Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төп “кейемең” ни хәлдә?
Төп “кейемең” ни хәлдә?Һеҙ үҙегеҙҙең төп “кейемегеҙ” – тире хаҡында уйланғанығыҙ бармы? Ә бит ул — кешенең иң мөһим һаулыҡ күрһәткестәренең береһе, беҙҙең “иммунитет ҡапҡаһы” булып тора. Тире организмға сит матдәләрҙең һәм есемдәрҙең, башҡа организмдарҙың, артыҡ дымдың үтеп инеүенән һәм механик зарарланыуҙан һаҡлай. Уның тән температураһын көйләү, кибеүҙән һаҡлау кеүек функцияһы бар, матдәләр алмашыныу процесында ҡатнаша, унда шулай уҡ бик күп һиҙеү рецепторҙары урынлашҡан.
Шул уҡ ваҡытта тире һаҡлауға һәм тәрбиәгә мохтаж. Организм өсөн зыянлы сирҙәрҙән нисек һаҡланырға, ниндәй саралар күрергә – ошо һәм башҡа үҙенсәлектәр тураһында табип-дерматолог Гөлназ Фаил ҡыҙы АЙЫТОВА менән әңгәмәләштек.



– Дөйөм алғанда, дерматолог тәүҙә нимәне дауалай: тире сирҙәренме, әллә эске ауырыуҙарҙымы?
– Беренсе сиратта беҙ тире торошоноң, сәстәрҙең, тырнаҡтарҙың сәләмәтлеге һағында торабыҙ. Организмдағы теләһә ниндәй үҙгәрештәр – эскеме ул, тышҡымы – кеше тиреһендә сағылыш табыуы ихтимал. Йыш ҡына ул эндокрин системаһы, ашҡаҙан-эсәк юлы, аллергия, аутоиммун процестар, нервы системаһының ҡаҡшауы менән бәйле булыуы мөмкин, нәҫелдән килгән сирҙәрҙе лә иҫәпкә алырға кәрәк. Ғөмүмән, тире ауырыуҙарын барлыҡҡа килтергән сәбәптәр күп: эске ағзалар сирҙәренән тыш, төрлө вирус-бактериялар, бәшмәктәр ҙә сәбәп булыуы ихтимал. Дөрөҫ туҡланмау, көсөргәнешле эш графигы, көн тәртибен һаҡламау һәм башҡалар ҙа тире торошона йоғонто яһарға мөмкин.
Шуға күрә дерматолог, дауалау ысулын билдәләр алдынан, мотлаҡ анализдар тапшырырға йүнәлтмә бирә. Унан тыш, тар йүнәлешле белгес тойолһа ла, медициналағы оҡшаш йүнәлештәрҙе белеп, пациенттың эске үҙгәрештәрен ваҡытында күреп, тейешле белгескә тикшерелергә ебәрергә тейеш.

– Миңә ҡалһа, киң таралған тире проблемаларының береһе – биткә һытҡылар сығыу. Ул йәштәрҙә лә, ололар араһында ла берҙәй йыш осрай. Ошо хаҡта ни әйтерһегеҙ?
– Табиптар был проблеманы “акне” тип атай, йәғни себореяға һәм тире майының химик составы үҙгәреүгә бәйле май биҙҙәре һәм сәс фолликулдарының шешеүе ул. Һытҡы йышыраҡ үҫмерлек осоронда сыға, битте, күкрәкте, арҡаны баҫа.
Ғәҙәттә, проблеманы йәш буйынса бүләләр: ул балалыҡ, үҫмерлек осоронда һәм үҫеп еткәс тә барлыҡҡа килеүе ихтимал. Әлбиттә, төрлө йәштә уларҙың килеп сығыу сәбәбе лә төрлө була һәм дауалау ысулдары пациенттың йәшенә ярашлы һайлана. Уртаҡ билдәләр – тиренең артыҡ майлылығы, унда ҡара нөктәләр барлыҡҡа килеүе, ҡыҙарып торған эренле һытҡылар баҫыуы, таптар һәм йөйҙәр хасил булыуы.
Тиренең майлымы-юҡмы икәнлеген ябай ысул менән белергә мөмкин. Ҡағыҙ салфетка менән битегеҙҙе һөртөп ҡарағыҙ: әгәр ҙә йыуынғандан һуң бер сәғәт үтмәҫ борон уҡ унда майлы тап ҡала икән, май биҙҙәре артыҡ әүҙем икәнлеге хаҡында һөйләй. Улар әүҙем эшләһә, тире күҙәүҙәрендә майҙан тығын хасил була, ул әсей һәм төҫөн үҙгәртә, һөҙөмтәлә ҡара нөктәләр барлыҡҡа килә. Ул майҙарҙың тиренән сығыу юлын яба, һәм бактериялар үрсей башлай. Тире ҡыҙара, елһенә, эренләй, сабыртма баҫа. Әгәр ҙә бысраҡ ҡул менән уларҙы тотоу, һытыу ғәҙәте бар икән, һытҡыларҙың оторо аҙып китеүе лә бар. Был осраҡта мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк. Унан тыш, тиреләге һытҡыларҙы үҙаллы бөтөрөргә тырышыу, һытыу тирене йәрәхәтләй, йөйҙәр, соҡорҙар барлыҡҡа килә. Ҡыҫҡаһы, дөрөҫ дауаланмауҙан шаҙралыҡ хасил булыуы бар.
Акне төрлө сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килә. Организмдағы гормональ үҙгәрештәр, стероидлы препараттар ҡулланыу, дөрөҫ туҡланмау, авитаминоз, гигиена сараларын үтәмәү, биҙәнеү саралары менән мауығыу, инфекция, нәҫелдән килгән факторҙар, иммунитеттың насарайыуы, эске ағзаларҙың сирҙәре, стресс, климат үҙгәреүе һәм башҡа сәбәптәр һытҡы сығыуға этәргес булыуы ихтимал. Тик быны белгес кенә асыҡлай һәм дауаланыу ысулын билдәләй ала.

– Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ҡояшта оҙаҡ ҡыҙыныу меланома һәм тән тиреһенең башҡа яман шештәренең төп сәбәпсеһе булып тора...
– Бының сере ябай: ультрафиолет нурҙар йә туранан-тура ДНК молекулаларын боҙа, йәки тән тиреһе молекулалары менән үҙ-ара тәьҫиргә инеп, уларҙың бер өлөшөн канцерогенға әүерелдерә.
Рәсәйҙә йыл һайын меланома менән сирләүҙең уртаса туғыҙ мең яңы осрағын теркәйҙәр (донъяла был һан яҡынса 230 меңдән ашыу). Ул — киң таралған яман шеш сире, ул тиҙ үҫешә һәм метастаза бирә. Ауырыуҙарҙың 40 проценты самаһын, диагноз һуң ҡуйылыу сәбәпле, ҡотҡарып булмай, ә сир иртә асыҡланған осраҡта уны еңеп сығыу ихтималлығы 90 процентҡа тиң.
Унан һуң тәндәге төрлө пигмент тап­тарының, йәғни миңдәр, папилломаларҙың да, ҙур проблема сығанағы булыуы ихтимал. Белгестәр уларҙы яралауҙан һаҡланырға, шулай уҡ торошон даими күҙәтеп торорға саҡыра. Әгәр ҙә миңдең формаһы асимметрик булһа, ҙурая барып алты миллиметрҙан артһа, төрлө төҫкә инһә, табипҡа барыу фарыз – һуң булғансы, шиктәрҙе ваҡытында таратығыҙ.

– Ә диагностикалау нисек үтә?
– Ҡәҙимгесә: миңде ҡарайбыҙ, тиренең торошон баһалайбыҙ. Әгәр ҙә миң шик тыуҙыра икән, уны “дерматоскоп” тип аталған махсус аппарат менән тикшерәбеҙ. Ул миңде 20 тапҡыр самаһына ҙурайта, торошон, төҫөн, ситтәрен яҡшылап күрергә ярҙам итә. Меланомаға аҡһыл-күк төҫ хас. Әгәр ҙә ошо билдә йәки башҡалары асыҡлана икән, пациентты онкологка, төплөрәк тикшерелеү үтергә ебәрәбеҙ. Ғөмүмән, миңдең төҫө үҙгәрһә, уңайһыҙлыҡ тыуҙырһа, ҡысытып йәки һыҙлабыраҡ торһа, тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирәм.

