Яуаплы һәм ҡыҙыу осорАуыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң яуаплы мәл яҡынлашты. Улар көндө-төнгә ялғап сәсеү агрегаттарын әҙерлек һыҙығына ҡуя, техниканы барлай, орлоҡ фондын хәстәрләй, яғыулыҡ-майлау материалдарын туп­лай. Шулай ҙа улар өсөн иң мөһиме – көндөң аяҙ тороуы, ерҙең ни тиклем иртәрәк йылыныуы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 32 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һигеҙ һылыуҡай янына йәнә бер малайЫшанаһығыҙмы-юҡмы, Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис ауылында йәшәүсе Фәйрүзә менән Ғәфүр Янғоловтар сәскәләй һигеҙ ҡыҙҙары янына Илфат исемле малайҙы тәрбиәгә алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 38 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Балаларыбыҙ менән бәхетлебеҙ”Үрге Иҙрис ауылында йәшәүсе Рәшиҙә менән Низаметдин Сафиуллиндарҙың тормош юлы еңелдән булмай. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан улдарының һәм, яңы донъяға килеп, оҙаҡ та йәшәмәгән ҡыҙҙарының үлеменән һуң улар йәшәү мәғәнәһен юғалта. Һәр кемдең үҙ-ара күңелдәрен ҡыймаҫҡа тырышып, ҡайһы саҡта бер-береһенә күтәрелеп ҡарарға ла баҙнат итмәй артабан йәшәргә тырышыуы нисектер яһалма килеп сыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 45 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡыҙ бала – өйгә биҙәк” ти Хәйбулла районында йәшәүсе СуриндарБәләкәй Арыҫланғол ауылынан Фариза менән Хөрмәт Суриндар үҙҙәренең ике улы ҙурайып, Өфөгә уҡырға киткәс, яндарына ике ҡыҙҙы тәрбиәгә ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 65 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яратылып үҫһен һәр балаКоридорҙа атаһының ныҡлы ҡулдарына тотоноп атларға тырышҡан Нур башҡа балаларҙан бер яғы менән дә айырылмай. Тик уның йәшәүгә теләге ҙур: бар нәмәне танып белергә, кескәй туп артынан йүгерергә, ағаһы Рамазан менән бергә уйнарға, ата-әсәһенең янынан йәнәш атларға тырыша. Әммә уға һәр аҙым ауырлыҡ менән бирелә, һәр атҡан таң уның өсөн оло бәхеткә тиң. Нурҙың ата-әсәһе, Сибай ҡалаһында физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы махсус табиптарҙың ҡарауы, кәрәкле инстанцияларҙың бер урында ҡабул итеүе хаҡында ишеткәс, Йылайыр районынан килеп етә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 118 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нурасовтарҙың нурлы донъяһыМуллаҡай ауылында йәшәгән Гөлназ менән Вәхит Нурасовтар ҙа бәхеттәрен тыуған ерендә тапҡан. 2005 йылда өйләнешкән йәштәрҙең танышыуы — үҙе бер тарих. Әбдрәхмән ауылы ҡыҙы Гөлназ тыуған ауылында һатыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Магазинда уны күреп, Вәхиттең ағаһы ҡайтып ҡустыһына әйтә. “Матур ҡошто эләктереп ҡалһаң, үкенмәҫһең! Әйҙә, тәүәккәллә, ҡустым”, — тип уны март айының бер көнөндә Әбдрәхмән ауылына алып бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 253 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл йәме ат менәнУндайҙар хаҡында беҙҙең халыҡта “ат йәнле” тиҙәр. Ысынлап та, атты яратмаған, бала саҡтан уның ялына йәбешеп, һыбай атланып йөрөмәгән кеше йылҡы малын ҡарай ҙа, үрсетә лә алмайҙыр. Кәртәһендә ат бышҡырған, бейә кешнәгән, ҡолон сырҡыраған тауыштар яңғырамай икән, ниндәй ауылдың йәме булһын?! Был йәһәттән Ҡолсора ауылы халҡы бәхетле: бөгөн бында башҡорт тоҡомло аттар ҡайтанан үрсетелә. Фермерҙарҙа ғына түгел, шәхси ихаталарҙа ла йылҡы малы күпләп тотола. Шундай йүнсел ғаиләләрҙең береһе – Бүләк менән Рәмил Мөхәмәтйәновтар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 78 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матур ғаиләТап шулай тип таныштырҙы ауыл хакимиәте башлығы Яманһаҙ ауылында йәшәүсе Рәйсә һәм Исмәғил Әбделғафаровтар менән. Ысынлап та, бер-береһен ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап торған ғаиләлә бәхет, мөхәббәт тантана итә. 1990 йылда өйләнешкән Әбделғафаровтар дүрт балаға ғүмер биргән. Әле улар ике ейәнгә һәм бер ейәнсәргә хәстәрлекле өләсәй менән олатай ҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 122 тапҡыр // Тотош уҡырға
Имән Ҡытайға китә...Һуңғы ваҡытта ағас эше менән булышҡан эшҡыуарҙар, сеймалды тәрән эшкәртеүҙең күпкә отошло булыуын яҡшы аңлап, күбеһе төҙөлөш материалдары етештереү юлын һайлай. Күптән түгел Сибайҙа эш башлаған “БашЭкоРесурс” йәмғиәте имән ағасынан шпон, фанера, плитә һәм панелдәр етештереүҙе яйға һалып отолмаған. Экологик яҡтан таҙа төҙөлөш ярымфабрикаттары башҡа бер ерҙә лә эшләнмәй. Сибай шпондарының даны тиҙ арала халыҡ-ара кимәлгә сығыуға өлгәште.
Ком: 0 // Уҡынылар: 71 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кендек инәһенә оҡшағанБала саҡтан ҡурсаҡтарына кейем тегергә яратҡан Рәсимә Яналинаның тегенсе булып китеүе һис осраҡлы түгел. Әсәһенең кескәй сағынан күлдәктәрҙе үҙе тегеп кейҙереүе лә был һөнәргә ҡарата һөйөү тәрбиәләмәй ҡалмағандыр. Әсәһенән күргән тун бескән, тигәндәй, Рәсимә Хәсән ҡыҙы төрлө тауарҙы ҡырҡҡылап, ҡурсағына күлдәктәр теккәндә, әсәһенең иң кәрәкле тауарҙарын тотоноп, әрләнгән саҡтары ла йыш була. Шулай ҙа тегенселеккә һөйөүе кендек инәһе Маһира Усманованан киләлер, тип иҫәпләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 69 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 41 Алға
Бит башына