Фараздар, тәҡдимдәр, өмөттәр...Рәсәйҙәр, шулай уҡ Башҡортостан халҡы ла, пенсия йәшенең киләсәктә артасағын белә. Ошо әллә ни хуплау тапмаған мәсьәләне киң мәғлүмәт сараларында тикшереү барышында халыҡ пенсияға тиклем тағы ла бер нисә йыл эшләргә тура киләсәк тигән фекергә әкренләп күнгәндәй булды. Тик күпме эшләргә һуң? Әлегә һорау яуапһыҙ ҡала, фараздар, тәҡдимдәр генә бар. Нигеҙ итеп Европа тәжрибәһе алына. Билдәле булыуынса, Көнбайыш илдәрендә ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа хаҡлы ялға, беҙҙең менән сағыштырғанда, байтаҡҡа һуңыраҡ сыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 116 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшләгән осорҙо хаҡлы ялға сығыу осоро менән алмаштырыуға бәйле пенсияны ҡайтанан иҫәпләү мәсьәләһе күптәрҙе борсой. Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 168 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Пенсия фонды яңы мобиль ҡушымта тәҡдим итә. Ул Пенсия фондындағы шәхси иҫәптең торошо тураһында мәғлүмәт алыуҙы, эш биреүсе күсергән страховка иғәнәләрен тикшереүҙе, шулай уҡ ҡабул итеүгә яҙылыуҙы һәм кәрәкле документтарға заказ биреүҙе ябайлаштыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 135 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Рәсәй Федерацияһында дәүләт граждан хеҙмәте тураһында”ғы Федераль закон статьяһына үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, граждан хеҙмәтен башҡарыуҙың иң сикке йәшенә еткән кешегә хеҙмәт срогы уның ризалығы менән 70 йәш тулғанға тиклем оҙайтылыуы мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 149 тапҡыр // Тотош уҡырға
Францияның иң ҙур банктарының береһе – Natixis йыл һайын үткәргән тикшеренеү һөҙөмтәләрен тәҡдим итте. Ул теге йәки был илдә хаҡлы ялдағы граждандар өсөн уңайлыҡтар кимәлен сағылдыра. “Известия” гәзите хәбәр итеүенсә, Рәсәй өсөн был күрһәткестәр әллә ни шәптән түгел. Рейтингты төҙөүселәр илебеҙгә мөмкин булған 43 урындың 40-сы баҫҡысын биргән. Шул уҡ ваҡытта былтырғы менән сағыштырғанда, хәл насар яҡҡа үҙгәрмәгән. 2016 йылда Глобаль пенсия индексында Рәсәй шул уҡ урынды биләгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 106 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Пенсия фонды идараһы рәйесе урынбаҫары Алексей Иванов менән Рәсәй Һаҡлыҡ банкы идараһы рәйесе урынбаҫары Станислав Кузнецов хеҙмәттәшлек һәм киберхәүефһеҙлек өлкәһендә үҙ-ара эшмәкәрлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Сара ошо көндәрҙә Санкт-Петербургта ХХVI “Үҫеш өсөн финанс” халыҡ-ара финанс конгресы нигеҙендә үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 108 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етмеш ете йәшлек умартасы Зәйтүнә Әминева, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яратҡан шөғөлөн ташламай. Ҡасандыр ҡортсолоҡҡа осраҡлы килеп юлыҡһа ла, ғүмер буйы шуға тоғро ҡалып, күңеленә ҡыуаныс алып, кәсебен улдарына тапшырһа ла, ҡул ҡаушырып ултырмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 210 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙ күреүе — оло бәхетБәғеркәйем, бик ныҡ ҡарап,
Күҙҙәремде күҙләмә:
Минең күҙҙәр — төпһөҙ даръя,
Уларҙан сер эҙләмә!


Бала саҡта ишеткән ошо йырҙың һүҙҙәрен тиҙ генә ятлап алдым, үҙ алдыма һәр ваҡыт йырлап йөрөй торғайным, әммә, ни өсөндөр, уның мәғәнәһенә иғтибар итмәгәнмен. Тормош тәжрибәһенең байый барыуы, матур тәбиғәт ҡосағында йәшәү был хаҡта уйланырға мәжбүр итте. Бигерәк тә баш ҡаланың Пушкин урамындағы ғилми-тикшеренеү институтына барыу, табиптарҙың ошо “төпһөҙ даръя”ның серҙәрен өйрәнеп, кешеләргә күҙҙәренең нурын ҡайтанан бүләк итеп, яҡты донъя менән һоҡланып йәшәргә мөмкинлек биреүе менән хайран ҡалдырҙы, һоҡландырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 215 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йөҙ йәшкә етһәм дә, бизнес менән шөғөлләнәм әле”Ошо көндәрҙә Тәүәкән ауылында йәшәгән тыл ветераны Шәрифә Ҡаразбаева 100 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Ауылдаштары йөҙйәшәр инәйҙе өлкән йәштә булғаны ғына түгел, кешелеклелек, кеселеклелек сифаттары өсөн дә хөрмәт итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 173 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡартайырға ваҡыт юҡ– Рәйсә Рәхмәт ҡыҙы, яҡ­таш­тарығыҙ һеҙҙе күркәм юби­лейығыҙ менән ысын кү­­ңел­дән ҡотлай һәм артабан да шулай рухлы тормошта янып йәшәүегеҙҙе теләй.
– Рәхмәт! Мине шулай онотмай бәйләнешкә сығыуығыҙға бик шатмын. Бында ла, Мәскәүҙә, урын­дағы башҡорттар ҡоролтайы ағзалары байрамым менән ихлас ҡотланы. Хөрмәт күрһәтеп, ҡурай уйнап ҡаршы алыуҙарына күңе­лем тулып, хатта ҡыуанысымдан илап ебәрҙем, ҡурай моңона сабый сағымдан уҡ ғашиҡмын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 145 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 26 Алға
Бит башына