— Меланома хасил булыуға ультрафиолет нурҙары ҙур йоғонто яһағаны мәғлүм. Ә ҡояштан һаҡланыу саралары­ның файҙаһы бармы?
– Әлбиттә, улар тирене артыҡ ҡыҙыуҙан, зыянлы нурҙарҙан һаҡлай, бигерәк тә 50+ маркалылары. Шуға ҡарамаҫтан, көндөң ниндәй ваҡытында һәм ни тиклем ваҡыт урамда йөрөгәнде барыбер самаларға кәрәк. Сәғәт 11-ҙән алып киске 6-ға тиклем ҡояш аҫтында ятһаң, әлбиттә, бер крем да ярҙам итмәйәсәк. Унан һуң тире фототиптары ла мөһим әһәмиәткә эйә. Улар – алты төрлө. Алтынсыһы – ҡара тиреле кешеләр, ә тәүге урындарҙа – үтә аҡ йөҙлөләр. Ғөмүмән, тәүге ике урындағыларға бөтөнләй ҡыҙынырға ярамай. Ә нисек Д витаминын алырға һуң, тиер бәғзеләр. Бының өсөн ҡояшлы көндә йөрөп килеү ҙә етә, эҫе нурҙар аҫтында ҡыҙынып ятыу мотлаҡ түгел. Артыҡ ҡояш тирене ҡартайта, һырҙар барлыҡҡа килтерә.
Шуға күрә белгестәрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға, ҡояштан һаҡланырға кәңәш итәм. Мәҫәлән, һыу инергә барғанда мотлаҡ зонт һәм крем алырға онотмағыҙ. Ҡояш нурҙарынан һаҡлаған косметик саралар составында ультрафиолетты тотҡарлаған авобензон, оксибензон, мексорил, шулай уҡ титан оксиды һәм цинк булырға тейеш. Әлбиттә, ҡояш ныҡ ҡыҙҙырған ваҡытта ышыҡта ҡалырға, һаҡлаусы кремды тәндең барлыҡ асыҡ өлөштәренә һөртөргә кәңәш ителә.

– Ультрафиолет нурҙары зыянлы тиһәләр ҙә, ҡыҙыныу псориаз кеүек тире сиренән ярҙам иткәне лә билдәле...
— Ысынлап та, уныһы бар. Псориаз ғына түгел, атопик дерматитты ла ультрафиолет нурҙары кәметә. Кемдер шуның өсөн йылы яҡҡа ялға йүнәлә, кемдер махсус аппараттарҙа дауалана, ультрафиолет нурҙарының дауалау миҡдарын ала. Әммә һәр нәмәлә сама кәрәк.

– Иң таралған тире ауырыуҙарын атарға буламы?
– Донъялағы кеүек үк, беҙҙә псориаз, экзема, атопик дерматит сирҙәре йышыраҡ осрай. Белгестәр билдәләүенсә, псориаз менән Ер планетаһындағы кешеләрҙең өс проценты сирләй. Был, әлбиттә, бик күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сирҙең ауыр төрҙәре бар, улар кешене инвалид итеүе ихтимал.

– Ә микология тураһында нимә әйтерһегеҙ? Был да киң таралған сирҙәрҙең береһе бит.
– Кеше тиреһе – төрлө вирустар, бактериялар, бәшмәктәр ассоциацияһы ул. Улар араһында патоген булғандары, шартлы патогенлылары бар. Бәшмәктәр ҙә шулай уҡ – зыянлыһы, зыянһыҙы бар, тигәндәй. Тәүгеһе йоҡҡан осраҡта, тирелә үҙгәрештәр башлана. Шул уҡ ваҡытта тиренең иммунитетыбыҙҙың мөһим ағзаһы икәнлеген дә оноторға ярамай. Бәғзе берәүҙәргә бәшмәк ауырыуы тиҙ генә йоға, ә кемдеңдер тиреһенең иммунитеты юғары булыу сәбәпле, бөтөнләй тәьҫире булмауы ихтимал. Нисек кенә булмаһын, дерматолог пациенттың тиреһендә шартлы-патоген бәшмәктәр тапты икән, шәхси гигиена талаптарын үтәү фарыз. Был айырым кейем-һалым, йыуыныу саралары, таҫтамал тотоноу фарыз тигәнде аңлата.
Бәшмәк әүҙемләшә икән, мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк.

