Табиплыҡҡа тоғро булмыш

4-07-2017, 06:39 // Сәләмәт булайыҡ // Баҫып сығарырға
Табиплыҡҡа тоғро булмыш...Ул ваҡытта хужалыҡ эштәренең гөрләп торған сағы ине. Ауылдың барлыҡ халҡы йә баҫыу эшендә, йә һөтсөлөк фермаһында. Шулай бер саҡ, мәшәҡәттәр менән ҡайнашҡан ваҡытта, фермала эшләп йөрөгән Юныс Сафин тигән йәш кенә ауылдашыбыҙ ем яра торған ҡоролмаға эләккән. Бер туҡтауһыҙ эшләп торған электр ҡоролмаһы йәш кәүҙәне аямаған. Бил һәм умыртҡа һөйәге ныҡ ҡына ҡазаланған булып сыҡты. Барыһы ла көтөлмәгән был хәлгә ҡойолоп төштө. Бик ауыр хәлдәге Юнысты тейәгән “Ашығыс ярҙам” машинаһы ҡуҙғалғас, уны һуңғы юлға оҙатҡандай тороп ҡалғайны ауыл халҡы.


Ә Юныс Сафин тере ҡалды. Был хәл мөғжизәләрҙең мөғжизәһе тип ҡабул ителде. Ҡатмарлы операциянан һуң ул бик оҙаҡ ҡына Сибай дауаханаһының травматология бүлегендә ятып, тыуған ауылына әйләнеп ҡайтты. Әлеге ваҡытта ҡатыны менән Байыш ауылында торалар, бер ҡыҙ үҫтерәләр.
Юныс Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, юғары категориялы травматолог-ортопед Ирнат Шәйхи улы Ибраһимовтың ҡулына эләккән булып сыҡты. Мин был турала яңыраҡ ҡына белдем. Нисә йыл үткән, ә хирург Ибраһимов был операция тураһында кисәгеләй хәтерләй. Пациентының исем-шәрифен, хатта ҡайһы ауылдан икәнен дә онотмаған, сөнки хирургтың эшмәкәрлегендәге был көн иң ҡатмарлыларҙың береһе булып ғүмерлеккә иҫтә ҡалған.
Ул кистә уның эш көнө еңелдән булмаған. Үлем менән айҡалашҡан йәп-йәш егеттең ғүмере өсөн көрәш оҙаҡ барҙы, ти хирург. Юныстың һәр һөйәген ипләп йыйыуы, үле тиерлек йәнде терелтеп ебәреүе, ысынлап та, мөғжизәгә тиң. Был мәлдә күңелендә нимә кисергәнен Ирнат Шәйхи улы үҙе генә беләлер. Ошоға тиклем күпме планһыҙ операциялар эшләнгән, күпме кешенең ғүмере ҡотҡарылған, табип Ибраһимовтың ҡулынан кемдәр генә үтмәгән: бәхетһеҙ осраҡҡа, юл фажиғәһенә эләккәндәр, эскеселәр, һуғыш суҡмарҙары... Барыһына ла берҙәй иғтибар: айырып ҡарау юҡ, уның өсөн пациенттар ғына бар, һәм барыһын да аяҡҡа баҫтыра.
Ирнат Шәйхи улы әле хаҡлы ялда, күптән түгел күркәм юбилейын ҡаршыланы. Форсаттан файҙаланып, уға бер нисә һорау бирҙек.
– Һеҙ Сибай ҡалаһында ғына түгел, Урал аръяғында, республикала танылған талантлы ортопед-травмотолог. Ипле ҡул­дар­ығыҙ һанһыҙ пациент­тарҙы имгәнгән-һыҙланған тән яраларынан арындырған. Иҫәп­һеҙ операциялар яһалған, ғү­мере ҡыл өҫтөндә ҡалғандар ҡотҡа­рыл­ған... Тәбиғәттән би­рел­гән һәләтегеҙҙе тойомлап, йәштән табип булырға ҡарар иттегеҙме?
– Беҙҙең быуын – һуғыштан һуң тыуған балалар. Күптәребеҙҙең яҙмышы, биографияһы хатта оҡшаш та. Кемде генә алма, тормошта тәғәйен урынына етер алдынан мотлаҡ ауыл ерендә хужалыҡта хеҙмәт юлын башлаған булып сыға. Беҙ бит ниндәй генә эш күрмәнек ауылда! Әле быуындарыбыҙ нығынмаған килеш баҫыуҙа ҡайнай инек. Һуңынан барыбыҙ ҙа тиерлек әрме сафында хеҙмәт иттек. Ана шул хужалыҡта эшләү, армия тормошобоҙға тәжрибә генә өҫтәне. Бер кимәлдә ҡалыу беҙҙең быуын тәбиғәтенә хас ғәмәл түгел.
Әбйәлил районының Сиҙәм ауылында йәшәнек. Ғаиләбеҙ 1954 йылда Сибайҙан сиҙәм ерҙәрҙе күтәреү программаһы буйынса күскән ине унда. Мин беренсе класҡа палатканан эшләнгән мәктәпкә барҙым.
