Йәштәр айыҡ тормошто һайлай

31-05-2016, 01:06 // Сәләмәт булайыҡ // Баҫып сығарырға
Йәштәр айыҡ тормошто һайлай Һүҙ артынан һүҙ сығып, “Хәҙер эскән йәштәр юҡ шикелле ул”, – тип әйтеп ҡуйҙым абруйлы ағай менән әңгәмә барышында. Фекеремде нисек бар, шулай еткерҙем дә бит, әммә ағайҙың уға ҡаршы төшөрөн уйлап бирмәнем. “Яңылышаһың, һеңлем, ундайҙар һинең эргә-тирәңдә генә юҡтыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алкоголле эсемлектәр менән мауыҡҡан егет һәм ҡыҙҙар күҙгә йыш салына”, – тип яуапланы әңгәмәсем. Был мине уйға һалды.
Республиканың баш ҡалаһын­да ла, райондарҙа ла йәштәр өсөн мәҙәни, спорт һәм башҡа саралар даими үткәрелеп тора. Аралашыу, яңы дуҫтар табыу, күңел асыу, көс һынашыу мөмкинлектәре шаҡтай. Мәктәптә, университетта уҡығандарға йә иһә эшләп йөрөгәндәргә – һәммәһенә лә үҫеш, камиллашыу шарттары бер тигеҙ бирелгән. Ғүмерҙең ошондай күркәм осорон мәғәнәле, файҙалы итеп үткәреү маҡса­тында тегендә лә, бында ла өлгөрәйем тип тырышып йүгер­гәндә, алкоголле эсемлек, наркотиктар түгел, төшкө ашты ҡапҡылап алырға ла әмәл ҡалмай ҡайһы саҡта. Баҡтиһәң, сәскәләй тормошон алда телгә алынған әшәке күренештәр менән “байы­тырға” баҙнат иткән йәштәр әле һаман бар икән... Бәхетемә, ундайҙарҙың көнкүреше менән насар танышмын, ә бына йәшә­йешен айыҡ йүнәлештә ҡорған бихисап егет һәм ҡыҙҙар, уларҙың төрлө өлкәләге еңеүҙәре, сағыу тормошо хаҡында сәғәттәр буйы бәйән итергә ризамын.
Мәҫәлән, Башҡортостандың төрлө райондарынан килеп Өфөлә уҡып йөрөгән студенттар төрлө ойошмалар булдырып, ял ваҡытын күңелле, файҙалы итеп үткәрә. Улар араһында эскелек, насар ғәҙәттәр менән мауығыу бөтөнләй ҡаралмаған. Хәйер, бергә йыйылып, теге йәки был сараны күркәм, дәррәү ойошторам тиһәң, алкоголле һәм башҡа иҫерт­кес эсемлектәрҙән алыҫыраҡ тороуың яҡшы.
Хәтеремдә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙың береһенән сыҡҡан йәштәр Өфө ҡалаһы янындағы бер аҡланда студенттар һабан­туйы үткәрергә булды. Май аҙағы ине, уҡыуҙан бер аҙ бушаған егет һәм ҡыҙҙар килешелгән урынға күпләп йыйылды. Ойоштороу комитеты “Сарала иҫерткес эсемлек, тәмәке ҡулланыу рөхсәт ителмәй” тигән шарт ҡуйҙы. Саф һауаға – һабантуйға ашҡынған студенттарҙың байтаҡ ваҡытын алһа ла, ял итеү өсөн тәғәйен кәрәк-яраҡ тейәлгән биштәр-сумкалар ойоштороусылар тарафынан етди тикшереү үтте, йәғни уларҙағы ярамаған әйберҙәр тартып алынды һәм шунда уҡ юҡ ителде. Ә был ҡарар менән килешмәгән, уны үтәргә теләмәгән студенттар иһә яланға юлланасаҡ автобустарға индерел­мәне. Бер нисә йәш кешенең кәйефен ҡырып булһа ла, был район йәштәре берлеге айыҡ аҙым яһаны. Һәм яңылышманы. Һабан­туй шәп үтте, барлыҡ ҡатнашыу­сылар ҙа, ҡунаҡтар ҙа күтәренке кәйефтә, сағыу тәьҫораттарға байып, киләһе йылда ла был сараны ҡалдырмаясағын белдереп таралышты. Шуныһы һөйөнөслө: һабантуй барған урында бер генә иҫерек йә тәмәке көйрәткән кеше булманы. Ике көнгә һуҙылған байрамдың хәтерҙә уйылып ҡалыуы, күркәм ойошторолоуы уның тап алкоголһеҙ үтеүе һөҙөмтәһе икәне лә көн кеүек асыҡ. Әйтергә кәрәк, был район йәштәре бөгөнгәсә һәр төрлө сараны айыҡ мөхиттә ойоштора.
Ә инде уҡыуҙан буш ваҡытын ғына түгел, дәрескә барыр мәлендә лә эскеле кәйеф-сафа ҡорған егет һәм ҡыҙҙар айыҡ тормош хаҡында ишеткеһе лә, һөйләшкеһе лә килмәй. Бының сәбәбен аңлау ҡыйын түгел. Заманса ял итеү маҡсатында төнгө кафеларға, клубтарға йөрөргә күнеккән күп йәштәр үҙҙәренең яман юлда барыуын яҡшы төшө­нә. Хәйер, аяныслы хәлен аңла­мағандары ла юҡ түгел. Улар зиһенен модаға ярашлы томалап, ял итеүҙең файҙаһыҙ, зыянлы ысулын һайлаған. Был алкоголь менән мауыҡҡан егет һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең көсһөҙлөгөн танырға теләмәй.
Айыҡ тормош алып барған әүҙем дуҫ-таныштарым исемле­генә күҙ һалдым. Барыһы ла – үҙ эшенең оҫтаһы булыу маҡса­тында уҡып, тәжрибә туплап, һәр минутын файҙалы, бәрәкәтле үткәреү өсөн тырышып йәшәгән йәштәр, ата-әсәләр.




