Былтыр Башҡорт эшҡыуарҙарының координацион советы менән берлектә «Башҡортостан» гәзите редакцияһы башҡорт эшҡыуарлығы эшмәкәрлеген төрлө яҡлап яҡтыртыу, республиканың социаль-иҡтисади үҫешендә эшҡыуарлыҡ тармағының ролен объектив билдәләү, милли эшҡыуарлыҡтың ыңғай йөҙөн булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған «Башҡорт эшҡыуарлығы» конкурсын иғлан иткәйне.
Ошо көндәрҙә, ниһайәт, «Башҡортостан» гәзитендә Башҡорт эшҡыуарҙарының координацион советы ағзаларынан һәм редакция вәкилдәренән торған комиссия конкурсҡа йомғаҡ яһаны.
Дөйөм фекер буйынса, бәйге маҡсатына иреште: республикала милли эшҡыуарлыҡтың үҫешен ҡеүәтләгән сәйәсәт яҡтыртылды, ҡалаларҙа, ҡасабаларҙа, ауыл ерендә эшҡыуарлыҡтың үҫеше һәм төрҙәре күрһәтелде, шәхси эшен асып, халыҡ мәнфәғәтенә, ғаиләһе именлегенә хеҙмәт итеүселәр һүрәтләнде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер сәйәсәте буйынса комиссияһы рәйесе, Ҡоролтайҙың Бизнес-үҙәге етәксеһе Иршат Аҫылғужин әйтеүенсә, бәйге йәмәғәтселек араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы һәм, киләсәктә был башланғысты дауам итеү, артабан да эшҡыуарлыҡ темаһын гәзит биттәрендә яҡтырта барыу зарур.