Бөйөк далала – ҡурай моңо Ҡаҙағстандың Ҡыҙылурҙа ҡалаһында “Ҡорҡот һәм Бөйөк дала көйҙәре” IV халыҡ-ара төрки телле халыҡтарҙың традицион музыка сәнғәте фестивале үтте. Фестивалде ТӨРКСОЙ һәм Ҡыҙылурҙа өлкәһе хакимиәте ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 44 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Самрау” һәләтлеләрҙе йыяМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының “Самрау” балалар театр студияһы балаларҙы йыя. Яңы миҙгелде асыуға арналған матбуғат конференцияһында уҡытыусыларҙың береһе – актер Урал Әминев ошо хаҡта иғлан итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 35 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балаларға бүләкСтәрлетамаҡ башҡорт драма театры Мостай Кәримдең повесы буйынса спектакль әҙерләй. 28 сентябрҙә яңы 17-се миҙгелде асҡанда коллектив “Өс таған” спектакленең премьераһын тәҡдим итә. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамы менән “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекты нигеҙендә ҡуйыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 82 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әүлиә тураһында спектакльАрыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры Лира Яҡшыбаеваның “Мөжәүир хәҙрәт” повесы буйынса яңы спектакль әҙерләй. “Әүлиә”нең премьераһы тамашасыға сентябрҙә миҙгелде асыу тантанаһында тәҡдим ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 89 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Мираҫ” – дуҫлыҡ илсеһе12 – 22 августа Венгрияла XXII “Summerfest” халыҡ-ара фестивале була. Ул ЮНЕСКО ҡарамағындағы Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу­сылар советының (CIOFF) саралар календарына индерелгән. Фестивалдә Өфө ҡалаһының “Мираҫ” фольклор йыр һәм бейеү ансамбле Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың традицион мәҙәниәте менән таныштырасаҡ. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто был абруйлы бурысты тап Өфө артистарына йөкмәтергә ҡарар итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 85 тапҡыр // Тотош уҡырға
Верман баҡсаһындағы һабантуй Башҡорттар Латвияның баш ҡалаһы Ригала уҙғарылған һабантуйҙа ҡатнашты. Күркәм сара ҡаланың үҙәк паркында — “Верман баҡсаһы”нда үтте. Был турала башҡорт диаспораһы етәксеһе Ринә Хәмитова хәбәр итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 115 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Милли музейында “Йәйә һәм уҡтар: мезолиттан алып Яңы заманға тиклем” күргәҙмәһе асылды. Унда һөйәктән, саҡматаштан, бронзанан һәм тимерҙән яһалған уҡ-һаҙаҡтарҙы, башаҡтарҙы, йәйәләрҙе күрергә мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 91 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалына 25 йыл тулды. Байрам саралары 25–26 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 93 тапҡыр // Тотош уҡырға
Композитор иҫтәлегенә Өфөләге Республика һуҡырҙар китапханаһында Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә мемориаль күргәҙмә булдырылды. Уның тыуыуына 60 йыл тулған көндә Башҡортостанда композиторҙы иҫкә алыу саралары ойошторолдо.
Бында үҙе уйнаған пианино, “Ай тотолған төндә” операһына Брайль шрифты менән тултырған нота дәфтәрҙәре, Вера Фролованың майлы буяу менән яһалған тәүге портреты ҡуйылған. Композитор тураһында китаптар күргәҙмәһе асылған. Интернетта һәм китапхананың сайтында “Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә” тигән мемориаль виртуаль китап күргәҙмәһе бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 197 тапҡыр // Тотош уҡырға