Сирлеләрҙең хәлен еңеләйтеп

9-02-2018, 00:03 // Сәләмәт булайыҡ // Баҫып сығарырға
Сирлеләрҙең хәлен еңеләйтепБашҡортостанда дүрт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы – Өфөләге 32-се поликлиника,
4-се балалар поликлиникаһы, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы һәм Күмертау ҡалаһы дауаханаһы “һаҡсыллыҡ” принцибын ғәмәлгә индерҙе. Был яңылыҡты сирлеләр генә түгел, дауалау ойошмалары хеҙмәткәрҙәре лә ыңғай баһаланы. Журналистар баш ҡалалағы 32-се поликлиникаға барып, үҙгәрештәрҙең асылын асыҡларға тырышты.


Театр – гардеробтан, ә поликлиника иһә регистратуранан башлана. Медицина ойошма­һының иркен фойеһында банк­тағы кеүек талон бирә торған аппарат ҡуйылған, уның өҫтөндә пациенттарҙы тәғәйен тәҙ­рәгә са­ҡырған электрон табло элен­гән. Килгән кешеләрҙең күпсе­леге бындай логистиканы еңел үҙләш­терә, шулай ҙа кемдер уға төшөнөп етмәһә, дежур администратор поли­к­линикаға килеү­ҙең сәбәбен асыҡ­лап, талон алырға ярҙам итә. Сират көткән­дәр өсөн йомшаҡ эскәмйәләр һәм ултырғыс­тар ҡуйылған. Ошонда уҡ махсус ҡулайлама ярҙамында ҡан баҫымын үлсәр­гә була. Был үҙгәрештәрҙең нигеҙендә “Һаҡсыл поликлиника” федераль проекты ята. Уны Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау ми­нистр­лығы “Росатом” дәүләт корпо­рацияһы менән берлектә иле­беҙ­ҙең 39 төбәгендә тормошҡа ашыра.
32-се поликлиникаға 42 мең кеше беркетелгән, ул көн һайын 700 кешене хеҙмәтләндереү һәләтенә эйә.
– Проектҡа былтыр көҙ ҡу­шылдыҡ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – етеш­һеҙлектәрҙе бөтөрөү: медицина ярҙамын кө­төү ваҡытын ҡыҫ­ҡартыу, пациенттарға уңай­лыҡ­тарҙы арттырыу, табип­тың һәм шәфҡәт ту­та­шының эш ваҡытын ҡу­лай­лаш­ты­рыу, – тине ашығыс медицина ярҙа­мы бүлеге мөдире Ирина Сәхәбет­динова. – Поликлиникабыҙ ике өлөшкә бүленде: һул яҡта кисек­тергеһеҙ ярҙам күрһәтелә, йәғни фельдшер һәм дежур табип-терапевт алдан яҙылмайынса килгән кешеләрҙе ҡабул итә. Уң яҡ иһә – планлы консультациялар өсөн. Тикшереү барышында дауаханаға ашығыс һалыу за­рурлығы тыуһа, табип “Ашығыс ярҙам” бригадаһын саҡырта һәм пациентты стационарға оҙата.
Бүлек мөдире әйтеүенсә, сират тулыһынса юҡҡа сыҡманы, шулай ҙа ул ярайһы уҡ кәмене. Поликлиникала ЭКГ-тикшере­неү­ҙәре һәм мәғлүмәт технологияларын файҙа­ланып, лабораторияла тикшереү өсөн биологик материал алыу кеүек ике йүнә­лешкә ҙур иғтибар бирелә.
Проект тормошҡа ашырыла башлағанға тиклем ЭКГ-ны ҡабул итеүгә яҙылғандан һуң 7-10 көндән генә үтеү мөмкинлеге бар ине, хәҙер иһә быны мөрә­жәғәт иткән көндә үк эшләргә була. Процедуралар бүлмә­һендә лә көтөү ваҡыты байтаҡҡа ҡыҫҡарҙы. Әүәлерәк бер шәфҡәт туташы иртәнге сәғәт 8-ҙән 10-ға тиклем 35 кешене ҡабул итә ине. Әле эш урынын ҡулайлаш­тырғанға күрә 60-ҡа яҡын пациент хеҙмәт­ләндерелә.
Диспансерлаштырыу үтергә теләгәндәргә айырым кабинет бүленгән. Поликлиникала теләге булған һәр кем тәҡдимен ҡал­ды­ра ала. Бының өсөн исем-шәрифеңде күрһәтеүҙең кәрәге юҡ. Шулай уҡ бөтә па­циенттарға электрон медицина картаһы төҙөлгән. Унда бик күп тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтә­ләре бар.