Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төрлө илдәрҙә төрлөсә
1968 йылда Юл хәрәкәте тураһында халыҡ-ара конвенция булдырыла. Уға ярашлы, һәр ил үҙ ҡануниәтендә граждандарға иҫерек килеш транспорт сараһына идара итеүҙе тыйырға бурыслы була. Водитель ҡанында этил спиртының рөхсәт ителгән кимәлдән — 0,8 промилленән дә артыҡ булмаҫҡа тейешлеге лә билдәләнә.

Һәр ил, промилленең миҡ­дарын һәм уны күҙәтмәгән осраҡта яуаплылыҡты закон менән нығытып, үҙе билдәләй.
Рәсәйҙә эскән килеш рулгә ултырғандарға 30 мең һум штраф һалалар һәм ике йылға водитель танытмаһынан мәхрүм итәләр.

АҠШ-та промилле кимәле сигенән сығып, ике тапҡыр тотолғандарға өс мең доллар штраф һалалар һәм 10 тәүлеккә төрмәгә ябалар, ә өсөнсө тапҡыр законды боҙһа, водителде өс йылға иркенән мәхрүм итәләр, автомобилен конфискациялайҙар һәм ғүмерлеккә рулгә ултырыуҙы тыялар.
Берләшкән Ғәрәп Әмирле­гендә эсеү бөтөнләй тыйыла. Ә иҫерек килеш транспортҡа идара итеп тотолған граждан 40 тапҡыр ҡамсылана һәм 10 йылға төрмәгә ябыла, ә инде юл хәрәкәте фажиғәһендә ғәйепле булһа, уны үлем язаһы көтә.

Японияла эсеп техникаға идара иткән водителгә генә түгел, эргәһендә ултырған иҫерек пассажирға, хатта йәйәүлеләргә лә бик ҙур штрафтар ҡаралған. Водитель ҡаршылашһа, ул шунда уҡ биш йылға төрмәгә ябыла, бәләкәй генә юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепләнһә иһә, иң кәмендә ете йылға иркенән мәхрүм ителә.

Ҡытайҙа эскән водителгә 300 доллар штраф һалына, ул 15 тәүлеккә төрмәгә ябыла һәм автомашинаға идара итеүҙән биш йылға мәхрүм ителә. Әгәр ҙә уның ғәйебе менән кеше ғүмере ҡыйылһа, үлем язаһы ҡаралған;

Францияла водитель үҙе менән һәр саҡ эскән-эсмәгәнде билдәләү өсөн тест йыйылмаһы йөрөтөргә тейеш. Был илдә лә ҙур штрафтар ҡаралған. Юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле водитель 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә.

Ә Чехияла бер ниндәй ҙә промиллеләрҙе үлсәп тормайҙар, был илдә рулдә тамсы ла эсергә ярамай. Эсеп тотолған кешеләргә 10 мең евроға тиклем штраф ҡаралған һәм 10 йылға техникаға идара итеү тыйыла.

Финляндияла закон боҙоусы йыллыҡ килеменең 5—15 процентынан ҡолаҡ ҡаға, автомобиле конфискациялана һәм ғәйепле кеше оҙайлы йәмәғәт эштәренә йәлеп ителә.


Автор: Римма СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Вьетнам менән дуҫлыҡ күпере нығый

Вьетнам менән дуҫлыҡ күпере нығый 23.03.2019 // Донъя һулышы

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Вьетнам...

Тотош уҡырға 81

Нурсолтан Назарбаев китте

Нурсолтан Назарбаев китте 19.03.2019 // Донъя һулышы

Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев ил халҡына республика телеканалдары аша мөрәжәғәт менән...

Тотош уҡырға 138

"Беҙҙең аралағы ышанысҡа күптәр көнләшер"

"Беҙҙең аралағы ышанысҡа күптәр көнләшер" 15.03.2019 // Донъя һулышы

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Ҡырым менән Севостополдең Рәсәйгә ҡушылыуына биш йыл тулыуға...

Тотош уҡырға 116

Былар ҡыҙыҡлы

Былар ҡыҙыҡлы 01.03.2019 // Донъя һулышы

Ҡытайҙа туцзя тигән халыҡ йәшәй. Бында туйға 30 көн ҡал­ғас, кәләш көндәрен илап үткәрә икән. 10...

Тотош уҡырға 596

Ҡытайҙар ниңә һөт эсмәй?

Ҡытайҙар ниңә һөт эсмәй? 15.02.2019 // Донъя һулышы

Һөттә булған лактозаны – һөт шәкәрен – бөтә кешенең дә организмы ҡабул итмәй. Гиполактазия тип...

Тотош уҡырға 191

Сергей Лазарев Израилгә китә

Сергей Лазарев Израилгә китә 14.02.2019 // Донъя һулышы

Быйыл Израилдең Тель-Авив ҡалаһында үтәсәк "Евровидение – 2019" халыҡ-ара конкурсында Рәсәйҙән...

Тотош уҡырға 186