Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Вьетнам менән дуҫлыҡ күпере нығый
Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы илсеһе Нго Дык Ман менән осрашты.

Һөйләшеүҙә иҡтисади, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә ике аралағы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре хаҡында фекер алышынды. Вьетнам делегацияһы Башҡортостанға республиканың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған байрам сараларында ҡатнашыу маҡсатында килде.

– Беҙҙең ике дәүләтте күптәнге дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй. Иҡтисади тармаҡтағы хеҙмәттәшлек айырыуса һөҙөмтәле үҫеш ала. TH Group кеүек Вьетнам предприятиелары республикабыҙҙа уңышлы эшләй, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта тауар әйләнешен арттырыу мөмкинлеге бар. Мәғариф йүнәлеше буйынса хеҙмәттәшлек алып барылыуы мөһим. Беҙ киләсәктә берлектәге эште киңерәк йәйелдерергә әҙербеҙ.

Вьетнам илсеһе үҙ сиратында Башҡортостан етәкселегенә төбәктең 100 йыллығын байрам итеүгә саҡырған өсөн рәхмәт белдерҙе, сараның тарихи әһәмиәтен билдәләне.

Осрашыу барышында бизнес, туризм, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре лә барланды.


Автор: И. ҠОРМАНОВА.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Нурсолтан Назарбаев китте

Нурсолтан Назарбаев китте 19.03.2019 // Донъя һулышы

Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев ил халҡына республика телеканалдары аша мөрәжәғәт менән...

Тотош уҡырға 138

"Беҙҙең аралағы ышанысҡа күптәр көнләшер"

"Беҙҙең аралағы ышанысҡа күптәр көнләшер" 15.03.2019 // Донъя һулышы

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Ҡырым менән Севостополдең Рәсәйгә ҡушылыуына биш йыл тулыуға...

Тотош уҡырға 116

Былар ҡыҙыҡлы

Былар ҡыҙыҡлы 01.03.2019 // Донъя һулышы

Ҡытайҙа туцзя тигән халыҡ йәшәй. Бында туйға 30 көн ҡал­ғас, кәләш көндәрен илап үткәрә икән. 10...

Тотош уҡырға 596

Ҡытайҙар ниңә һөт эсмәй?

Ҡытайҙар ниңә һөт эсмәй? 15.02.2019 // Донъя һулышы

Һөттә булған лактозаны – һөт шәкәрен – бөтә кешенең дә организмы ҡабул итмәй. Гиполактазия тип...

Тотош уҡырға 191

Төрлө илдәрҙә төрлөсә

Төрлө илдәрҙә төрлөсә 15.02.2019 // Донъя һулышы

1968 йылда Юл хәрәкәте тураһында халыҡ-ара конвенция булдырыла. Уға ярашлы, һәр ил үҙ ҡануниәтендә...

Тотош уҡырға 158

Сергей Лазарев Израилгә китә

Сергей Лазарев Израилгә китә 14.02.2019 // Донъя һулышы

Быйыл Израилдең Тель-Авив ҡалаһында үтәсәк "Евровидение – 2019" халыҡ-ара конкурсында Рәсәйҙән...

Тотош уҡырға 186