Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡотлайбыҙ!Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле һеңлебеҙ Сажиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Лотфуллинаны 50 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Баймаҡ районының Комсомол ауылында (хәҙер Сәйғәфәр) тыуып үҫкән иң бәләкәй һеңлебеҙҙең бала сағы, йәшлек йылдары бөтәбеҙҙең күҙ алдында үтте. Ауылыбыҙҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ул Сибай педагогия учили­щеһына уҡырға инде. Һуңынан ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамланы. Хеҙмәт юлын балалар йортонда тәрбиәсе булып башланы, мәктәптә уҡытыусы булып эшләп алды. Мәғариф тармағындағы эш тәжрибәһе артабан уға “Йәшлек” гәзите редакцияһында уҡыу-уҡытыу системаһындағы мәсьәләләрҙе төптән белгән хәбәрсе булырға ярҙам итте. 2003 йылда намыҫлы хеҙмәте өсөн уға “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде. 2007 йылда “Йәшлек” гәзитенең “Йыл журналисы” тип табылды.
Ҡәҙерлебеҙҙе күркәм юбилейы менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, Хәлим кейәү менән артабан да тиң-тигеҙ ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Нияз улыбыҙҙың туйын үткәреп, киләсәктә һөйкөмлө ҡәйнә-ҡайны, бәхетле ҡәртәсәй-ҡартатай булып ейән-ейәнсәрҙәр һөйөргә насип итһен.
Нур бөркөп торған донъяғыҙҙың рәхәтен күреп оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ. Килер көндәрегеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, барыр юлдарығыҙҙы яҡтыртһын, күңелдәрегеҙгә йылылыҡ һәм йәшәү дәрте өҫтәһен!

Изге теләктәр менән апайҙары-еҙнәләре, ағаһы менән еңгәһе һәм уларҙың балалары.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 08.06.2018 // Юбилейҙар

Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында 12 балалы ҙур ғаиләлә тыуған иң оло апайыбыҙ Зәйтүнә Рәшит...

Тотош уҡырға 349

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 25.05.2018 // Юбилейҙар

Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле әсә­йебеҙ Тәнзилә Заһи­ҙулла ҡыҙы Туҡаева­ны 80 йәшлек юбилейы менән...

Тотош уҡырға 228

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 04.05.2018 // Юбилейҙар

Күренекле педагог, Рәсәй Феде­рацияһының, Башҡорт­остан Респуб­ликаһының атҡаҙанған сәнғәт...

Тотош уҡырға 320

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 02.05.2018 // Юбилейҙар

Ошо көндәрҙә Ишембай районы­ның Йәнырыҫ ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Өфө ҡалаһында йәшә­гән ҡәҙерле...

Тотош уҡырға 305

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 17.04.2018 // Юбилейҙар

Көйөргәҙе районының Ҡотлоюл ауылында йәшәгән тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ...

Тотош уҡырға 291

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 11.04.2018 // Юбилейҙар

Рәсәй юғары һө­нәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған уҡытыусыһы,...

Тотош уҡырға 356

Ҡотлайым!

Ҡотлайым! 06.04.2018 // Юбилейҙар

Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән хөрмәтле Арсений Рәфҡәт улы Мөхәмәтйә­новты күркәм юбилейы...

Тотош уҡырға 349

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 30.03.2018 // Юбилейҙар

Класташыбыҙ, дуҫыбыҙ Ғәйфулла Ғәйнулла улы Хәйруллин үҙенең ғүмер байрамын — 80 йәшен билдәләй. Беҙ...

Тотош уҡырға 328

Ҡот­лайбыҙ!

Ҡот­лайбыҙ! 30.03.2018 // Юбилейҙар

Ҡыйғы районы Алағуз ауылында тыуып үҫеп, хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәгән Әлиә Әлимбай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 335

Ҡотлайбыҙ

Ҡотлайбыҙ 21.03.2018 // Юбилейҙар

Бөгөн ҡәҙерле кешебеҙ, Мәләүез районының Антоновка ауылында йә­шә­гән әнейебеҙ, өлә­сәйебеҙ Рабиға...

Тотош уҡырға 302

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 02.03.2018 // Юбилейҙар

Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Өфөлә йәшәгән Әнисә Муса ҡыҙы...

Тотош уҡырға 328

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 16.02.2018 // Юбилейҙар

Хөрмәтле Венера Миҙхәт ҡыҙы! Һеҙҙе һоҡланғыс юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Байтаҡ ваҡыт үтеп...

Тотош уҡырға 351