Бөгөн беҙҙең иң оло ағайыбыҙ Әхмәтов Ринат Гәрәйша улына 60 йәш тула. Ринат ағайыбыҙ бына инде оҙаҡ йылдар Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын лайыҡлы башҡарып килә. Ғәҙел, яуаплы, иғтибарлы етәксе булараҡ, уны халыҡ та хөрмәт итә, ихлас, алсаҡ, ярҙамсыл булғаны өсөн барлыҡ туғандары ярата, ә инде балалары өсөн ул – егәрле, уңған ғаилә башлығы һәм хәстәрлекле, яғымлы атай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 453 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайнар ҡотлайбыҙ!Гәзитебеҙҙең тәжрибәле һәм таһыллы журна­листарының береһе, яҙыусы-сатирик Винер Айҙар улы ИСХАҠОВ ошо көндәрҙә үҙенең алтын юбилейын билдәләй.
Ком: 1 // Уҡынылар: 754 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юбилей менән! Ҡәҙерле Гөлнәзирә һеңлем, марттың һылыу серле ҡыҙы! Шаулап-гөрләп ошо яҙғы көндәрҙә һиңә 55 йәш тула. Ә ҡасан ғына әле мин яратып-һөйөп сәстәреңде үрә, бутҡа ашата, күтәреп Димгә һыу инергә йүгерә инем. Ғүмер ағын һыу кеүек шул. Хәҙер инде, шөкөр, һин – тыуған төйәгебеҙ Әлшәйҙә билдәле шәхес – “Башҡортостандың атҡаҙанған”, “Йыл уҡытыусыһы” тигән исемдәргә, Мәғариф министрлығы грантына, Почет грамоталарына лайыҡ тәжрибәле педагог.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1731 тапҡыр // Тотош уҡырға
Борай районының Яңы Ҡарғалы ауылында тыуып үҫеп, әле Өфөлә тормош көтөүсе Венера Ибраһим ҡыҙы Фәйзуллинаны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Кешене бәхет тыуҙырмай, бәхетте кеше үҙе булдыра. Һин үҙ бәхетеңде үҙең тыуҙырып, иреңә, улыңа, туғандарыңа өлөш сығарҙың. Йәмәғәт эштәрендә ҡайнап, күп кешегә изгелектәр ҡылдың, ярҙам ҡулы һуҙҙың. Яҡты сырайың, йылы һүҙҙәрең өсөн рәхмәт һиңә!
Ком: 0 // Уҡынылар: 605 тапҡыр // Тотош уҡырға
Булмышы – көс һәм ышаныс“Кеше үҙ көсөнә ышанған ерҙә генә уңышҡа өлгәшә”. Күренекле немец фәлсәфәсеһе Людвиг Фейербахтың был фекерен күптәрҙең тормош юлына бәйләп дәлилләргә мөмкиндер, әммә беҙҙең өсөн дуҫыбыҙ Ислам Мифтаховтан да нығыраҡ тап килгәне юҡ һымаҡ, сөнки уның булмышында “көс”, “ышаныс” һәм “уңыш” тигән өс төшөнсә айырыуса асыҡ сағыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 515 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы Сәлиховаға 55 йәшБөгөн редакциябыҙҙа матур байрам – маркетинг һәм матбуғат таратыу бүлеге мөдире Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы Сәлихованың 55 йәшлек күркәм юбилейы. Хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙҙе ғүмеренең ике бишле миҙгеленә аяҡ баҫыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 591 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заһир Әҡ­сән улы ҒӘЛИН 70 йәшлек юбилейын билдәләй Ошо көндәрҙә хөр­мәт­ле туғаныбыҙ Заһир Әҡ­сән улы ҒӘЛИН күркәм байрамын – 70 йәшлек юбилейын билдәләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 727 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зәки Арыҫлан улы Әлибаевҡа бөгөн 50 йәш Башҡортостандың һоҡланғыс, гүзәл тәбиғәтле Белорет районының Йөйәк ауылында тыуып үҫкән, хәҙерге көндә Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле ирем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, кейәүебеҙ Зәки Арыҫлан улы Әлибаевҡа бөгөн – 50 йәш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 653 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй, гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИНды ғүмеренең етенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫыуы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 577 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәшит КӘЛИМУЛЛИНды 60 йәшлек юбилейы айҡанлы ҡайнар йөрәктән ҡотлайбыҙ Бәхетлеләр ваҡ-төйәккә иғтибар итмәүсән, тиҙәр. Бының үҙенә күрә ғилләһе лә бар. Бәләкәйҙән һәр кем ниндәй ҙә маҡсат менән йәшәй, уны тормошҡа ашырыу өсөн ижтиһад итә. Шуның шикелле, “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзите журналисы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәшит КӘЛИМУЛЛИН да Учалы районының Илсе ауылында урта мәктәпте бөтөргәндән һуң Учалы ҡалаһындағы “Ураҡ һәм Сүкеш” гәзитендә хеҙмәт юлын башлай. Үҫмерҙең яҙыу-һыҙыу оҫталығын айырым баһалап, уға тәржемәсе бурысын йөкмәтәләр. Оло карапҡа ҙур һыу кәрәк тигәндәй, тыуған төйәгендә бер аҙ ҡанат нығытҡас, ул баш ҡалаға юллана. Өфө моторҙар эшләү заводына бара – тәүҙә эшселәр синыфы тормошо менән йәшәп ҡарарға, матди хәлен яҡшыртырға ҡарар итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 693 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 Алға
Бит башына