Ҡарас сәсән рухын ҡыуандырып Сәсән әйтһә – һүҙ булыр, ил төкөрһә – күл булыр, ти халыҡ мәҡәле. Учалы районының Уральск ҡасабаһында үткән Ҡарас сәсән исемендәге традицион уҡ атыу бәйгеһе – ошоға асыҡ миҫал. “Мәргән уҡсы” фестиваленән йүнәлеш алып, бер йыл эсендә республикала өсөнсө тапҡыр үткәрелгән был күркәм һәм мәртәбәле сара милли кәсеп-шөғөлдәрҙе тәрәндән өйрәнеү менән бергә халыҡ батырҙарын һәм сәсәндәрен хөрмәтләгән Учалы районы халҡына, Башҡортостанда һәм сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә ҡеүәт булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 105 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тамырҙарын белгән – көслө Ата-бабаларҙың аманатын ҡаҡмайынса, быуаттар буйына тупланған халыҡ аҡылын ихтирам итеп һәм белеп ҡулланған, үҙҙәре төйәк иткән ожмахтай матур ерҙәрен ҡәҙер итеп, тарихи тамырҙарын өйрәнгән, ил һәм заман менән бер аҙымдан атларға тырышҡандар бар. Һүҙем тәбиғәтенең хозурлығы, һауаһының сафлығы, шифалы балы, халҡының ихласлығы менән беҙҙе генә түгел, алыҫ ерҙәрҙән килеүселәрҙе лә һоҡландырған Бөрйән районы хаҡында. Беҙҙең юл тотҡан еребеҙ – Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы. Ошо көндәрҙә Бөрйән районының Һарғая ауылында “Урал батыр” байрамы үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 93 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Өфөгә тағы бер киләм әле...” Матур сәйәхәт һәр кемдең күңелендә яҡшы тәьҫораттар ҡалдыра торғандыр, моғайын. Бәғзе берәү йән һәм күңеленә ял эҙләп тәбиғәт ҡосағына ынтылһа, кемдер төрлө илдәр, ҡалалар буйлап сәйәхәт итергә ярата. Һоҡланғыс матур ерҙәрҙе күреп ҡыуана, яңылыҡ эҙләй, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте менән таныша, яңы телдәрҙе өйрәнә, үҙенә дуҫтар, таныштар таба. Башҡортостанға Кишинев ҡалаһынан килгән молдаван егете Денис Донич – ошондай сәйәхәтселәрҙең береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 68 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тамыр” бәйгегә саҡыра! Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың бай рухи мираҫының ҡото ҡайта, милли кәсеп-шөғөлдәребеҙ тергеҙелә, яңы заманса төҫ ала, улар милли асылыбыҙҙы, тәрән тарихи тамырҙарыбыҙҙы барларға ярҙам итә. Баш ҡалабыҙҙа, төрлө райондарҙа “Мәргән уҡсы” фестивале менән берлектә ойошторолған төрлө саралар – ошоға асыҡ миҫал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 123 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙҙың йәме, өйҙөң йәме – әсәләр Сабыйҙар – Хоҙай Тәғәләнең оло бүләге, тиҙәр. Ә күп бала тәрбиәләгәндәр был осраҡта икеләтә бәхетле, тимәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 80 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иртәгә илебеҙ Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй. Был иҫтәлекле көн ил тарихында 1918 йылдан – Ҡыҙыл Армияның Германияның кайзер ғәскәрҙәрен еңеү көнөнән билдәләнә. 1946 йылдарҙа был байрам Совет армияһы һәм Хәрби Диңгеҙ флоты көнө тип атала, үҙгәртеп ҡороу осоронда Рәсәй армияһы көнө булараҡ билдәләнә, ә 1995 йылдың 13 мартында Б. Ельцин тарафынан раҫланған “Хәрби дан һәм Рәсәйҙең иҫтәлекле даталары көнө тураһында”ғы Федераль законға ярашлы 23 февраль Ватанды һаҡлаусылар көнө тип иғлан ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 73 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тамыр”лы бала саҡ ..– “Тамыр” иле – бик ҙур, бик бай ил. Тапшырыуҙарға бай, балаларға бай, һәләттәргә бай... Балаларға хас сафлыҡ, ябайлыҡ менән йәмләнеп, сағыу тауыштарҙан гөрләп торған шундай күңелле бер донъя ул. “Тамыр” телерадиостудияһы асылыуға 25 йыл тулыу күҙлегенән ҡарағанда, байрамлы, даланлы, бәхетле ил.
Студияла эшләгән режиссерҙарҙың, мөхәррирҙәрҙең, тауыш режиссерҙарының, рәссамдарҙың, һәләтле балаларҙың булыуы менән бәхетле ул “Тамыр” иле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 93 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡарас сәсән ейәндәре бәйгегә саҡыра Учалы районы йәмәғәтселеге “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи клубы һәм “Башҡортостан” гәзите менән берлектә башҡорт халҡының аҫыл улдарының береһе Ҡарас сәсән исеменә бағышланған традицион уҡ атыу бәйгеһе уҙғара. Был сара боронғо милли шөғөлдәрҙең береһе булған уҡ атыуҙы тергеҙеү, Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһына инәсәк мәргәндәрҙе билдәләү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау маҡсатында ойошторола.
Ком: 0 // Уҡынылар: 129 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъя гиҙер киңлеккә нисә “асҡыс”ың бар, Халҡым? Бөгөн туған телебеҙҙә аралашабыҙ, яҡындарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға уй-фекерҙәребеҙҙе әсә телендә еткерә алабыҙ. Рус телендә иркен һөйләшәбеҙ. Ә шулай ҙа үҙ телебеҙҙә иркен итеп аралашабыҙмы?
Билдәле булыуынса, уратып алған донъя, тирә-яҡ мөхит, йәмғиәт кешенең физик һәм рухи үҫешенә йоғонто яһай. Көнкүреш шарттары бик үк яҡшы булмаған ҙур ҡалаларҙа төрлө ауырыуҙар, законды боҙоу осраҡтары, мәҙәни кимәле юғары, уңайлы шарттары булған райондарға ҡарағанда, йышыраҡ күҙәтелә. Тәрбиәүи күҙлектән сығып ҡарағанда, әгәр ҙә бала ғаиләлә наҙлы һүҙҙәр йәки, киреһенсә, әрләү-битәрләүҙе ишетеп, үҙе йәшәгән ауылдың йәки ҡаланың матур мөхитен күреп йәки, киреһенсә, бысраҡ урам, ватыҡ тәҙрәле өй-ҡоролмалар уратымында үҫә икән, ул һис шикһеҙ донъяуи ысынбарлыҡты шундай төҫтәрҙә ҡабул итәсәк, үҙ аңында ла донъяны шулай төҙөйәсәк. Артабанғы әйтер һүҙебеҙ кеше үҫешенә йоғонто яһаясаҡ һау мөхит тураһында булыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 79 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәйкәл ҡуйырлыҡ уҡытыусы Ошо көндәрҙә Кремлдең Екатерина залында Владимир Путин фән, мәҙәниәт, медицина, етештереү һәм белем биреү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн утыҙҙан ашыу кешегә дәүләт наградаларын һәм маҡтаулы исем бирелеүе тураһындағы дипломдар тапшырҙы. Улар араһында яҡташыбыҙ, Өфөнөң 42-се лицейы уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина ла бар ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 43 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына