Һаулығыңды үҙең ҡайғыртмаһаң...

16-01-2018, 00:05 // Сәләмәт булайыҡ, Анонстар // Баҫып сығарырға
Һаулығыңды үҙең ҡайғыртмаһаң...Күп ғәмәлдәр аҡса менән баһалана тиһәләр ҙә, ваҡытты һәм һаулыҡты бер ниндәй байлыҡҡа ла алмаштырып булмай: һау-сәләмәт кеше генә донъяның барлыҡ шатлыҡ-ҡыуаныстарын тойоп ғүмер кисерә, һау кешегә генә йәшәү ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс тойола. Шуға күрә һаулыҡ мәсьәләһендә шаярыу урынһыҙ – кеше тормошондағы иң кәрәкле ғәмәл булараҡ, уны һаҡлау һәм яҡлау зарур.


Был мәсьәлә дәүләттең дә иғтибары үҙәгендә: йыл һайын граждандарҙың билдәле бер категорияһы өсөн диспансерлаштырыу ойошторола. Миҫал өсөн, быйыл 1928, 1931, 1934, 1937, 1940, 1943, 1946, 1949, 1952, 1955, 1958, 1961, 1967, 1970, 1973, 1976, 1979, 1982, 1985, 1988, 1991, 1997 йылдарҙа тыуған Рәсәй граждандары әлеге сарала ҡатнаша ала.
Бушлай үткәрелгән комплекслы медицина тикшереүе – 18 йәштәгеләр һәм унан өлкәнерәктәр өсөн, уларҙың социаль хәле, йәғни уҡып йөрөүе йәки эшләү-эшләмәүе мотлаҡ түгел. Сара­ның төп маҡсаты – сирҙәрҙе һәм хәүеф факторҙарын башланғыс этапта асыҡ­лау, уларҙы дауалауҙы ваҡытында башлау. Билдәле булыуынса, сирҙәрҙе иҫкәртеү күпкә отошло, ә инде организмды тулыһынса зарарлаған ауырыу менән көрәшеү күпкә сығымлы ла, һөҙөмтәһе лә билдәһеҙ. Тап ваҡы­ты үткәреп ебәрелгән сирҙәр Рәсәйҙә инвалидлыҡҡа килтереүҙең йәки ха­лыҡтың ваҡытынан күпкә алда мәрхүм булыуының төп сәбәбе булып тора.
Диспансерлаштырыу үтеү өсөн паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалау ҡағыҙы кәрәк. Ошо документтар менән теркәлеү адресы буйынса урындағы поликлиникаға (граждан ошо дауалау учреждениеһына ваҡытлыса беркетелгән булһа ла ярай) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Төплөрәк мәғлүмәтте регистратурала, йәки медицина иҫкәртеүе кабинеттарында алырға була. Бының өсөн алдан яҙылыу кәрәк түгел.
Диспансерлаштырыу күләме ярайһы уҡ ҙур, ул пациенттың йәшенә, енесенә ҡарап билдәләнә. Тәүге этапта анкета тултырыу ҡаралған, унда пациент үҙенең һаулығы тураһындағы мәғлүмәт менән бүлешә. Кешенең буйы, ауырлығы, ҡан баҫымы, күҙҙәренең осҡорлоғо һәм башҡа үҙенсәлектәр асыҡлана, шулай уҡ бихисап анализдар тапшырырға ла тура киләсәк. Электрокардио­графия (ЭКГ), ҡатын-ҡыҙҙар өсөн маммография үтеү ҙә ҡаралған.
Ошо һәм башҡа тикшереүҙәр диспансерлаштырыуҙың тәүге этабын тәшкил итә. Уларҙың һөҙөмтәһе буйынса участка терапевы һығымта яһағандан һуң, пациенттың артабанғы яҙмышы хәл ителә. Әгәр ҙә инфекциялы булмаған хроник сирҙең, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының билдәләре аҙ ғына булһа ла төҫмөрләнә икән, табип пациентты диспансерлаштырыуҙың икенсе этабына ебәрә. Был инде өҫтәмә тикшереүҙәр һәм белгестәрҙең консультациялары талап ителә, диагноз аныҡлана тигән һүҙ.
Әйткәндәй, былтырҙан башлап диспансерлаштырыу сиктәрендә ВИЧ-инфекцияға тикшереү үтергә була. Был процедура бушлай һәм аноним рәүештә башҡарыла.
...Дөрөҫөн генә әйткәндә, көндәлек мәшәҡәттәр, донъяның бөтмәҫ-төкән­мәҫ хәл-әхүәлдәре менән һәммәбеҙ табипҡа күренеүҙе сираттың иң аҙа­ғына ҡалдыра килә. “Бер ерем дә ауыртмай, поликлиникала ни эшләп йөрөмәк кәрәк, ваҡыт әрәм итеп”, – тиеүселәр эргә-тирәбеҙҙә бихисап. Ә киңерәк фекерләгәндә, тап һау-сәләмәт халыҡ илдең ҡеүәтен билдәләй, дәүләт нигеҙен тәшкил итә.
Әйткәндәй, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Рес­публикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтна­мәһен­дә диспансерлаштырыуҙың әһәмиәте тураһында әйтеп үткәйне. Унда: “Тәүге медицина ярҙамын камиллаштырыуҙа төп баҫым ауы­рыуҙарҙы тикшереүгә һәм иҫкәртеүгә яһалырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, граждандарҙың күпселеге, айырыуса ауыл ерендәгеләр, йылдар буйы диспансерлаштырыу үтмәй. Йыш ҡына эскелек, тәмәке тартыу, дөрөҫ туҡланмау, үҙ белдегең менән дауаланыу һөҙөмтәһендә сирҙәр хроник стадияға етә. Үҙ һаулығыңа бындай яуапһыҙ мөнәсәбәтте тамырынан үҙгәртергә, комплекслы сара күрергә, диспансерлаштырыу, халыҡты, айырыуса балаларҙы, дөйөм вакцинациялау йәһәтенән участка табиптарына, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф учреждениеларына, предприятиеларға, ойошма­ларға әүҙемерәк эшләргә кәрәк”, – тигән юлдар бар.
Нисек кенә булмаһын, һаулыҡ тәүге сиратта беҙҙең үҙебеҙгә кәрәк. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, сәләмәт, әүҙем, бәхетле йәшәү принциптары йәмғиәттә һәм һәр беребеҙ тарафынан аҡыл һәм йөрәк менән ҡабул ителергә тейеш. Шул саҡта һөҙөмтә лә буласаҡ.