Һыу — йәшәү ҡөҙрәтеСәләмәтлекте һаҡлау өсөн һыуҙы күп эсергә кәңәш итәләр. Организм өсөн тәүлегенә 1,5 литрҙан ашыу шыйыҡлыҡ талап ителә. Әгәр ҙә ике-өс литр ҡуллана алаһың икән, бигерәк тә һәйбәт. Шул уҡ ваҡытта емеш-еләк һутына, артыҡ минералләнмәгән һыуға һәм үлән сәйенә өҫтөнлөк биреү кәңәш ителә. Ә бына ҡаты сәй һәм кофе организмды һыуһыҙландырыуға килтерә, ти белгестәр.
Шыйыҡлыҡты күпме ҡулланыуығыҙҙы белеү өсөн көнөнә 1,5 литр эсемлек әҙерләгеҙ һәм уны әкренләп эсегеҙ. Шул сағында көноҙоно һыуһынығыҙҙы нисек ҡандырыуығыҙҙы аныҡ белә алаһығыҙ.

Ком: 0 // Уҡынылар: 30 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡосаҡлашыу — үҙе дауаТөшөнкөлөккә бирелеүҙән, стрестан һәм хәүефләнеүҙән дарыу төймәһе йәки башҡа дауа ярҙамында ғына түгел, ә күңелде күтәрерлек, йылылыҡ өҫтәүсе башҡа ысулдар менән дә ҡотолорға мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр.
Ғалимдар раҫлауынса, медитация һауыҡтырыу көсөнә эйә. Әммә күптән түгел тағы ла һөҙөмтәлерәк алым табылған, ул — ҡосаҡлашыу. Швеция тикшеренеүселәре, тәжрибә үткәреп, ошондай һығымтаға килгән. Ҙур ихласлыҡ, йылылыҡ менән ҡосаҡлашыуҙың бына тигән дауалау көсөнә эйә булыуы асыҡланған. Кеше бер-береһенә һыйынышҡанда, мейенең ҡәнәғәтлек тойғоһо алыу үҙәге әүҙемләшә икән. Шул саҡта мейеләге ауыртыныу йәки стресс хаҡындағы мәғлүмәт өсөн яуаплы башҡа системаларҙың эше һүлпәнәйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 36 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әллә ниңә башым ауырта...“Башым ауырта” тип зарланыусылар эргәбеҙ тулы. Һәр кем сәбәбен үҙенсә аңлатырға тырыша: “йоҡом туймағанғалыр”, “көн боҙолғанға күрә”, “һалҡын тейҙерҙем, ахыры...”
Баш ауыртыуы — үҙаллы сир түгел, ә төрлө ауырыуҙарҙың йыш ҡына күҙәтелгән бер билдәһе. Уның сәбәбен асыҡлау өсөн ауыртыуҙың характерын, нисек башланыуын, ҡайҙа барлыҡҡа килеүен белергә, өйрәнергә кәрәк. Тотош баштың йәки айырым бер өлөшөнөң генә сатнап ауыртыуы ихтимал. Сәңгетеп әрнетеп һыҙлауы менән үҙәккә үткәне лә, оҙайлыһы ла, өйәнәк кеүек йыш ҡабатланғаны ла, түҙеп торғоһоҙо ла була.
Баш ауыртыуы өсөн яуаплы структураларҙы ҡарап үтәйек. Баш мейеһен өҫкө яҡтан ябыусы ҡатынҡы мейе ҡабығы, баш мейеһе эсендәге тамырҙар, ваҡ тамырҙар селтәре, ә ҡайһы саҡта муйын һәм биттең эре тамырҙары торошона ла бәйле сәләмәтлегебеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 29 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тешеңә ҡарап һоҡланһындарАп-аҡ матур тештәр — сәләмәтлек билдәһе. Улар тураһында нимәләр белергә кәрәк һуң? Нисек итеп дөрөҫ таҙартырға? Тел менән ирендәргә лә тәрбиә кәрәкме? Һорауҙар бик күп.
Ҡағиҙәләр үтә ябай
Әле ил халҡының 95 проценты самаһын тештәренә бәйле теге йәки был проблема борсой. Теш ҡаҙнаһының елһенеүе, тештәрҙең боҙолоуының төп сәбәбе — ашағандан һуң ауыҙҙа аҙыҡ киҫәктәренең ҡалыуы, ултырмалар барлыҡҡа килеүе. Һөҙөмтәлә бактериялар үрсей, ағыулы кислота бүленеп сыға. Ошо кислота йоғонтоһонда минералдар, йәғни кальций, фосфор һәм башҡалар юҡҡа сыға. Тештең эмале йоҡара, ҡыуышлыҡ, йәғни кариес барлыҡҡа килә.
Икенсе ҙур мәсьәлә — пародонтит.
Ком: 0 // Уҡынылар: 24 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нимә ул скрининг?Скрининг — йәшерен сирҙәрҙе асыҡлау маҡсатында үҙҙәрен ауырыу тип иҫәпләмәгән, хәүеф төркөмөнә ингән кешеләрҙе медицина тикшеренеүе үткәртеү. Ул юғары һөҙөмтәле ябай ғына диагностик процедуралар ярҙамында атҡарыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 24 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