Ҡотлайбыҙ!Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле әсә­йебеҙ Тәнзилә Заһи­ҙулла ҡыҙы Туҡаева­ны 80 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләк­тәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Әсәй, донъялағы бөтә яҡшылыҡтарҙы йыйған оло йөрәгең, беҙгә ҡарата булған оло хәстәрлегең, фә­һемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һинең алдыңда башыбыҙҙы эйеп, сикһеҙ рәхмәте­беҙҙе белдерәбеҙ.
Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Ғаиләбеҙҙең татыулығы, берҙәмлеге һинең ныҡлы терәк-таяныс булыуҙан килә.
Хоҙай һине сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Фани донъяның рәхәтлектәрен күреп, һаулыҡҡа туйынып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, балаларыңдың изгелектәрен күреп, уларға терәк, кәңәшсе булып, оҙон, бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Күңелең һис ҡасан да борсолоу белмәһен, йөрәгеңдә дәрт-дарман һүрелмәһен, тормошоңдо сыуаҡ, яҡты көндәр генә биҙәһен!
Ҡояш нуры ерҙә балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Һинең тормош юлың – матур тарих,
Күптәр өсөн өлгө булырлыҡ.
Рәхмәт, тибеҙ һиңә ысын йөрәктән.
Һинең ғүмер – беҙгә ғорурлыҡ!
Оҙон-оҙаҡ йәшә һин ерҙә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле, әгәр эргәбеҙҙә
Һин иҫән-һау ғына булғанда.
Һиңә булған сикһеҙ рәхмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә.

Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Маргарита, Рәмзиә, Зөлфиә, кейәүҙәрең Шамил, Шамил, Александр, ейән-ейәнсәрҙәрең Әлиә, Илһам, Ләйсән, Юлия, бүләсәрҙәрең Нәркәс, Элина.