Ҡотлайбыҙ!Рәсәй юғары һө­нәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан­дың атҡаҙанған фән эшмәкәре, атаҡлы психолог, профессор Вадим САФИН ошо көндәрҙә 85 йәш­лек оло юбилейын билдәләй.
Вадим Фәтхи улы Ейәнсура районының 2-се Назар ауылында тыуған, Яңы Себенле мәктәбендә уҡыған. Башта Ырымбур өлкәһенең Желтый педагогия училищеһын, аҙаҡтан Ырымбур дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Ул ғүмер буйы изге маҡсатына – кешеләрҙең холоҡ-фиғелен өйрәнеүгә тоғро ҡалды.
Яҡташыбыҙ республикала беренсе булып фәнни һәм ғәмәли психологияға нигеҙ һалды, шулай уҡ республика тарихында БДПУ-ла тәүге психология кафедраһын асыуға өлгәште.
Психология өлкәһендә күренекле ғалим Вадим Сафинды әүҙем йәмәғәт эшмәкәре тип тә беләбеҙ. Үткән быуаттың һынылышлы 90-сы йылдарында Башҡортостандың киләсәге өсөн бихисап ниәттәрҙе тормошҡа ашырҙы, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын да уңышлы башҡарҙы. Ул — Америка гуманистик йүнәлештәге психологтар ассоциацияһы һәм Халыҡ-ара психология фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы.
Көрәш ҡайҙа – шунда мөғәллим, тиҙәр. Әйтерһең дә, был һүҙҙәр фәҡәт Вадим Сафинға төбәлгән. Ғөмүмән, үҫәргән уҙаманы бар ғүмерен халҡының мәнфәғәтен хәстәрләүгә арнаны.
Вадим Фәтхи улы! Һеҙҙе ысын күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Тыныс ҡартлыҡ, балалары­ғыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.

Өфөләге “Ейәнсура”
яҡташтар ойошмаһы.