Һуғышта һаулығын ҡаҡшатып ҡайтҡан атайым 46 ғына йәшендә вафат булды. Миңә 16 йәш тә тулмаған саҡ. Ғаиләлә өлкән бала инем, уҡыуымды киске мәктәпкә күсереп, токарь ярҙамсыһы булып эшкә төштөм. Унан һуң әрме сафына киттем, Архангельск ҡала­һында өс йыл ракета хәрби часында хеҙ­мәт иттем. Ана шунда меди­цинаға ҡыҙыҡһыныуым уянды ла инде. Присяга биреү тантанаһында һушымды юғалтҡанмын. Баҡтиһәң, тән температурам 41-гә еткән икән, пневмония эләктереп, ике аҙна полктың медицина пунктында дауаландым. Палатала бер үҙем инем, шуға ла полк табибының эшен күҙәтә башланым. Һалдат­тарға ниндәй процедуралар яһай, мине нисек дауалай — барыһы ла ҡыҙыҡ күренде. Ул быны һиҙеп ҡалып, һалдаттарҙы дауалау журналдарын тултырыуҙа ярҙам һораны. Миңә ҡыҙыҡ булып китте, ризалаштым. Бер саҡ ул дарыуҙар алыу өсөн самолетҡа ултырып ҡалаға китте лә ни өсөндөр оҙаҡ ҡына ҡайтманы. Шул арала, башҡа бер кем дә булмағас, миңә уның вазифаһын үтәргә тура килде. Медицина буйынса ғилемем юҡ, әммә күҙәтеүҙәрем ярҙам итте, һалдат­тарға тәүге ярҙам күрһәтә алдым. Бындай аҙым яуаплы һөнәргә ҡара­та ҡыҙыҡһыныу уятты, һәм киләсәк­тә табип булырға тигән маҡсат ҡуйҙым.
Тик армиянан ҡайтҡас та, тиҙ генә уҡырға барыу форсаты теймәне. Сибай элеваторында, башҡа предприятиеларҙа токарь булып эшләргә тура килде. Яҡшы хеҙмәтем өсөн коммунистар партияһына ҡабул иттеләр. Бер үк ваҡытта миндә юғары белем алыу теләге көслө ине, һәм ул гел алға әйҙәне. Шуға ла бер төркөм егеттәр менән әҙерлек курсында уҡыным. Бер нисәүһе менән тау инженеры һөнәрен һайларға ла уйлағайныҡ, сөнки туғыҙ ай буйы Магнитогорск ҡалаһының тау-металлургия институтынан уҡытыусылар килеп, әҙерлек курстары алып барғайны. Шулай ҙа мине медицина үҙенә нығыраҡ тартты. Һөҙөмтәлә тоттом да документтарымды Өфөләге медицина институтына тапшырҙым. Биологияны һәм химияны нығыраҡ белеү өсөн өс ай әҙерлек курсы үткәс, уҡыу йортоноң студенты булып киттем.
– Нисек уҡынығыҙ? Ни өсөн мотлаҡ травматология?
– Медицина институтында уҡыу анһат түгел, ләкин тырыштым, ауырлыҡтарҙы еңергә ынтылдым. Шул арала өйләнергә, атай булырға ла өлгөрҙөм. Уҡырға ла, ғаиләне бағырға ла кәрәк. Көндөҙ белем алдым, кис балалар баҡсаһын ҡарауылланым, шунда дәрес әҙер­ләнем. Институтты тамамлағас, ми­не Стәрлетамаҡ ҡалаһына интерна­тураға ебәрҙеләр. Дөйөм хирургияны һайлағайным, ләкин, урын булмау сәбәпле, травматолог бу­лыр­ға кәңәш иттеләр. Эшләй башлағайным, был өлкә оҡшаны ла ҡуйҙы.
– Тәүге операцияғыҙҙы иҫләйһегеҙме?
– Әлбиттә. Беренсе үҙаллы операцияны мин Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһында бер егеттең тубығына эшләнем, ул “менискэктомия” тип атала. Шул уҡ ваҡытта Сибай егете яҡында аварияға осрағайны, уның уң яҡ яурынына операция яһаным. Аллаға шөкөр, икеһе лә уңышлы үтте.
– Яңыраҡ Интернетта, 89 йәшлек хирург Алла Левушкина һаман да операциялар яһай, тигән мәғлүмәт уҡығайным. Бындай осорҙа уңышлы операциялар эшләү мөмкинме? Әгәр ҙә “пенсияға сығыу” тигән нәмә булмаһа, һөнәрегеҙҙе күпме башҡара алыр инегеҙ?
– 89 йәш… Кем белә, әгәр ҙә эшен ярата, ә иң мөһиме – һаулығы бар икән, бәлки, яһайҙыр ҙа… Ләкин йәш үткән һайын һаулыҡта проблемалар күбәйә. Кешегә операция эшләү – бик яуаплы эш. Йәрәхәттәр төрлөсә була, ниндәй һөйәктең ҡайһы урындан һынғанын асыҡларға, дауалау ысулын билдәләргә кәрәк. Мин әле лә эшләр инем, тик беҙҙең эҙҙән баҫып килгән быуын бар икән, ниңә ауыртҡан бил, һыҙлаған ҡул менән пинцет тотоп торорға? Эстафетаны йәштәргә тапшырҙым, әйҙә, улар дауам итһен. Хәҙер эш шарттары бик яҡшы, беҙҙең замандағы кеүек түгел. Ә мин ҡатмарлы операцияларҙы төшөмдә генә яһайым… Хирургтар шулай үҙен ғүмер буйы операция өҫтәле артында хис итәлер инде. Минең хаҡлы ялға сыҡҡаныма — 15 йыл. Алтмыш йәш тулып, ысын пенсионер булғаныма ла ун йыл тулды. Етмешкә тиклем эшләнем. Аллаға шөкөр, тиҫтә йылдар элек аяҡ-ҡулдарын төҙәтеп ебәргән пациенттарым осраған һайын һаман да рәхмәт әйтә, ҡайһы берәүҙәр әле булһа ла кәңәш һорап мөрәжәғәт итә. Мин – табип, тимәк, ғүмер буйы ошо һөнәргә тоғромон.

Сибай ҡалаһы.