Гөлнур ЙӘНБИРҘИНА:

– Заман йәштәренең – тиҫтерҙәремдең күбеһенең айыҡ йәшәү рәүешен һайлауы ҡыуандыра. Иҫерткес эсемлек бит бәхет тә, ҡәнәғәтләнеү ҙә килтермәй. “Ял итер өсөн” ошо хәрәмде ҡулланған­дар ныҡ яңылыша. Ысын шатлыҡ, тулы тормош кешенең күңел донъя­һынан, айыҡ аҡылдан килә, һис кенә лә тышҡы, матди ҡәнәғәт­лектән түгел. Мәктәптә, университетта уҡығанда ял итеүҙәр иҫерткес эсем­лек­тәрһеҙ булды, хәҙер ҙә шулай. Ял итеү – атай-әсәйҙәрҙең, туғандарҙың, дуҫтарҙың хәлен белешеү, ҡунаҡҡа барыу, саҡы­рыу, йылы аралашыу ул. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, бөгөн иҫерткес әйберҙәрҙе пропагандалау көслө: хатта балалар өсөн шараптар, тәмәкеләр сығарыла, фильмдар, реклама һәм башҡа мәғлүмәт саралары аша эсеү – яҡшы күренеш тигән фекер һеңдерелә.

Гөлнара КҮСКИЛДИНА:

– Таныштарым араһында “Араҡы эсеү хәҙер модала түгел” тип ҡабатлаусылар күп. Эш модаламы, аң кимәлендәме, бөгөнгө йәмғиәттә дингә ҡараш үҙгә­реүҙәме, әллә ата-әсәһенең аяныслы яҙмышын күреп үҫкән быуындың үҫеп килеүендәме, белмәйем, әммә айыҡ тормош алып барған йәштәр арта. Әлбиттә, мин үҙем күреп йөрөгән башҡорт йәштәре хаҡында һүҙ йөрөтәм. Дуҫ­тарыбыҙ менән бергә йыйы­лышһаҡ, спиртлы эсемлек­тәрһеҙ ҙә осрашыуҙарыбыҙ күңелле үтә. Эсмәйенсә лә күңелде асып һалырға, һөйләр һүҙҙәрҙе һөйләргә, йырларға мөмкин. Кеше бер һауыт кеүек бит, ул һәр ваҡыт берәй нәмә менән тулы булырға тейеш. Тормошоңда башҡа ваҡиғаларға, ҡыҙыҡһыныуҙарға урын булмаһа, шул һауытҡа спиртлы эсем­лектәр кеүек насар нәмәләр тула башлай ҙа инде.