Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ошо көндәрҙә Ишембай районының Этҡол ауылында йәшәгән ҡәҙерле әсәйебеҙ Нәсимә Ғайса ҡыҙы ӘЙҮПОВА үҙенең матур ғүмер байрамын – 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙ йәйге ҡояш йылыһы күңелдәргә нур бүләк иткән матур айҙа тыуғанғамы, сабыр ҙа, мәрхәмәтле лә, ярҙамсыл да, гүзәл дә, эшлекле лә! Әсәйебеҙ ғүмер буйы яуаплы вазифаларҙы башҡарҙы. Бөгөн иһә ул — Этҡол ауыл Советы хакимиәте башлығы. Һәр ваҡыт халыҡ менән, һәр ваҡыт кешеләр мәнфәғәтендә. Әммә яратҡан эштең ауыры буламы ни? Әсәйебеҙ ҙә һәр кемгә иғтибарлы һәм ихтирамлы. Шуға ауылдаштары ла уны хөрмәт итә, ярата. Ғөмүмән, барыһына ла етә уның йөрәк йылыһы — яҡындарына ла, туғандарына ла, дуҫтарына ла, ауылдаштарына ла.
Киләсәктә лә әсәйебеҙгә тик аяҙ көндәр, яҡты иртәләр, ныҡлы сәлә­мәт­лек, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләй­беҙ. Тормош һынауҙарына биреш­мәйенсә, ауыр­лыҡ­тар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәренең игелеген күреп, бала­ларының күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта атайыбыҙ менән оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә насип итһен!

Беҙҙең өсөн йөрәк йылың бүлеп,
Күҙ нурҡайҙарыңды түккәнһең.
Күтәрмәҫтәй йөктәр күтәргәнһең,
Оҙон тормош юлын үткәнһең.
Һәммәбеҙҙең изгелеген күреп,
Шатлыҡ ҡына кисер һин, әсәй!
Бәхет менән, сәләмәтлек менән,
Беҙҙе ҡыуандырып йөҙ йәшә!

Иң изге теләктәр менән тормош иптәше, ҡыҙҙары Әлфиә, Ләйсән, кейәүҙәре Вадим, Денис, ейән-ейәнсәрҙәре Иҙел, Урал, Юлиә, Диана, Камила.

* * *
Өйләнешеү, күңелле итеп туй үткәреү – бәхетле кешенең ғүмеренә бер генә килә торған зауыҡ нәмә, тиҙәр. Бөгөн иһә шундай бәхетле пар – Баймаҡ районының Шүлкә ауылы егете Радик МЕРӘҪОВ менән Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы һылыуҡайы Азалия ШӘЙӘХМӘТОВАның донъя­лағы иң иҫтәлекле һәм шатлыҡлы көнө!
Әле берегеҙ – ҡояш, икенсегеҙ ай кеүекһегеҙ, шул ике йәшлектең таң­дары ҡушылған, йәндәре берләшкән мәл. Йән яратҡан, күңел тартҡан йәр берәү генә була. Ваҡытында табыш­ҡанһығыҙ, ваҡытында ҡауышҡанһығыҙ. Шул никахты күҙ алмаһы һымаҡ һаҡлағыҙ, туйҙа яуған теләктәрҙең барыһын да аҡлағыҙ. Һәр көнөгөҙ яҡты һәм йылмайып үтһен, шатлыҡҡа ҡойоноп йәшәгеҙ! Бәхетегеҙ һүнмәһен, пар ҡанатлы булып ғүмер итегеҙ!
Алтын балдаҡ кейгән был көнөгөҙ
Һағындырыр тормош көткәндә,
Һаман да йәш, матур һеҙ, тиһендәр
Алтын туйҙы байрам иткәндә.
Бәхетегеҙ тулып, ташып торһон,
Мәңге бергә татыу йәшәгеҙ,
Изгеләрҙән-изге теләк һеҙгә:
Ҡотло булһын йәшлек туйығыҙ!

Ҡотлау менән Өфөнән Роза һәм Илдар АҠЪЮЛОВТАР.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 06.07.2018 // Юбилейҙар

Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле һеңлебеҙ Сажиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Лотфуллинаны 50 йәшлек матур юбилейы...

Тотош уҡырға 253

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 08.06.2018 // Юбилейҙар

Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында 12 балалы ҙур ғаиләлә тыуған иң оло апайыбыҙ Зәйтүнә Рәшит...

Тотош уҡырға 341

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 25.05.2018 // Юбилейҙар

Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле әсә­йебеҙ Тәнзилә Заһи­ҙулла ҡыҙы Туҡаева­ны 80 йәшлек юбилейы менән...

Тотош уҡырға 225

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 04.05.2018 // Юбилейҙар

Күренекле педагог, Рәсәй Феде­рацияһының, Башҡорт­остан Респуб­ликаһының атҡаҙанған сәнғәт...

Тотош уҡырға 314

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 02.05.2018 // Юбилейҙар

Ошо көндәрҙә Ишембай районы­ның Йәнырыҫ ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Өфө ҡалаһында йәшә­гән ҡәҙерле...

Тотош уҡырға 303

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 17.04.2018 // Юбилейҙар

Көйөргәҙе районының Ҡотлоюл ауылында йәшәгән тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ...

Тотош уҡырға 286

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 11.04.2018 // Юбилейҙар

Рәсәй юғары һө­нәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған уҡытыусыһы,...

Тотош уҡырға 353

Ҡотлайым!

Ҡотлайым! 06.04.2018 // Юбилейҙар

Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән хөрмәтле Арсений Рәфҡәт улы Мөхәмәтйә­новты күркәм юбилейы...

Тотош уҡырға 342

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 30.03.2018 // Юбилейҙар

Класташыбыҙ, дуҫыбыҙ Ғәйфулла Ғәйнулла улы Хәйруллин үҙенең ғүмер байрамын — 80 йәшен билдәләй. Беҙ...

Тотош уҡырға 324

Ҡот­лайбыҙ!

Ҡот­лайбыҙ! 30.03.2018 // Юбилейҙар

Ҡыйғы районы Алағуз ауылында тыуып үҫеп, хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәгән Әлиә Әлимбай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 335

Ҡотлайбыҙ

Ҡотлайбыҙ 21.03.2018 // Юбилейҙар

Бөгөн ҡәҙерле кешебеҙ, Мәләүез районының Антоновка ауылында йә­шә­гән әнейебеҙ, өлә­сәйебеҙ Рабиға...

Тотош уҡырға 297

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 02.03.2018 // Юбилейҙар

Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Өфөлә йәшәгән Әнисә Муса ҡыҙы...

Тотош уҡырға 322