Ял итергә иртәрәк әлеЙылан йылын яңы ғына түҙемһеҙлек, яҡты өмөттәр менән көтөп алғайныҡ. Баҡһаң, "иҫкереп" тә бара икән. Уны йомғаҡларға, уңыш-уңышһыҙлыҡтарҙы барларға ла ваҡыт еткән. Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика советы рәйесе Марат Сабит улы МУЛЛАҒӘЛӘМОВ та әңгәмә барышында йылдың эреле-ваҡлы мәшәҡәттәр менән һиҙелмәй үтеүен билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 646 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Сит илдәрҙәге хәл-ваҡиғалар, сәйәсәт тураһында ҡыҙыҡлы материалдар уҡырға әүәҫмен. Йылдар үткән һайын сер төйөндәре сиселә бара, яңы мәғлүмәттәр асыла. Баҡһаң, быйыл ноябрҙә заманында бөтә донъяны шаулатҡан, үткән быуаттың серле йомғағына әүерелгән Техастағы террористик актҡа ла илле йыл тула икән. Һорауым шул: АҠШ-тың 35-се президенты Джон Кеннедиҙың кем тарафынан һәләк ителгәне хаҡында яңы мәғлүмәт бармы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 650 тапҡыр // Тотош уҡырға
Пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн "Сәләмәтлек шишмәһе" пансионатына социаль тур башланды.
Өлкәндәр өсөн бындай саралар "Өфө ҡалаһында тышҡы һәм эске туризмды үҫтереү" айырым маҡсатлы программаһына ярашлы ойошторола.
— Ноябрҙә 470 кеше профилакторийҙа ял итә. Дүрт көнгә иҫәпләнгән бер путевка хаҡы — 1 359 һум, — тип хәбәр итте Өфө хакимиәтенең сектор мөдире Эльвира Фәттәхова. — Был хәтлемен пенсионерҙар түләй, ә ҡалғаны — ҡала бюджеты иҫәбенән.
"Сәләмәтлек шишмәһе" пансионаты Өфө районының Нижегородка ауылында урынлашҡан. Тур программаһы махсус схема буйынса эшләнгән, ял итеүселәр бында һаулығын да нығыта. Пансионатта уларҙы ике урынлыҡ бүлмәләргә урынлаштыралар, биш тапҡыр ашаталар, Өфөгә экскурсия, күмәк мәҙәниәт һәм спорт саралары ойошторола.
Ком: 0 // Уҡынылар: 547 тапҡыр // Тотош уҡырға
Реформа йәнә вәғәҙә итә2015 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй яңы пенсия ҡағиҙәләре буйынса йәшәйәсәк. Был системалағы яңы үҙгәрештәр тураһындағы закон проекттары Дәүләт Думаһына тапшырылды ла инде.
Йыл дауамында уҡыусыларыбыҙҙы реформаның әһәмиәте, үҙенсәлектәре менән таныштырып, ундағы "аҡ тап"тарға ла иғтибарҙы йүнәлтергә тырыштыҡ.
Ни өсөн кәрәк булды әле был реформа тигән һорауға закон проектын эшләүселәрҙең яуабы әҙер: граждандарҙың хеҙмәт эшмәкәрлеге барышында индергән өлөшөнә бәйле пенсия күләмен арттырыу. Ҡартлыҡта лайыҡлы йәшәү өсөн стажыңдың һәм хеҙмәт хаҡыңдың ҙур булыуы шарт. Әммә яңы формула беҙ көткәндән күпкә ҡатмарлыраҡ, аңлайышһыҙыраҡ булып сыҡты, Пенсия фондына иғәнә күсермәгәндәр, "һоро" эш хаҡы алғандар өсөн ул бөтөнләй яйһыҙ, файҙаһыҙ. Яңы реформаның өҫтөнлөктәре, "сюрприз"дары хаҡында байтаҡ яҙғанға күрә, бөгөн ул хаҡта һүҙ ҡуйыртып тормай, халыҡта бәхәс тә, икеләнеү ҙә тыуҙырған тупланма өлөш хаҡында ғына әйтеп үтмәксебеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 544 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алма төшөрлөк тә урын юҡ...Госпиталгә заманса дауалау алымдары килде
Рәсәйҙә ни бары ике госпиталдең генә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүен һәм уларҙың берәүһенең тап Башҡортостанда урынлашҡанын белеп, нисек ғорурланмаҫҡа, ветерандар өсөн һөйөнмәҫкә мөмкин?
...Көҙгө тәбиғәттең көйһөҙлөгө лә, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ла госпиталдәге йәнлелекте һүрелтә, һауығырға килеүселәрҙең изге ниәтен һүндерә алмағандай. Алма төшөрлөк тә урын ҡалмаған, тигәндәй, бөгөн дә бында буш урындар юҡ. Ҡарттарға йылы, ихлас мөнәсәбәте менән халыҡ теленә ингән һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталенең алтын ҡуллы, йомарт күңелле белгестәре хаҡында редакция почтаһында хат-хәбәрҙәр булып торһа ла, үҙ күҙең менән күреү күпкә яҡшыраҡ бит.
Ком: 0 // Уҡынылар: 715 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Нисек йәшәргә?” тигән һорау менән егет бер ҡартҡа мөрәжәғәт иткән.
– Әйтсе, тормош йылғаһы буйлап нисек ағырға? Нимә дөрөҫ?
– Башҡалар кеүек булма, – тигән ҡарт. – Битарафтар һәм “һоро”лар менән бергә ағым буйлап аҡма, ҡаршыға йөҙ! Тормош – көрәш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 705 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фатиха инәй япондарҙан ҡалышмайБынан 10 — 15 йыл самаһы элек Үрге Әрмет ауылында ғәжәп хәлгә шаһит булғайным. Ағайымдарға ҡунаҡҡа килгәндә күршеләрендә оло инәйҙең һыйыр һауғанын күрҙем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 773 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр йәштең – үҙ йәмеФәниҙә Саяпова менән осраҡлы ғына танышҡайныҡ. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, күптәргә өлгө булырлыҡ тормош юлын үткән әсәһе Нәзифә Хәйруллина хаҡында хәтирәләре менән бүлешергә беҙҙең редакцияға килгәйне ул.
Әңгәмәләшә торғас, Фәниҙә ханым үҙе хаҡында ла бер нисә кәлимә һүҙ әйтте. Ғаиләлә дүрт бала үҫкәндәр – өс ҡыҙ, бер ул. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла әсәһенең юлын – медицина өлкәһен һайлаған. Фәниҙә Нәжип ҡыҙы, баш ҡалалағы 1-се медицина училищеһын тамамлағандан һуң, Сабыйҙар йортонда хеҙмәт юлын башлаған, артабан 17-се балалар дауаханаһында ете йыл тәжрибә туплаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
ӘЖӘЛ ҠАМАУЫН ҮТЕП СЫҠҠАНТормош шулай ҡоролған: берәүҙәргә «бәхет ҡояшы» күберәк яҡтыртһа, икенселәргә «ел-ямғыры» йышыраҡ яуа. Юрматының ағинәйе Әсмә Йәһүҙинаның ҡәһәрле һуғыш йылдары хаҡындағы хәтирәләрен тыңлағандан һуң, ғүмерендә күпме генә “ел-ямғыр” ҡойондормаһын, түҙһә, түҙә икән әҙәм балаһы, тип уйламайынса булдыра алманым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 883 тапҡыр // Тотош уҡырға
ЕҢЕҮ ЯУЛАП,ҠЫҘЫЛ МАЙҘАН БУЙЛАПКүгәрсен районының Исем ауылы егете Әхмәт Ғариф улы Мырҙагилдин Кантемиров танк дивизияһы составында Ҡыҙыл майҙандағы иң тәүге Еңеү парадында ҡатнаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 716 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 Алға
Бит башына