Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тымау яфалаһа, ашҡаҙаныңды тикшерт
Тымау яфалаһа, ашҡаҙаныңды тикшертБер ҡатын ҡаты сирләп киткән. Күпме генә дауахана тупһаһын тапамаһын, һауыҡмаған. Ахыр сиктә насар диагноз ҡуйып, операцияға әҙерләнергә ҡушалар. Һаулығын нығытыу өсөн ҡатын, ире менән уйлашҡандан һуң, өйөндәге барлыҡ йыһаз-байлығын һатып бөтә. Тик… операцияға барыбер барып өлгөрмәй – һығылып төшә. Ауыртыуға түҙә алмай яфаланған осорҙа уның юлында ысын мәғәнәһендә ҡотҡарыусы фәрештә тап була. Сафура ШАФИҠОВА ҡатынға дауаланыу юлын өйрәтә. Ғәмәлдә дауаханалағы табиптар билдәләгән сирҙән түгел, ашҡаҙан ауырыуынан яфаланған икән ҡатын. Ярай әле операция яһатып өлгөрмәгән... Хәҙер пациент һауығып, шап-шаҡтай йәшәп ята. Ә беҙ, форсаттан файҙаланып, Сафура Сәйфетдин ҡыҙы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Бер бағыуҙа кешенең сирен билдәләү мөмкинме икән? Һеҙҙе “халыҡ табибы” тип атап буламы?
– Бер саҡ ошондай һорау бирҙеләр: “Сафура Сәйфетдин ҡыҙы, ниңә оҫталығығыҙҙы һеҙҙең юлды һайлағандарға өйрәтмәйһегеҙ?” Ә яуап күптән әҙер. Юҡ, мин түгел, тормош үҙе әҙерләгән был яуапты: әлбиттә, тәжрибәм һәм белемем менән уртаҡлаша, өйрәтә алам, әммә Хоҙайҙан бирелгән һәләтте нисек итеп кешегә бүләк итәһең? Быны ҙур теләгең булһа ла үтәү мөмкин түгел. Ошондай һәләт ебәргәненә Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт уҡыйым.
Әлбиттә, Интернеттан уҡып, гастриттың нимә икәнлеген белеп була. Табип булыр өсөн ятларға ла ятларға кәрәк, тип тә әйтәләр. Мин бының менән килешмәйем, сөнки ауырыуҙы китаптан белеп кенә асыҡлап та, дауалап та булмай, ләкин шуныһы бар: булған һәләтте үҫтерергә кәрәк. Медицина институтының педиатрия бүлеген тамамлағас, Стәрлетамаҡта, Баймаҡта эшләнем. Балаларҙың организмын энәһенән-ебенә тиклем өйрәнеү өсөн башта тәжрибә тупланым, пульмонология бүлеген етәкләнем, Ереванда кардиология буйынса белемемде камиллаштырҙым. Аҙаҡ гастрологияға күстем. Гастрология – иң яуаплы тармаҡтарҙан, ашҡаҙан — мөһим ағзаларҙың береһе. Ул дөрөҫ эшләмәһә, аҙыҡты эшкәртмәһә, башҡа ағзаларыңдың көйлө эшләүе икеле.
– Ашҡаҙанды ул тиклем үк ҙур әһәмиәткә эйәлер тип уйламағайным…
– Мәҫәлән, кешенең танауынан бер туҡтауһыҙ һыу ағып йөрөһә, ул аллергологка йүгереп бара. Табипҡа мөрәжәғәт итһә ярай ҙа, юғиһә күптәр ваҡытын әрәм итеп тормаҫ өсөн дарыуханаға ғына йүнәлә. Танау ғына түгел, эс ҡата йә бора, тамаҡҡа төйөр ултыра, йүтәлләйһең… Бында эш күп осраҡта ашҡаҙанға барып төртөлә. Аҙыҡты эшкәртеү системаһының боҙолоуы арҡаһында башҡа сирҙәр барлыҡҡа килә. Шуға ауырыуҙы дауалар алдынан уның сәбәбен асыҡлау зарур. Әлбиттә, табипҡа дарыу яҙып биреү бер ни тормай, мәҫәлән, танауҙан аҡҡан шыйыҡсаны ла, ашҡаҙан ауыртыуын да хәҙер дарыуханаларҙа береһенән-береһе сағыу яҙыуҙар менән биҙәлгән дарыуҙар ярҙамында баҫып була. Эйе, баҫып, әммә дауалап түгел. Дөрөҫ дауаланыу һымаҡ дөрөҫ туҡланыуҙың да әһәмиәте ҙур.
– Бөтә дарыу ҙа дарыумы?
– Бер ҡатындың дарыухананан күпләп дарыу алғанын күргәйнем. Тамаҡ ауырта, ти. Һатыусы йүгереп дарыу килтерә. Башы сирләһә, йәнә сараһы әҙер. Тик был дарыуҙарҙы эскәс, сирҙән ҡотолаһың тигән һүҙ түгел бит. Ләкин реклама арҡаһында дарыу етештереүсенең ҡолона әүерелгән пациенттың башҡа сараһы юҡ. Әйткәндәй, бер һөнәри конференцияла бәғзе белгес хатта һау-сәләмәт кешенең тиҙәген ҡулланып дауаланырға мөмкин тигән фекер еткерҙе. Хәҙер файҙалы тип тиҙәк ашарға ҡалдымы? Алымдар-технологиялар яңыра, кешеләрҙең эсендәге сырхауҙарҙы ҡалдырмай, ҡырып-таҙартып сығаралар, үлән менән дә хаталы рәүештә дауаланалар, ләкин кеше бер үк ҡала бит – шул уҡ баш, аяҡ-ҡулдар. Дарыуҙарҙы күп эсергә була, тик үҙеңдең туҡланыу тәртибенә, ризыҡтың сифатына, ғөмүмән, тормош мәғәнәһенә иғтибар итмәй тороп, һау-сәләмәт йәшәп булмай.
– Нигеҙҙә, йәмғиәтебеҙҙең нигеҙен химиялы һауаны һулап, химиялы ризыҡ ашап үҫкән быуын тәшкил итә. Был быуындың хәҙер үҙҙәренең балалары бар. Үкенескә ҡаршы, күп сабыйҙар сирле тыуа. Был — ата-әсәнән күскән сирҙәрме, улар араһында ашҡаҙан менән яфаланғандары ла барҙыр?
– Миңә яңы ғына тыуған баланы ла алып киләләр. Был ул сирләй тигәнде аңлатмай әле. Әсә кешене тикшерергә кәрәк башта. Бала өсөн әсә һөтөнән дә яҡшы ризыҡ юҡ. Тик шул ризыҡ аша сабыйға әсәнең сирҙәре үтеп инә. Бынан тыш, биш айлыҡ баланы, мәҫәлән, консерваланған ризыҡтар менән туҡландыралар ҙа, бына эсе ауырта, һеҙ аяҡҡа баҫтыраһығыҙ икән, тиҙәр. Яңы тыуған баланы шулай ашаталармы һуң? Башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Бынан тыш, балаларына саманан артыҡ әүҙем йә иһә мәүеш тип йәнә төрлө дарыу биргән әсәләр ҙә килә. Бала бит иларға ла тейеш, көлөргә лә, ул уйынсыҡ түгел.
Химиялы ризыҡҡа әйләнеп ҡайтҡанда, тоҡомло аттарға, мәҫәлән, башҡа яҡтың үләне килешмәгән, сит ерҙә осҡан бал ҡорто башҡорт балы йыймаған һымаҡ, химиялы, ҡыш уртаһында сереп тә ҡарамаған алма ашап йәшәгән ата-әсәнән дә нисек һау-сәләмәт бала тыуһын? Тыуһа ярай ҙа, күптәр, бәлки, аптырарһығыҙ – ашҡаҙан сирҙәре арҡаһында балаға ла уҙа алмай. Быны китаптан да ҡарап әйтмәйем, ишетеп тә белмәйем, ә үҙемә килгән гүзәл заттарҙың тәжрибәһенән сығып һүҙ йөрөтәм. Шуға тоҡомло аттарға файҙалы үлән ашатҡан һымаҡ, ҡабатлайым, дөрөҫ туҡланыу мөһим.
– Һеҙ күптәрҙе аяҡҡа баҫтырғанһығыҙ. Шулай ҙа үкенесле мәлдәр ҙә булмай ҡалмағандыр табип тормошонда...
– Бер мәл урта йәштәрҙәге ир-егет килеп инде. Ингәс тә аңланым, хәле хөрт — һарғайып бөткәйне. Шигемде УЗИ һөҙөмтәләре иҫбатланы. Бер нисә айҙан мәрхүм булған – яман шеш менән һуңғы сиккә еткән. Баҡтиһәң, Себерҙә эшләгән, һаулығын ҡайғыртырға ваҡыты булмаған... Ҡайһы саҡта табиптар ҙа көсһөҙ шул, үҙебеҙ ваҡытында иғтибар бирмәгәс. Әзмәүерҙәй башҡорт иренең ятып үлеүенә нисек үкенгәнемде белһәгеҙ икән...
– Милләт хаҡында һүҙ сыҡҡас, Һеҙҙе ҡыйыу фекерле, рухлы апай булараҡ та беләбеҙ...
– Үкенесле, әммә шап-шаҡтай егеттәр был донъянан йәшләй китә, икенселәре һау-сәләмәт булып та тормошоноң мәғәнәһен, ҡәҙерен белмәй. Эсеп әрәм булған милләттәштәр күпме?! Халҡымды һәр ваҡыт сәләмәт тормош алып барырға саҡырам, кемеһен әрләп тигәндәй, кемеһенә ипләп кенә аңлатып бирәм. Кешеләрҙең саф башҡортса аралашҡандарын күреп ҡыуанам, хатта бушҡа дауаларға ла ризамын.
– Һеҙ ашҡаҙанды ғына түгел, рухыбыҙҙы дауалаусы ла, Сафура Сәйфетдин ҡыҙы.
– Булмышымды ошо ике изге эште ҡылыуға арнаным һәм ошоноң менән бәхетлемен.

Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ядро медицинаһы үҙәге нисек эшләй?

Ядро медицинаһы үҙәге нисек эшләй? 19.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үҙенең эш...

Тотош уҡырға 16

Күсей менән Басай осрашһа...

Күсей менән Басай осрашһа... 19.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Баймаҡ районында бер биләмәгә ҡараған Күсей һәм Басай ауылдары халҡы элек-электән дуҫ, татыу йәшәй....

Тотош уҡырға 19

Сысҡан шәкәрҙе күп ашағас...

Сысҡан шәкәрҙе күп ашағас... 18.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

АҠШ ғалимдары күп йыллыҡ тикшеренеүҙәрҙән һуң шундай һығымтаға килгән: туҡланыуҙа шәкәр һәм...

Тотош уҡырға 56

Саңғы юлында һәр кем – еңеүсе

Саңғы юлында һәр кем – еңеүсе 17.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Белореттың “Металлург” стадионында Советтар Союзы Геройы Александр Серебренников иҫтәлегенә саңғы...

Тотош уҡырға 37

Спортты ярат – һынауҙарға бирешмә

Спортты ярат – һынауҙарға бирешмә 16.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Был аҙнаның ял көндәре шул ҡәҙәр яҡшы башланды, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Сибайҙа йәшәгән 11...

Тотош уҡырға 51

Ғинуар аҙағында һорағайнылар

Ғинуар аҙағында һорағайнылар 14.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Стәрлетамаҡтың 1-се клиник дауаханаһына ҡатмарлы нейрохирургик операциялар эшләү өсөн февраль...

Тотош уҡырға 47

Ул беҙҙең ауылдарға килһә...

Ул беҙҙең ауылдарға килһә... 14.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күсмә медицина комплексы – Новгород өлкәһе хөкүмәте һәм “ПМК-МЕДЭК” сәнәғәт медицина компанияһының...

Тотош уҡырға 50

Күҙҙәрең ауыртамы? Табиптар үҙҙәре килә!

Күҙҙәрең ауыртамы? Табиптар үҙҙәре килә! 14.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Башҡортостан дауаханаларында Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары республика...

Тотош уҡырға 139

Һин ниндәй сәй эсәһең?

Һин ниндәй сәй эсәһең? 14.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Росконтроль” белгестәре магазин кәштәләрендәге сәй сифатын тикшерҙе....

Тотош уҡырға 176

Аҡ күңелле, аҡ халатлы

Аҡ күңелле, аҡ халатлы 13.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сәләмәтлек — иң ҙур байлыҡ, уны һатып алып булмай. Һаулыҡ һағында торған табиптарҙы халыҡ йыш ҡына...

Тотош уҡырға 107

Егерме ике мең кеше сирен белмәй йөрөгән...

Егерме ике мең кеше сирен белмәй йөрөгән... 12.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Башҡортостанда 214 605 кеше...

Тотош уҡырға 137

Каринэ Хәбирова кемдең ғүмерен ҡотҡарыр?

Каринэ Хәбирова кемдең ғүмерен ҡотҡарыр? 12.02.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Кисә Башҡортостанда “Изге донор” тигән акция башланды. Уға республика етәксеһенең хәләл ефете...

Тотош уҡырға 91