Ҡот­лайбыҙ!Ҡыйғы районы Алағуз ауылында тыуып үҫеп, хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәгән Әлиә Әлимбай ҡыҙы Ғәйнетдинованы күркәм юбилейы — 45 йәше менән ҡайнар ҡот­лайбыҙ!
Ул Ҡасим Дәүләт­килде­ев исемендәге гимназия-интернатта уҡыу буйынса директор урын­баҫары вазифаһын лайыҡлы башҡара. Оло йөрәкле, эш һөйөүсән, хөрмәтле Әлиә Әлимбай ҡыҙы бөтә ғүмерен балаларға аң-белем, тәрбиә биреүгә бағышланы. Уның фиҙакәр хеҙмәте “Башҡорт­остандың мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исем менән баһаланды һәм төрлө Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.
Тормош иптәше Валерий менән ҡотло йорттарын гөл-баҡсаға күмеп, татыу ғаиләлә биш баланы аяҡҡа баҫтырҙылар. Сабыр, тыйнаҡ, намыҫлы, эшһөйәр коллегабыҙға ныҡлы һаулыҡ, игелекле оҙон ғүмер, йән тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ.

Иң изге теләктәр менән гимназия-интернат коллективы.