Ҡайын һуты Бөгөн йәштәрҙе Интернетҡа текәлгән, тәмле ашап, яҡшынан кейенгән йә булмаһа ата-әсәһе менән араһын өҙгән, бары тик урам тәрбиәһендә ҡайҙа, нимә эшләргә белмәй йөрөгән кеүегерәк һүрәтләргә күнегеп баралар. Йәш быуынға һәр заманда ла зарланғандар һәм киләсәктә лә уларға ҡарата ризаһыҙлығын белдерергә теләүселәр табылыр. Нисектер был тәбиғи күренеш, һәм был хаҡта бәхәсләшеп тороуҙың ҡыҙығы ла юҡ кеүек. Әммә шул уҡ йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында талантлылар, киләсәккә өмөт менән баҡҡандар бик күп. Яҙыусы Факил Мырҙаҡаевтың әҫәрҙәрендә лә тап ана шундай яҡты ниәтлеләргә ҙур урын бүленә. Уның яҙғандары тураһында элек тә һүҙ әйткәнем бар ине.
Ком: 1 // Уҡынылар: 510 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сафуан Яҡшығолов XIX быуатта уҡ  Ҡоролтай программаһын яҙған Йәмғиәтебеҙгә шундай сифат хас: бер шәхестең ҡаҙаныштарын күтәрә башлаһаҡ, башҡаларҙың барлығын да онотоп ебәрәбеҙ. Ә талантлы, олуғ ижади бейеклектәр яулаған милләттәштәребеҙ бик күп беҙҙең. Ҡайһы быуатты ғына алһаҡ та, башҡорттоң һүҙ сәнғәтендә, рухиәтендә тәрән эҙ ҡалдырған, заманы йырын көйләгәндәр бихисап.
Ком: 3 // Уҡынылар: 1290 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йоттоң да була төрлөһө Һуң был тормош бит башҡорттарҙыҡына ла оҡшаш, тип ҡарап ултырҙым, йөрәгемде усҡа йомоп, ҡаҙаҡ яҙыусыһы Олжас Жанайдаровтың “Йот” драмаһын. Уны М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында режиссер Айрат Абушахманов сәхнәләштерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 353 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етмәй ҡалды миңә бер шиғыр... “Әҙәби нағыш” республика марафоны сиктәрендә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында башлап яҙыусыларҙың шиғыр кисәһе ойошторола тигәс, төбәктәрҙә үткән осрашыуҙарҙы күҙ алдына баҫтырҙым. Ысынлап та, ҡыҙыҡлы ижад иткән, ватансылыҡ тойғоһо менән янған йәштәребеҙ бар бит.
Ком: 0 // Уҡынылар: 443 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғыр телендә һөйләшә Шаран Журналист булараҡ, республикабыҙҙың 53 районына аяҡ баҫҡан бар, әммә бер төбәккә юл төшмәй ҙә ҡуя. Ул да булһа – Шаран районы. Бына, ниһайәт, “Тиле йәшлек”, “Бажалар” сәхнә әҫәрҙәре, “Ҡояш байымай ҙа байымай”, “Тол ҡатындар иламай” романдары менән башҡорт әҙәбиәте классиктары исемлегенә ингән Ибраһим Абдуллиндың, яҡты рухлы шағирә,
Ком: 0 // Уҡынылар: 576 тапҡыр // Тотош уҡырға
Интернет һиңә дуҫмы, дошманмы? “Әҙәби нағыш” республика марафоны барышында һәр төбәктә үҙенсәлекле күренештәргә тап булабыҙ. Шаран районының мәҙәниәт һарайында сағыу тамашаның шаһиты булырға насип итте.
Ком: 1 // Уҡынылар: 542 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илем ҡаһармандары Баҫыуҙарҙа – трактор тауыштары,
Улар таңды ҡырҙа ҡаршылай.
Икмәк булһа, йыр ҙа була, тиҙәр –
Яландарҙа тыуа йыр шулай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 229 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Юлдаш йыры” – халыҡ ауазы Былтыр ҙа ошондайыраҡ фекер әйткәйнем шикелле “Юлдаш йыры” конкурсы хаҡында: унда төбәк таланттары ҡатнаша һәм һирәк ишетелгән халыҡ көйҙәре, халыҡ йырына әйләнгән композитор әҫәрҙәре яңғырай. Был юлы ла тап шулай булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 671 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәми Ғариповтың тылмасы кем? Күптән әҙәби сараларҙан һуң шундай ҡәнәғәтләнеү тойғоһо менән ҡайтҡан юҡ ине. “Бельские просторы” журналы редакцияһы ойошторған VII республика тәржемәселәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Шығырым тулы зал йыйылырға тейеш кеүек ине, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың лирик шиғырын урыҫсаға ауҙарыу буйынса ярыш ойошторолоуын иҫәпкә алғанда. Заманында улар шулай майҙан тотҡан. Хәйер, ул саҡтарҙа әҙәбиәткә мөнәсәбәт тә башҡаса булған шул, сөнки бөгөн ижад эштәре беҙгә китап, автор аша ғына түгел, башҡа төрлө сығанаҡтарҙан да килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 364 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡты хәтер йәшәр йөрәктә Ошо юбилейын әллә нимә көткәндәй көттө ул. Әйтерһең, бәләкәй бала инде, ни аласағы, китабы сығасағы, ҡайҙа кемдәр менән осрашасағы хаҡында ҡыуанып һөйләне. Һәр ваҡыттағыса, шағирә, ғалимә, уҡытыусы Рәсимә Ураҡсина йөҙҙәрсә план менән йәшәне... Һәм бына ҡапыл, беҙҙе ҡалдырып, мәңгелек йортона күсте. Ҡырҡына Башҡортостандың матбуғат баҫмаларында йылы йөкмәткеле мәҡәләләр сыҡты. Үҙе көтөп ала алмаған тыуған көнө лә килеп етте...
Ком: 0 // Уҡынылар: 509 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 19 Алға
Бит башына