Тәҙрә һайын яран гөл үҫә... Ямғырлы көндә тәҙрә төптәрендәге гөлдәрҙең сағыу сәскәләренә һоҡланыулы ҡараш ташлауҙан күктәге ауыр болоттар ҙа бына-бына таралыр төҫлө тойолдо һәм, алсаҡ йөҙлө хужабикә күренеүгә, ысынлап та, һауа торошоноң көйһөҙләнеүенә ҡарамаҫтан, ихлас йылмайыу һәм шау сәскәле өй йәйғор балҡышылай күңелде күтәреп ебәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 510 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Сал сәслеләр бигерәк бәхетлеләр, Сал сәслеләр, һеҙҙән көнләшәм” Ихлас һәм дәртле Әбйәлил ветерандарына һоҡланып туймаҫлыҡ! Район, республика кимәлендә уҙғарылған төрлө ярыш, фестиваль, һабантуйҙарҙа һәр саҡ тәүгеләрҙән булып сығыш яһай, башҡаларға үрнәк күрһәтә, тормошҡа йәм өҫтәй улар.
Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр. Райондың ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаевтың һәр эште тәрәндән төшөнөп, оҫта ойоштора белеүе – уңышлы хеҙмәттең төп нигеҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 704 тапҡыр // Тотош уҡырға
КӨҘГӨ КҮКРӘҮ Ике бөйөк ҡитға осрашҡан ер —
Сал Уралдың аяҡ осонда.
Башҡорт ҡыҙы һуҡҡан балаҫ һымаҡ
Дала ята – хәйбуллалар иле ошонда...
Ком: 0 // Уҡынылар: 469 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмер  бер генә ...Сәйетбаба ауылынан район үҙәге Красноусолға күсеп килгәс (был 1968 йыл булһа кәрәк), тормош юлдашым Аман Юлъяҡшиндың яҡын ғына туғаны Фәрит Исхаҡов ағай Үзбәкстандан ҡунаҡҡа ҡайтасағы тураһында хәбәр ебәрҙе. Заманында атаһы Фәтҡолисламды указной мулла булғаны өсөн атып үлтергәндәр, уның ғаиләһенә лә ҡурҡыныс янаған. Егет ҡорона еткән улы Фәрит Ҡауарҙы ауылынан ҡасып сығып киткән. Шунан һуң бик күп йылдар үткәс, золом ҡорбандары аҡланғас, ул тыуған яҡтарына ике-өс йылға бер ҡайта торғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 635 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илебеҙҙәге халыҡтың 26 проценты, үҙен һау-сәләмәт тип иҫәпләһә лә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлеү ҡурҡынысы аҫтында. Үҙегеҙ ҙә магазинда йәки юлда кемдеңдер ҡапыл аңын юғалтыуына шаһит булғанһығыҙҙыр. Бәләгә тарығандың эргәһенә халыҡ йыйылып китә. Ә теге бахырҙың йәшәүгә өмөтө һүнгәндән-һүнә. Бындай хәлгә нимә сәбәпсе? Ундай осраҡта ни эшләргә?
Ком: 0 // Уҡынылар: 396 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батыр улдар биргән Бирҙеғол “Әгәр үткәнеңә пистолеттан атһаң, киләсәгең һиңә пушканан атыр”, – тигән Рәсүл Ғамзатов. Шағир үҙенә хас образлы һүҙҙәр менән әйтһә лә, был хәҡиҡәт һис ҡасан әһәмиәтен юғалтмай. Тарихҡа ихтирам хаҡында хәҙер йыш һөйләйҙәр. Хәтерҙең кешелек өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген аңлар өсөн Сыңғыҙ Айытматовтың “Буранный полустанок” тигән әҫәрен килтереү ҙә етә. Унда әсирлеккә төшкән ирҙе хәтеренән яҙҙыралар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 759 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәйләмдәрҙән йылмая сәскәләр Һуңғы йылдарҙа һәр ауылда тиерлек ҡорама ҡорау, төрлө ептән күҙҙең яуын алырлыҡ ултырғыс, диван япмалары бәйләүселәрҙе, сәйләндәрҙән сәскә эшләүселәрҙе, милли кейем тегеүселәрҙе йыш осратырға мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙың селтәр, ҡашмау кеүек милли биҙәүестәренә лә иғтибар көндән-көн арта бара, уны яһаусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа күбәйә. Әбйәлил районында ошо шөғөлдө үҙ иткәндәр байтаҡ. Һәр ауылда үҙенә генә хас биҙәк, нағыш оҫталары етерлек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 748 тапҡыр // Тотош уҡырға
Афарин, Тербуны халҡы! Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған тантаналар уҙғарылған көндәрҙә республикабыҙ делегацияһы легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы бөтмәҫ данға күмелгән төбәккә – Липецк өлкәһенең Тербуны еренә – юлланды.
