күптән бар, ә бына Миәкә районында яугир атҡа мемориаль таҡтаташ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан ҡуйылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 565 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъя йөгө кинәт баҫты мине,
Ауыр булып китте иңдәргә.
Йә Хоҙайым, бирсе һин сабырлыҡ,
Ҡотҡар мине әсе елдәрҙән.
Ҡапыл килде бөтә ауырлыҡтар,
Апайымдың үлгән көндәре.
Ком: 0 // Уҡынылар: 404 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ундайҙар бик һирәк Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рауил Бикбаевтың Башҡортостан тарихы буйынса 100-ҙән ашыу мәҡәләһе һәм ике китабы донъя күргән. Ул илле йылдан ашыу ғүмерен йәш быуынға белем биреү, тәрбиәләү эшенә арнаны.
Беҙ Рауил менән педучилищеға уҡырға инергә имтихан биргәндә таныштыҡ. Икебеҙ ҙә һуғыш йылдарында колхозда эшләп, тыныслыҡ яулап алынғас, 1945 йылдың сентябрендә уҡырға килдек. Ул — Башҡортостандан, мин — Ырымбур өлкәһенән. Дүрт йыл бергә, бер партала ултырып уҡып, училищены уңышлы тамамланыҡ. Мин мәктәпкә эшкә сығырға, ә Рауил Ырымбур пединститутында уҡыуын дауам итергә булдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
“туҡһандың да тупһаһына баҫылды”... Башҡортостандың иң гүзәл төбәктәренең береһендә — Әбйәлил районындағы “Юбилей” шифаханаһында — ял иткәндә осраттым уны. Яҡтыкүлдең матурлығын тамаша ҡылабыҙ. Йәйәүлеләр һуҡмағынан олпат йәштәге ил ағаһы таяҡҡа таянып, әкрен генә төшөп килә. Уның тотош ҡиәфәте иғтибарҙы йәлеп итә. Төҙ кәүҙәле, сал ҡупшы мыйығы үҙенә килешеп тора. Күҙ ҡарашы ихлас, яҡты. Күкрәге тулы орден-миҙал. Уны бер йәш кеше оҙатып бара.
Ҡайтыр көнөм яҡынлашты. Их, мин әйтәм, аҡһаҡалдың үҙен күреп һөйләшеп ҡалаһы ине. “Бирәм тигән ҡолона…” Форсаты ла тыуып тора. Иртәгәһенә юл өҫтөндә осраштыҡ:
— Әссәләмүғәләйкүм, олатай, — тип сәләм бирҙем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 494 тапҡыр // Тотош уҡырға
Утлы ғәрәсәтте күргәндәр Яу ҡырҙары күптән тынған инде. Бөйөк Еңеү өсөн башын мәңгелеккә һалған батырҙарҙың исеме Тыуған иленә дан булып әйләнеп ҡайтты. Уларҙың ҡаһарманлығы бер ҡасан да онотолмаҫ. Єммә бына, үкенескә ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып тыуған яҡтарына имен ҡайта алғандарының сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Бөгөн һеҙгә Иглин районында йәшәгән ике яугир – Әхмәтзәки Сакаев һәм Мөхәммәҙиә Ѓәлләметдинов тураһында һөйләмәксебеҙ.
Әхмәтзәки Сакаевты 1942 йылда фронтҡа оҙаталар. “Хабаровск-12” ҡалаһында көнөнә алты сәғәт хәрби күнекмәләргә өйрәтһәләр, ҡалған ваҡыттарын карап төҙөү заводында уҙғаралар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 452 тапҡыр // Тотош уҡырға
Запастағы майор Фәрит Вәлиевте Ҡыҙыл Йондоҙ ордены 60 йылдан һуң эҙләп таба һәм шанлы һуғыш йылдарын яңынан кисерергә мәжбүр итә, шул уҡ ваҡытта кеше ышанмаҫлыҡ хәлдәр тураһында ла һөйләтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 506 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матур үтелгән ғүмер! Әҙәм балаһы өлкәнәйә килә хәтирәләр йомғағы менән йәшәй тигәндәре раҫтыр, күрәһең. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған Исмәғил ағай ҙа һуңғы ваҡытта йыш ҡына үткәндәрҙе иҫенә төшөрә. Унан әбейенә:
– Һай, бар ине шул шәп саҡтар! Эшенән дә ҡурҡып торманыҡ, донъяһын да көттөк, балалар ҙа үҫтерҙек, – тип ҡабатлап ҡуя.
– Аллаға шөкөр, бабай, Аллаға шөкөр, – ҡарсығы Зәйтүнә әбей уны йөпләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 478 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быуат аша көләс йылмайыу – Кинйә улымды, кеше көлдөрөп, ҡартайып бөткәс,
41 йәшемдә, таптым шул, – тип берсә аптыратты, берсә көлдөрҙө мине Ғәйшә апай, үҙе лә рәхәтләнеп кеткелдәп.
– Инәй, һеҙ 41 йәште “ҡартайғас” тип әйттегеҙ, ә хәҙергеһен – 100 йәшегеҙҙе — нисек атарға һуң, улай булғас? – тип йылмайҙым, инәйҙең күңелсәк һәм телдәр генә икәнен аңлап алғайным инде. Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында йәшәүсе Ғәйшә Сәйфетдин ҡыҙы Мөхәмәтйәнова менән осрашыуға уның ейәнсәре алып килде мине. Быға тиклем йөҙйәшәр кешене бер генә тапҡыр күргәнем булды, уныһы ла бик күптән инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 517 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағайымдың хаттары Тәүге шиғырҙар китабымды “Өскөл хаттар” тип исемләгәйнем. Тәүге ижад емештәрем баҫыла башлаған саҡта уйлап ҡуйған ике һүҙ ине ул. Сөнки ундай һалдат хаттары — оло ағайыбыҙҙың әсәйем, ағайҙарым, апайым һәм минең һәр беребеҙгә атап яҙылған сәләмдәре, йөрәк һүҙе. Архивымдағы иң ҡәҙерле урында һаҡланған өс тиҫтәнән ашыу иң тетрәткес, иң ғәзиз ҡомартҡы улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 600 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙмыштарҙы ямап булмай шул… Ҡараңғы төн. Тирә-яҡ тып-тын. Ҡошсоҡтай ғына ике ҡыҙ бала – Нәфисә менән Әнисә өшөп-туңып, урмандан утын һөйрәтеп ҡайтып килә. Өлкәненә ун бер йәш булһа, кесеһенә ни бары ете генәлер. Йоҡа, алама кейемдәрҙең ни йылыһы — һыуыҡ тәнде өтә генә. Ҡарында тәғәм ризыҡтың булмауы ла хәлде ала. Аяҡ-ҡул тыңлашмай. Ҡыҙҙарҙың бар уйы – утынды, кеше күҙенә салынмай ғына, имен-аман алып ҡайтып еткереү. “Туҡта, анауында ниндәйҙер шәүлә ҡыбырлай түгелме?” — уйлап та өлгөрмәнеләр, күпер төбөнән урман ҡарауылсыһы килеп сығып, ҡыҙҙарҙы ҡаты итеп һүгеп, утындарын бушаттырҙы. Балаҡайҙар, мәхрүм булып, баштарын түбән эйеп, буш саналарын һөйрәп ҡайтып китте. Өйгә утынһыҙ ҡайтып кергәс, үгәй әсәй менән атайҙан да ныҡ ҡына эләкте уларға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 529 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 26 Алға
Бит башына