Ҡатын-ҡыҙ гелән матур булырға тейеш. Уның гүзәллеге иң беренсе күңел донъяһының торошона бәйле. Изге уйлы, мәрхәмәтле, тормошто, ғаиләһен яратҡан, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәгән гүзәл зат вәкиленән нур бөркөлөп торор. Бынан тыш, Исламда матурлыҡты һаҡлауҙың элек-электән килгән алымдары ла бар.
Һөрмә – күҙ ҡабағы өсөн тәбиғи буяу. Уны көн һайын ҡулланырға мөмкин. Һөрмә, күҙҙәрҙең матурлығын билдәләп, ҡатын-ҡыҙҙың һөйкөмлөлөгөн арттыра. Хәҙер уны эшләү өсөн ҡором һәм ҡайнатылған һөт ҡулланалар. Бәғзеләрҙең иһә ҡурғаш ҡушыуы ихтимал, шуға күрә һөрмәне һатып алғанда, составын ныҡлы тикшерергә кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 79 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балаларҙың көтөп алған йәйге ялы өлкәндәрҙең яуапһыҙлығы, ғәмһеҙлеге сәбәпле фажиғәгә әүерелеүе ихтимал. Быны Карелиялағы ҡот осҡос ваҡиға йәнә бер ҡат иҫкәртте. Бәлә тотош илде тиерлек аяҡҡа баҫтырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 476 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ер еләккәйҙәре беште инде...” Тынсыу ҡаланан ҡасып, иркенлектә йәшәгегеҙ киләме? Өфөнән Иҙиәтуллиндар ғаиләһе тап шулай иткән дә: өйләнешкәс тә Нуримандың Нимесләр ауылына килеп төйәкләнгәндәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 616 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәленә күрә әмәле Төшкө ҡояш бөтөн ерҙе ҡайнар ҡосағына алған. Йылыға иҙрәгән тәбиғәттә һәр тереклек тамырҙарына – һут, йәшәүгә ут йыя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 298 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тотош ауыл менән хәстәрләгәс... Был мәктәптә заманында данлыҡлы әҙиптәребеҙ Әсғәт Мирзаһитов, Муса Сиражи, Наил Ҡотдосов белем алған, арҙаҡлы композитор Әкрәм Дауытов ике тиҫтә йыл тирәһе эшләгән. Халҡыбыҙға ошондай шәхестәр бүләк иткән алдынғы мәғариф учреждениеһы бөгөн дә ҡеүәтен юғалтмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 304 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ерҙең хужалары – үҙебеҙ – Күрәһегеҙме, беҙҙең юлдар нисек тигеҙ! – тип маһайыуҙан туҡтаманы район үҙәгенән Ҡашҡаға еткәнсе хакимиәттең водителе Йәүҙәт ағай Хафизйәнов. – Беләм инде: ҡалала бындайҙы йыш осратып булмай. Командировкаға барғанда соҡор-саҡырҙан арып ҡайтам. Ә беҙҙә – елеп йөрө, рәхәтләнеп йәшә!
Ком: 0 // Уҡынылар: 297 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшлегендәгесә йәшнәр Ҡарткиҫәк ...Ер-һыу гиҙеп йөрөгән ҡарт бейек тау башына килеп менә, ти. Аҫта – бер-бер артлы теҙелгән һөҙәк бейеклектәр, уларға һыйынған йүкә, ҡайын, алмағас урмандары.
Ком: 0 // Уҡынылар: 321 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Эшһеҙ ятыу ир-ат өсөн оят” Асҡын районының картаһы СССР-ҙыҡын хәтерләтә. Бәләкәй генә “дәүләт”тәр һыйынышып, дуҫ-татыу йәшәй бында. Һәр береһе сағыу, үҙенсәлекле, ғорур... Тыуған ерҙе яратыу, татыулыҡҡа ынтылыу, эшһөйәрлек төйәкте йылы бөркөлгән уртаҡ йортҡа әүерелдергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 320 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы республика балалары араһында инша конкурсы иғлан итте. Ул “Ауыл хужалығы иҫәбен алыу балалар күҙлегенән” тип атала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 314 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр ваҡыт алға! Уҡытыусыларҙы өйрәтәһе түгел: эшләй ҙә, хеҙмәтен күрһәтә лә, сәмләнеп ярыша ла белә улар. Һәр тантананы ҡабатланмаҫ, сағыу байрамға әйләндерәләр. Был юлы ла шулай булды: республика буйынса 26-сы тапҡыр үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының йомғаҡлау өлөшө еңеү сәме, ҡыуаныс-шатлыҡ, күҙ йәштәре менән бергә ҡушылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 325 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 Алға
Бит башына