Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?Яңыраҡ “Ғаиләлә бәхетһеҙлекте һәм социаль етемлекте иҫкәртеү мәсьәләләрен хәл итеүҙә ғаилә тормошо һәм яуаплы ата-әсәлек мәҙәниәтен булдырыу” тигән семинар булды. Сарала Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приюты етәкселеге ҡатмарлы көнкүреш шарттарында ҡалған ғаиләләр менән осрашты, уларға ярҙам итеү алымдарын барланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 74 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йәшел ожмах” мәле етә “Яҙғы баҫыу эштәренә күп ҡалманы. Быйыл республикала өс миллион 500 мең тонна иген етештереү бурысы ҡуйыла. Үҙебеҙҙең ихтыяжға шуның бер миллион 700 мең тоннаһы етһә, ҡалғанын һатыуға сығарыу күҙаллана”. Шулай тине Нуриман районында үткән төбәк кәңәшмәһендә ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 59 тапҡыр // Тотош уҡырға
Линиза Исламғолова (Юлдашбаева) Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы Хәйрулла ағай, әсәһе Тәриҡә апай бик ихтирамлы, аҡыллы кешеләр була. Улар һигеҙ балаға ла юғары белем бирергә тырышҡан, һәр кем өсөн үрнәк һаналған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 80 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөртөкләп йыйыла... йомортҡа Һеҙҙең йәшел, зәңгәр йомортҡаларҙы күргәнегеҙ бармы? Ә ҡыҙылын? Юҡ, урыҫтарҙың Пасха байрамына буялғанын түгел, ысынын? Әгәр алдығыҙға ҡап-ҡара ит ҡуйып, был тауыҡтыҡы, тиһәләр, нисек ҡабул итер инегеҙ? Етмәһә, тиреһе көрән, һөйәге ҡара булһа?
Ҡыҙылъяр ауылында йәшәгән Гүзәл һәм Рөстәм Тимерғәлиевтәр үҙ ихатаһында ун алты төрлө тоҡомло тауыҡ үрсетә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 276 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таксистарҙы үҙебеҙ хеҙмәтләндерәбеҙ “Башҡортостан” гәзитендә “Автобус операцияһы” уҙғарылыуы тураһында хәбәрҙәрҙе әленән-әле уҡып торабыҙ, шуға беҙ ҙә хат яҙырға булдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 126 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етәксене хеҙмәт биҙәй Ауылына ҡайтҡан һайын ул тиҫтерҙәре менән ҡыш көндәре Терпе тауында сана шыуыуҙарын, диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан Сәлмәкәйҙә һәм Оло Күлдә рәхәтләнеп һыу инеүҙәрен иҫкә алырға ярата. Хозур тәбиғәтле Нуриман ерендә донъяға килеүенә ҡыуана Азамат Ризуан улы. Был юлы ла Яңы Күлгә ҡайтҡас, ғәмһеҙ бала сағы үткән урындарға бармай ҡалманы ул.
— Һағындыра шул тыуған яҡтар! Еләк-емешкә, бәшмәккә бай урмандар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, аунап уйнаған хәтфә туғайҙар, күп йылдар үтһә лә, күңелгә яҡын һәм ҡәҙерле. Моғайын, һәр кем бала сағын һағынып хәтерләй торғандыр, — ти Азамат Носратуллин, хәтирәләргә бирелеп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 299 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көйәнтә-биҙрә урынына – һөт үткәргес Республиканың ауыл эшсәндәре әле генә баҫыуҙарҙан көҙгө мул уңышты йыйып, хужалыҡ ихатаһына бесән-һалам ташып, бер аҙ хәл йыйып өлгөрҙөмө-юҡмы, мал ҡышлатыу осорона ла аяҡ баҫты. Уларҙың кәйефе бөгөн күтәренке, сөнки хеҙмәт күрһәткестәре яҡшы, алға ҡуйылған бурыс тулыһынса тиерлек үтәлгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 107 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ай-һай, киләсәк, Батыр рухын беләсәк!
“Салауаттың ярһыу атын
Уҙыр батырҙар тыуһын.
Топ-топ батырҙар,
Өҙә баҫып барырҙар!

Салауаттың утлы рухы
Йәш күңелдәргә тулһын.
Ай-һай, киләсәк,
Батыр рухын беләсәк!”


Ошо йыр менән ҡаршы алды беҙҙе Иҫке Күл урта мәктәбе уҡыусылары. Милләтебеҙ ағинәһе Мәрйәм Бураҡаеваның “Йәйләү” программаһы буйынса ойошторолған йәйге ял үҙәгендә шөғөлләнгән балалар сағыу тамашаға йыйылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 424 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл халҡына – эш, ҡунаҡтарға – аш
“Тыныс яр” йәмғиәте Ишморат һәм Иҫке Исай ауылдары араһындағы түңәрәк яланда экологик туризм йәйелдереү өсөн заманса комплекс төҙөй башланы. Урындағы халыҡҡа – эш, ситтән килгәндәргә яҡшы ял булһын тигән маҡсат ҡуйған улар. Район хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, проектҡа 30 миллион һум тирәһе инвестиция йәлеп ителгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 339 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ер еләккәйҙәре беште инде...” Тынсыу ҡаланан ҡасып, иркенлектә йәшәгегеҙ киләме? Өфөнән Иҙиәтуллиндар ғаиләһе тап шулай иткән дә: өйләнешкәс тә Нуримандың Нимесләр ауылына килеп төйәкләнгәндәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 535 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына