Ҡанаттарын кирә аэропорт28 сентябрҙә “Өфө” халыҡ-ара аэропортында киң күләмле яңыртыу эштәре тамамланды. 2014 йылдан алып барылған был эштәргә “Рәсәй Федерацияһында транспорт системаһын үҫтереү” маҡсатлы программаһы бюджет линияһы буйынса 7 миллиард һум бүленде. Һөҙөмтәлә Өфө ҡалаһы Рәсәй региондары араһында тәүгеләрҙән булып ИКАО (Халыҡ-ара граждандар авиацияһы ойошмаһы) стандарттарына тулыһынса тап килгән заманса аэропортҡа эйә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 29 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел “Башҡортостан Республикаһы иҡтисадының тотороҡло үҫешен һәм социаль тотороҡлоҡто тәьмин итеүҙең комплекслы планы”ның яңыртылған редакцияһын раҫлағайны. Йышыраҡ “Көрсөккә ҡаршы план” тип аталған документ БР Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан һуңғы осорҙағы реаль хәлдәрҙе иҫәпкә алып төҙөлгән. Яңы планда 2016 йылдағы шундай документтың үтәлеш тәжрибәһе лә иҫәпкә алына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 57 тапҡыр // Тотош уҡырға
Манас иле ҡәрҙәштәрен барлайАлдан хәбәр итеүебеҙсә, 22 – 23 июндә Өфөлә эш сәфәре менән Ҡырғыҙстан Президенты Алмасбәк Атамбаев булып китте. Башҡортостанға килеү Ҡырғыҙстан етәксеһенең Рәсәйгә бер аҙналыҡ визиты сиктәрендә ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 134 тапҡыр // Тотош уҡырға
МатрицаҺуңғы осорҙа виртуаль валюта мәсьәләһе иҡтисадсылар араһында көтмәгәндә иң ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырған көнүҙәк темаға әйләнеп бара. Белгестәрҙең бер өлөшө яңы финанс технологияларын тиҙ арала үҙләштереү һәм киң ҡуллана башлау яҡлы булһа, икенселәре уларҙа ил иҡтисадын ҡаҡшатыуға йүнәлтелгән хәүеф күреп өлгөрҙө. Айырым мәлдәрҙә хәл хатта 50-се йылдар башында кибернетика фәненә ҡаршы ойошторолған кампанияға оҡшаш һыҙаттар ала башланы. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә финанс технологиялары донъя лидерҙары өлгәшкән кимәлдән шаҡтай түбәнерәк булыуы ла асыҡланды, был фактор ҡараштарҙың яйлап үҙгәреүенә килтерҙе. Үҙәк банк, Финанс министрлығы, финанс мониторингы һәм федераль һалым хеҙмәттәре етәкселәре тәүҙә криптовалютаны ҡәтғи рәүештә тыйыу, хатта уны әйләнешкә сығарған граждандарҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу яҡлы булһа, һуңғы осорҙа байтаҡ конструктив тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 55 тапҡыр // Тотош уҡырға
Карл Маркс хайран ҡалыр ине1–3 июндә уҙғарылған ХХI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй субъекттарындағы инвестиция мөхите рейтингы бәйән ителгәс, был өлкәлә эшләгән эксперттар рейтинг күрһәткестәрен аныҡ дәлилдәр – төбәктәрҙең инвестиция ҡеүәте (реаль капитал һыйҙырышлығы, капиталды үҙләштереүгә әҙерлеге) һәм реаль инвестициялар күләме менән сағыштырыу мөмкинлеге алды. Форум тәҡдим иткән рейтингта Башҡортостан 2016 йыл менән сағыштырғанда ете позицияға алға күсеп, 13-сө урынға күтәрелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 249 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тантал ғазаптары емеше 2 июндә Башҡортостандың ғилми йәмәғәтселеге ҙур юғалтыу кисерҙе – Төркиәнең Анталья ҡалаһында 78 йәшендә күренекле ғалим, металл физигы Оскар Әкрәм улы Кайбышев мәрхүм булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 96 тапҡыр // Тотош уҡырға
Доллар һумға иптәш түгел Үҙәк банк идараһы рәйесе Эльвира Нәбиуллина 9 июндә әҙерләгән белешмәһендә 2017 йылдың биш айында шәхси сектор сит илдәргә сығарған саф капитал (төрлө һалымдарҙан һәм түләүҙәрҙән һуң) күләме, уҙған 2016 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, ике тапҡырға артыуы һәм 22,4 миллиард һумға етеүе (уҙған йылдың биш айында – 10,3 миллиард һум) тураһында белдерҙе. Башҡа федераль структуралар, мәҫәлән, Федераль таможня һәм Федераль һалым хеҙмәттәре мәғлүмәттәренә ҡарағанда, шәхси сектор сит илдәргә күсергән суммалар ниндәй генә ҙур күренмәһен, Көнбайышҡа газ һәм нефть продукттары, металлургия сәнәғәте продукцияһы сығарған, милектәренең ҙур өлөшө дәүләттеке иҫәпләнгән корпорациялар офф-шор системалары аша үткәргән астрономик суммалар менән уларҙы сағыштырырлыҡ та түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, суммаларҙың ҙур өлөшө офф-шорҙар аша законһыҙ рәүештә үтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 78 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаҙнаны нисек тултырырға?Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 14 июндә үткәрелгән ултырышында депутаттар Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вахитовтың былтырғы эш һөҙөмтәләрен яҡтыртҡан мәғлүмәттәре менән танышты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 77 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ – Ватан ҡарт һәм Ил ҡарсыҡ балалары Ватан һәм Ил культурологик феномендары төрки халыҡтары мәҙәниәтендә, әҙәбиәттә, айырыуса мәғариф, тәрбиә эшендә ифрат ҙур урын биләй. Был ике мөһим төшөнсә башҡорт халҡында, барлыҡ төркиҙәрҙәге кеүек, әлегәсә тере әйләнештә ҡулланылһа ла, эпик ҡомартҡыларҙа, халыҡ ижадында һаҡланмаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 146 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәлһеҙләнгән һум кемгә ҡулай? Рәсәй һумдарының нығыныуы, был ниндәй генә сәйер парадокс булып күренмәһен, һуңғы айҙарҙа сәйәсмәндәрҙе, иҡтисадсыларҙы һәм эксперттарҙы етди борсолоуға һала. Улар, үҙ мәнфәғәттәренән сығып, бер-береһенә ҡаршы торған ике ҙур төркөмгә бүленеп, Үҙәк банкка, уның етәксеһе Эльвира Нәбиуллинаға баҫымын көсәйткәндән-көсәйтә. Билдәле булыуынса, Үҙәк банк һумдарҙың нығыныуы фонында 24 мартта үҙ ставкаһын 9,75 процентҡа тиклем кәметеп, йыл аҙағына 8,5 процентҡа тиклем төшөрөүҙе планлаштырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 163 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына