
Рәхмәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән бер-береһенә ярҙамға йөрөй. Колхоздар гөрләп торған саҡта апай-инәйҙәрҙең гәпләшә-гәпләшә ярышып, көнөнә әллә күпме һарыҡ ҡырҡыуы мәртәбәле байрамға әүерелә ине.
Сер түгел: хәҙер түбән сифатлы, бер генә кейерлек яһалма тауарҙар күбәйҙе. Мамыҡтан, йөн туҡыманан етештерелгән әйберҙәрҙе табырмын тимә, һирәкләп килеп сыҡҡанда ла, хаҡы саманан тыш ҡыйбат. Һарыҡ йөнөнөң ҡәҙере ныҡ кәмеүе беҙҙең шул синтетик кейемгә өҫтөнлөк биреүҙән түгелме икән? Бигерәк тә көҙгө йөндө һанға һуҡмай, ҡырҡып алғас та тоҡлап-тоҡлап ташлауҙары асыҡланды. Күпме әҙер байлыҡ әрәм була! Бер яҡтан, ташланған сүп-сарҙан тәбиғәт бысранһа, икенсенән, экологик йәһәттән таҙа сеймал юҡҡа сыға.