Кире тойғолар менән йәшәүҙән һаҡ булығыҙ

8-02-2017, 03:55 // Сәләмәт булайыҡ // Баҫып сығарырға
Кире тойғолар менән йәшәүҙән һаҡ булығыҙ Табиптар мөғжизә тыуҙырыусы ҡулы менән дә, һауыҡтырыу тылсымына эйә һүҙе менән дә кешеләргә ярҙам итергә Хоҙай тарафынан ебәрелгән, тиҙәр. Әлиә Сәләхова – ана шундайҙарҙың береһе.
– Өфө ҡалаһында тыуғанмын. Ғаи­ләлә ике бала үҫтек. Атайым Хәниф Башҡорт дәүләт медицина институтында хирургия кафедра­һында уҡытты. Әсәйем һөйләүенсә, мин тыуған ваҡытта атайым аспирант булған, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап йөрөгән. Атайым институтта хирургия бүлегендә эттәргә эксперименталь операция эшләп, тикшереү­ҙәр үткәргән. Ярҙамға лаборант штатта ҡаралмаған. Миңә ике ай тигәндә, әсәйем менән уға ярҙам итергә йөрөгәнбеҙ. Буш өҫтәлдә тыныс ҡына йоҡлағанмын. Әсәйем Сәриә – терапевт. Бик аҡыллы, зирәк, алсаҡ, ихлас, шуға ла йортобоҙҙан кеше өҙөлмәне. Мин уға бик рәхмәтлемен. Табип тормошо миңә бала саҡтан таныш. Ошондай мөхит буласаҡ һөнәремде һай­лауҙа ла булышлыҡ иткәндер, – тип хәтерләй бала сағын изге һөнәр эйәһе.
Әлиә Хәниф ҡыҙының яғымлы тауыш менән ипле һөйләүен тыңлап туймаҫлыҡ:
– Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина институтына “Гигиена һәм эпидемиология санитарияһы” факультетына уҡырға индем. Ошо юлды һай­лауыма һис үкенмәйем, көн дә ҙур теләк менән эшкә йөрөйөм. Республика санэпидемстанцияһының вирусология лабораторияһында – ун йыл, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының иммунология лабораторияһында егерме ике йылдан ашыу эшләнем. Һуңғы йылдарҙа клиник-диагностика лаборато­рияһында мөдир вазифаһын алып барҙым. Им­мунитеттың торошон, ВИЧ-инфекция­ларҙы тикшереү эшен алып барҙым. Бөгөн “Мэги” медицина үҙәгенең лаборатория бүлегендә эшләйем. Хеҙмәттәштәрем бер-береһенә ярҙам­сыл һәм иғтибарлы. Оло йәштәгеләрҙе лә, балаларҙы ла ҡабул итәбеҙ.
Талапсан, һәр нәмәне айыҡ аҡыл менән баһалаған Әлиә Хәниф ҡыҙы үҙен тәжрибәле белгес итеп танытҡан. Иң мөһиме – бер ваҡытта ла һөнәре буйынса камиллашыуҙан туҡтамай.
Бөгөн Әлиә Хәниф ҡыҙынан кеше өҙөлмәй, сөнки бында дауаланырға тотош республиканан киләләр. Эше тураһында һорашам. Табип булараҡ, ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ, тим.
– Көнөнә тиҫтәләгән кеше менән ос­рашып, аралашабыҙ, уларҙың ауы­рыуҙарын өйрәнәбеҙ. Ғөмүмән, па­циенттарҙың 98 проценты үҙен һаҡ­ламаған. Кеше һау-сәләмәт тормош алып бара икән, уның һаулығы ла буласаҡ. Күберәк һыу эсергә, физкультура менән шөғөлләнергә, табип­тарҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Үҙҙәренә ҡарата битараф булмаһындар. Һау­лыҡтарын ваҡытында ҡайғыртһындар. Хәрәкәттә бәрәкәт барын онотмаһын­дар. Ғөмүмән, ауыр мәғлүмәт менән мөмкин тиклем аҙыраҡ уртаҡлашырға, иң ҡатмарлы хәлдә лә үҙеңде яҡшыға көйләргә кәрәк. Яҙмыш бүләк иткән һәр мөмкинлекте шатлыҡ менән ҡабул итергә кәрәк. Тормош бик көсөр­гә­нешле булһа ла, кире хис-тойғо менән йәшәүҙән һаҡ булығыҙ.
Әлиә Хәниф ҡыҙы эштә –тәжрибәле белгес, өйҙә – хәстәрлекле әсәй. Улы Йәлил Башҡорт дәүләт авиация техник университетында белем ала, ә Шәүрә әле мәктәптә уҡый. Буш ваҡыттарында дуҫтары, класташтары менән осра­шырға, тәбиғәт­кә сығырға, баҡса тәрбиәләргә ярата.
Бешергән аштары телеңде йотор­лоҡ. “Алтын ҡуллы”, ти уның тураһын­да әсәһе.
Кешеләргә яҡтылыҡ, матурлыҡ өләшеү өсөн яратылған зат ул Әлиә Хәниф ҡыҙы. Һәр эшен күңел ­ биреп башҡара. Ауырыуҙарҙың ышанысын аҡлауы, һөнәренә мөкиббән бирелеүе менән бәхетле ул.
– Был донъяла һине аңлаған дуҫ­тарың, туғандарың, ғаиләң булһын, көс-ҡеүәтте үҙебеҙ йәшәгән мөхиттән, беҙҙе яратҡан кешеләрҙән алабыҙ бит. Тормоштоң ҡараңғы яҡтарын түгел, яҡты мәлдәрен күреүҙе ҡағиҙә итеп алыу мөһим. Был – ысын­барлыҡтан ҡасыу түгел, ә һаулығыңды ҡайғыртыу, – ти Әлиә Хәниф ҡыҙы.