Делегация составында Миәкә районының элекке хакимиәт башлығы Зәйнулла Насиров, 313-сө кавалерия полкы командиры,
Ком: 0 // Уҡынылар: 646 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмер бушҡа уҙмаған Ғүмер үтә барған һайын артта ҡалған йылдар йышыраҡ хәтергә төшә икән: отставкалағы милиция подполковнигы Рәшит Романов фотоальбомын йыш ҡулына ала. Бер көндө ул теүәл 50 йыл элек ҡыҙы Әлфиә, Коля Морозов исемле малай менән төшкән фотоны ҡарап, уйға сумды. Әле ошо бала ҡайҙа йөрөй икән? Моғайын, хәҙер үҙе олатайҙыр. Башҡортостанда уларҙың ғаиләһендә йәшәгән көндәрен хәтерләйме икән? Рәшит Хиләжетдин улының Белорет ҡалаһында эшләгән йылдары иҫенә төштө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 623 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәләүектән — Эльбағаса... Һуғыш тамамланғандан һуң 12 йыл үткәс тыуғанмын. Беҙҙең бала саҡ патриотик тәрбиә төшөнсәһе менән һуғарылған социализм осорона тура килде. Эшләп үҫтек, хәләл көс менән донъя көттөк.
Мәктәптә, артабан университетта уҡығанда ветерандар менән осрашыуҙар, инша конкурстары, Еңеү көнөнә арнап йыр, спорт ярыштары ойошторола торғайны. 1971 йылда, мәҫәлән, “Башҡортостан пионеры” гәзите редакцияһы тыуған ил һәм тыныслыҡ темаһына республика иншалар конкурсы иғлан итте. Мин дә ихлас ҡатнаштым. “Тыуған ил һағында торған һалдат уйҙары” тигән эшем призлы урын яуланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 598 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыналған, әммә һынмаған Мин — һуғышта ҡатнашҡан олатайҙарҙың, шул осор ауырлығын үҙ иңендә күтәргән өләсәйҙәрҙең хәтирәләрен ишетеп үҫкән быуын вәкиле. Бала саҡта был иҫтәлектәрҙең ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлап етмәйһең шул... Күпме мәғлүмәт һаҡланған булыр ине!
Ком: 0 // Уҡынылар: 695 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғорурланам, атай, һинең менән Ҡулыма ҡәләм алып, төрлө уйға сумып, үткәндәрҙе хәтергә төшөрөп ултырҙым да атайым Бикмөхәмәт Әбделғази улы Батыршин тураһында яҙырға булдым.
Атайым 1909 йылда хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылында донъяға килә. Ғаиләлә биш бала үҫә, өсәүһе ауыр сирҙән вафат була, атайым һеңлеһе Суфия менән иҫән ҡала. Ҡәҙерлем 10 йәшенән етемлек һурпаһын татый, донъяның бар ауырлығы уның елкәһенә төшә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 649 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең ауыл Оло Эйек йылғаһы ярында ыҡсым ғына бер урында ултыра. Ҙур түгел, әммә быуаттар буйы төрлө бәрелештәргә, сыуалыштарға ла бирешмәй, үҙ йөҙөн һаҡлап килгән төйәк ул. Унда борондан үҙ еренә береккән, хеҙмәт һөйгән, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашлы кешеләр йәшәй. Ләкин тормош алға барған һайын беҙҙә лә, теләһәң-теләмәһәң дә, йәшәйеш үҙгәрә, кешеләр ҙә, быуындан быуынға күсеп килгән ғөрөф-ғәҙәтен юғалтып, яңы ҡалыптарға яраҡлаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 631 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъя йөгө кинәт баҫты мине,
Ауыр булып китте иңдәргә.
Йә Хоҙайым, бирсе һин сабырлыҡ,
Ҡотҡар мине әсе елдәрҙән.
Ҡапыл килде бөтә ауырлыҡтар,
Апайымдың үлгән көндәре.
Ком: 0 // Уҡынылар: 499 тапҡыр // Тотош уҡырға
Салауат Юлаев халҡыбыҙҙың азатлығы өсөн көрәшкәндә һәр саҡ дөлдөлөндә елгән кеүек, Бөйөк Ватан һуғышында һыбайлылар дошмандың ҡеүәтле танктарына ҡаршы яу сапҡан. Батыр Салауатҡа һәйкәл Өфөлә күптән бар, ә бына Миәкә районында яугир атҡа мемориаль таҡтаташ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан ҡуйылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 694 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 21 Алға
Бит башына