“Ҡыҙыл әтәс” ҡотораБашҡортостан Хөкүмәте 11 майҙан төбәк урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим индерҙе. Ул хәүефле мәл тамамланып, ошо хаҡта махсус бойороҡ сыҡҡансы дауам итәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 40 тапҡыр // Тотош уҡырға
Инаугурациянан һуң Президент Владимир Путин Хөкүмәт Премьер-министры Рәйесе вазифаһына яңынан Дмитрий Медведевты тәҡдим итте. Дәүләт Думаһы депутаттарының 374-е (83,1 процент) кандидатураны хупланы, ә 56 депутат (12,4 процент) ҡаршы тауыш бирҙе. Икенсе көндө иһә Рәсәй Президенты Дмитрий Анатольевич Медведевты Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе итеп тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, Владимир Владимирович был мәсьәлә буйынса ла “дилбегәне” ҡыҫҡа тотто.
Ком: 0 // Уҡынылар: 85 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Телефонды ҡолаҡҡа бәйләп йоҡлай инек”Белорет районының Шығай ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәһәҙей Бикбай улы Әбсәләмов быйыл 93 йәшен билдәләне. Бар ауырлыҡты иңендә күтәргән, ут-һыу кискән уҙамандың үҙ мәлендә дин юлына баҫып, сәләмәт тормош алып барыуы ла ошо олпат йәшкә етеүенә булышлыҡ иткәндер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 27 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бушлай дарыу мәсьәләһе ҡасан хәл ителер?Йыл башынан республикала льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса һорауҙар тыуҙы. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш барышында ла атай-әсәйҙәр ғүмер өсөн мөһим препараттарҙы алыуҙа тотҡарлыҡтар булыуы хаҡында белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 112 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡануниәт күҙәтеләме?Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда республика парламентының сираттағы 52-се ултырышы булды. Унда республика прокуроры Андрей Назаров “Башҡортостан Республикаһында законлылыҡ торошо тураһында”ғы, Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллин “2017 йылда Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү тураһында”ғы докладтар менән сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 97 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъялар буталып тора...Рәсәйҙе көсһөҙләндереүгә Америка Ҡушма Штаттары күп көс һалды. Һөҙөмтәлә илде тарҡатыуға өлгәште, әммә һуңғы сиккә еткереүгә саҡ ҡына өлгөрә алмай ҡалды, Борис Ельцин влас­тан мәлендә китеп өлгөрҙө. Әлбиттә, ил именлеге хеҙмәтендә эшләп, халыҡ-ара сәйәсәтте яҡшы аңлаған Владимир Путинға ла Рәсәйҙе аяҡҡа баҫтырыу, элекке ҡеүәтен ҡайтарыу еңелдән түгел. Әммә уның эҙмә-эҙлекле эшенең ыңғай һөҙөмтәһен күрмәү мөмкин түгел. Улар араһында — Ҡырым һәм Севастополде ҡайтарыу, илдең Ҡораллы көстәрен аяҡҡа баҫтырыу, Рәсәйҙең донъя кимәлендә абруйын арттырыу һәм башҡалар...
Ком: 0 // Уҡынылар: 84 тапҡыр // Тотош уҡырға
АҠШ президенты Дональд Трамп Рәсәйҙе һәм Ҡытайҙы бик ҙур гонаһта ғәйепләүен дауам итә. Ул Мәскәү менән Пекин араһында валюта сәйәсәтенә ҙур ризаһыҙлыҡ белдерә. “АҠШ процент ставкаларын күтәргән саҡта, Рәсәй һәм Ҡытай валюта девальвацияһы менән уйнай. Юл ҡуймаҫлыҡ хәл!” – тип яҙа ул. Был һүҙҙәре менән телдән сит илдең эшенә ҡыҫылып, бер твит менән Америка валютаһының курсын төшөрөүгә булышлыҡ итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 103 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ә Ҡытайға барыберШундай уйҙар тыуа, Ҡытайҙың донъя кимәлендә алып барған эшмәкәрлегенә күҙ һалғанда. Эйе, улар бар яҡлап та үҫешә. Яңыраҡ Хайнань утрауына Рәсәй һәм тағы ла 58 ил туристарына визаһыҙ инеүҙе рөхсәт итеүе лә Ҡытайҙың үҙен көслө тойоуы һәм бер кемдән дә ҡурҡмауын, ил иҡтисадын үҫтереү маҡсатында күрелгән сара булыуын сағылдыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 101 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй хеҙмәттәшлеге ил студенттарын “дуҫтарса мөнәсәбәттә булмаған” илдәрҙән ҡайтарыу буйынса “Highly Likely Welcome Back, йәки өйгә ҡайтырға ваҡыт!” тигән проектты тәҡдим итте. Уға ярашлы, сит илдә белем алған студенттарҙың күпселеге, “сәйәси сәбәптәр” арҡаһында, тыуған илгә ҡайтыр, тип ышана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 128 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм Хәмитов: “Һәр мөрәжәғәт – иғтибар үҙәгендә”Һуңғы йылдарҙа ил һәм төбәк башлыҡтарының тура эфирҙа халыҡтың һорауҙарына яуап биреүе яҡшы йолаға әүерелде. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов менән сираттағы һөйләшеү 19 апрелдә үтте. Тапшырыуҙы БЮТ, “Башҡортостан-1”, “Вся Уфа” телеканалдары, “Спутник FМ”, “Рәсәй радиоһы – Башҡортостан” радиостанциялары трансляцияланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 101 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Алға
Бит башына