Боронғо кәсеп оҫтаһыКүп йорттар бөгөн газ һәм электр менән йылытылһа ла, һәр тарафта мейес яғыусы ауылдар ҙа етерлек. Был зәңгәр яғыулыҡтың төпкөлдәргә барып етмәүе, ә газды һәм электрҙы өй йылытыуға тотоноу күптәрҙең кеҫәһенә ныҡ ҡына һуғыуы менән бәйле. Суйын һәм тимер батареялар менән сағыштырғанда, мейес кирбесенең кеше сәләмәтлегенә ыңғайыраҡ тәьҫир итеүе хаҡындағы фекер ҙә нигеҙһеҙ түгел. Аш-һыу әҙерләү өсөн ауыл мейесе йыл әйләнәһенә әүҙем ҡулланыла, шуға ла уның яҡшы һәм уңайлы булыуы бик тә мөһим. Быныһы инде туранан-тура боронғо кәсеп оҫтаһының маһирлығына бәйле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 22 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡала йөҙөн кемдәр үҙгәртә?Ҡала йөҙөн яҡшыртыу, халыҡтың көнитмеше өсөн уңайлы шарттарҙы артабан киңәйтеүгә йүнәлтелгән саралар Нефтекамала бигерәк тә һуңғы йылдарҙа әүҙем тормошҡа ашырыла. Һәр ерҙә киң танылыу ала барған төрлө проект һәм программалар нәҡ ошо йүнәлештә уңышлы ҡулланыла. Шуларҙың береһе – “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан кимәлендә алдынғылар рәтендә тормошҡа ашырған “Ҡала мөхите” федераль проекты. Үҙ сиратында нәҡ Нефтекама, был йәһәттән ярайһы уҡ ыңғай тәжрибә туп­лап, республикабыҙҙың башҡа ҡалаларына матур өлгө күрһәтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 92 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ярты быуат үтеп китһә лә, ул көн бөгөнгөләй хәтеремдә. V класта беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Зәнүфә апай ҡышҡы ялдан һуң “Мин каникулды нисек үткәрҙем” тигән темаға инша яҙып килергә ҡушҡайны. Тәүге дәрестә ижади эштәре­беҙҙе тапшырҙыҡ. Уҡытыусы яңы теманы аңлатты ла өҫтәлендәге дәфтәрҙәр араһынан минекен эҙләп алды. Ике яғына ла яҙылған ун ике битте ҡысҡырып уҡып бөтөүгә ҡыңғырау шылтыраны. Уҡытыусым иншам аҫтына ҡыҙыл ҡәләм менән ҙур итеп “5” билдәһе ҡуйҙы һәм “маладис” тип өҫтәне. Нәҡ ошо хәл мине яратҡан остазым Зәнүфә Ғәйнетдин ҡыҙының һөнәрен һайлауға этәргәндер ҙә инде...
Ком: 0 // Уҡынылар: 78 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Мөғжизәгә ышандырған проект”Һәр йылдағыса, сентябрь башына матурланған мәктәп быйыл үҙ уҡыусыларын айырыуса йылмайып ҡаршылай. Башҡа төҙөкләндереү, биҙәү хәстәрҙәре менән бер рәттән тәҙрә һәм ишектәрҙе заманса материалдарға алмаштырыу яңы уҡыу йылы алдынан тулыһынса теүәлләнде. Белем усағының тышҡы йөҙөн һиҙелерлек күркәмләндергән һәм йәш быуын өсөн быға тиклем булған шарттарҙы юғарыраҡ кимәлгә күтәргән был эштәр урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса башҡарылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 170 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған ерҙән алыҫта ла рухтары ныҡ Күптән түгел Анапа ҡалаһына юл төшөп, был яҡтарҙа йәшәгән яҡташтар менән осрашып-танышыу форсаты тейҙе. Бер нисә көн дауамында милләттәштәр менән әүҙем аралаштыҡ. Уларҙың һәр береһе, бала һәм йәшлек йылдарын хәтерләп, үҙ Уралын онотмауын, төрлө матбуғат саралары аша Башҡортостандағы хәлдәр менән хәбәрҙар булыуын, тыуған төйәктең һәр уңышы менән хаҡлы ғорурланыуын бәйән итте. Һүҙҙәрендә ара-тирә һағыш сатҡылары сағылһа ла, дөйөм алғанда, бер кем дә яҙмышына зарланманы. Киреһенсә, һәр яңы танышым үҙенең башҡортлоғо менән ныҡлы ғорурланыуын, халҡыбыҙға хас милли рухтың үҙендә етерлек булыуын күрһәтте. Түбәндәге юлдар сит яҡтарҙа бер ҙә юғалып ҡалмаған, йәмғиәттә ныҡлы урын алып йәшәгән, күптәр һоҡланырлыҡ эштәр менән мәшғүл булған рухлы башҡорттар хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 268 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оҫталар бар һәр ерҙәҺыйырҙарҙы һәм таналарҙы яһалма ҡасырыу операторҙарының ХХV юбилей республика конкурсы “Башҡортостандың көнбайыш ҡапҡаһы” тип нарыҡланған Краснокама районында үтте. Был һөнәр маһирҙарының “Алға” хужалығының Ағиҙел йылғаһы буйындағы йәмле болонда урынлашҡан йәйләүендә йыйылыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Йола буйынса һәр сираттағы бәйге алдағы йыл ярышында еңеүсе эшләп-йәшәгән районда ойошторола. Былтырғы конкурста был хөрмәткә нәҡ ошо хужалыҡ оҫтаһы Ләйсән Закарина лайыҡ булғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 103 тапҡыр // Тотош уҡырға
Моңланды гармун...Кешелекте йыр-моң быуаттар төпкөлөнән оҙатып килә. Шуға ла халҡыбыҙҙа, милли ҡоралыбыҙ ҡурай тартыу менән бер рәттән, гармунда уйнауҙың да киң таралыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Тәбиғәттән бирелгән был маһирлыҡ күптәрҙә быуындан быуынға күсә. Гармунды бала сағында тәү тапҡыр һыҙғыртҡан бәғзеләр уны ғүмер буйы ҡулынан төшөрмәй, уйнаған көйҙәренән күңел ҡәнәғәтлеге лә ала, әйләнә-тирәләге кешеләрҙең дә кәйефен таба. Ошо фекерҙәрҙе күптән түгел Яңауылда үткән Фәтих Иҡсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы” тигән йыр-моң тамашаһы тағы бер тапҡыр дәлилләне. Ул беҙҙә 2003 йылдан алып уҙғарыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 219 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матур үткәндәре менән ғорурланып, яҡты киләсәккә өмөтләнепГәрәй ырыуы башҡорттарының аҫаба ерендә урынлашҡан Яңы Ҡабан – райондың ҙур, төҙөк һәм матур ауылдарының береһе. Уҙған быуаттың икенсе яртыһында ул, игенселектә һәм малсылыҡта даими алдынғылыҡты тотоп, республикала билдәлелек яулаған “Кама” колхозының төп бригадаһы булған. Шул осорҙа ныҡлап яйға һалынған тормош бында әле лә үҙ ағышы менән дауам итә. Һуңғы ике тиҫтә ярым йыл арауығындағы үҙгәрештәргә милләттәштәребеҙ үҙенсә ҡулайлашҡан, заман ауырлыҡтарына әллә ни бошонмай, аяғында ныҡ баҫып, һәүетемсә генә донъя көтә. Улар матур үткәндәре менән хаҡлы ғорурланып йәшәй, киләсәккә яҡты өмөт менән ҡарай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 231 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зәңгәр күктә һауа шарындаИр-егеттең күбеһе бала саҡтан техникаға ынтыла. Берәүҙәр, етеҙ автомобилдәргә ҡарап, киләсәктә үҙен шофёр итеп күрһә, сикһеҙ зәңгәр күктә аҡ юл һалған самолеттарҙы күҙәтергә яратҡан икенселәр осоусы йә космонавт булырға теләй. Наил Ғәлиев иһә бәләкәйҙән һауа шарында осорға хыяллана...
Ком: 0 // Уҡынылар: 221 тапҡыр // Тотош уҡырға
Президент ҡулынан миҙал алған Илебеҙ баш ҡалаһына махсус саҡырылып, Президент ҡулынан бүләк алыу һәр кемгә тәтемәй.
Тотош республикала бындайҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ғасим бабай Ғайсин – шуларҙың береһе: 2010 йылдың 19 февралендә Бөйөк Ватан һуғышы инвалидына Рәсәйҙең ул саҡтағы етәксеһе Дмитрий Медведев Мәскәү Кремлендә “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” (“За боевые заслуги”) миҙалын тапшыра. Награда яугирҙе 66 йылдан һуң эҙләп таба.
Ком: 0 // Уҡынылар: 221 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Алға
Бит башына