– Кеше ниндәйҙер билдәләр буйынса үҙенә бәшмәк йоҡҡанын билдәләй аламы? Үҙаллы дауаланыу мөмкинме?
– Тышҡы билдәләргә ҡарап ҡына бәшмәктең бармы-юҡмы икәнлеген, ниндәй төрө йоҡҡанлығын ҡайһы саҡта һәр табип та билдәләй алмай. Етмәһә, кеше үҙ белдеге менән дауаланһа, сирҙең барлыҡ клиник картинаһы юйыла, дөрөҫ диагноз ҡуйыу ҡатмарлаша. Унан тыш, дөрөҫ һайланмаған терапия сирҙең ағышын оҙайтып ебәреүе ихтимал. Бер генә миҫал: ҡайһы саҡта аяҡ табандарының ҡубыуы, ярылыуы экзема билдәһе булыуы бар, был осраҡта бәшмәккә ҡаршы препараттар менән, әлбиттә, дауаланырға ярамай. Шуға күрә, визуаль билдәләргә ҡарап ҡына диагноз ҡуйыу мөмкин түгел, мотлаҡ белгес тикшереүе үтергә кәрәк.

– Бәшмәк ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн нимә эшләргә кәрәк?
– Ҡағиҙәләр бик ябай:
1. Шәхси гигиена сараларын үтәү зарур. Бигерәк тә кеше күпләп ял иткән, спорт менән шөғөлләнгән урындарҙа.
2. Табан тиреһен тәрбиәләгеҙ, тырнаҡты ҡарағыҙ. Тырнаҡ артыҡ ҡыҫҡа ла, оҙон да булмаҫҡа тейеш.
3. Сифатлы, уңайлы аяҡ кейеме кейегеҙ. Ул бармаҡты ҡыҫмаһын, сөйәлдәр хасил итмәһен.
4. Быға тиклем микоз менән сирләгәнһегеҙ икән, табип ҡушыуы буйынса сирҙе иҫкәртеү өсөн бәшмәккә ҡаршы препараттар ҡулланығыҙ.
5. Хайуандарҙан йоға торған тире ауырыуҙарын булдырмаҫ өсөн, урамдағы бесәй-эттәргә теймәгеҙ. Бигерәк тә был балаларға ҡағыла.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Һөлөктө белеп һалырға кәрәк

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк 11.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һөлөк һалыу халыҡ медицинаһында борон-борондан килә. Уның хаҡында “Урал батыр” эпосында ла телгә...

Тотош уҡырға 86

Имбирь менән дуҫлаш

Имбирь менән дуҫлаш 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һуңғы йылдарҙа халыҡ телендә имбир һүҙе йыш ҡулланыла башланы. Был төр культура магазин...

Тотош уҡырға 167

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Иртәнге көнөбөҙ сәй эсеүҙән башлана. Ҡунаҡ килһә лә иң тәүҙә сәй менән һыйлайбыҙ, сөнки әүәлдән...

Тотош уҡырға 73

Шикселлек тә – сир билдәһе

Шикселлек тә – сир билдәһе 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Невроздар йәшәү сифатын түбәнәйтә. Әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыу, физик күнегеүҙәр менән...

Тотош уҡырға 82

Белеү зыян итмәҫ

Белеү зыян итмәҫ 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Кешене өс-алты сәғәт эсендә ҡотҡарып була. Йыл һайын йәмәғәтселек, медицина ойошмалары Бөтә донъя...

Тотош уҡырға 74

Елдәй ел, “Толпар”!

Елдәй ел, “Толпар”! 03.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы Президент гранттары фонды ярҙамында йыл да “Иң яҡшыһы —...

Тотош уҡырға 76

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ 30.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Уны йоҡтормау башлыса кешенең үҙенән тора. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хәбәр итеүенсә, Рәсәй...

Тотош уҡырға 63

Алма һуты эсегеҙ!

Алма һуты эсегеҙ! 28.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Магазиндарҙа һуттарҙың ниндәйе генә юҡ! Тәмдәре, сифаттары буйынса ла улар айырыла, хәүефһеҙлек...

Тотош уҡырға 82

Көнөнә – 250 пациент!

Көнөнә – 250 пациент! 26.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй ауылында көнөнә 250 пациентты ҡабул итеү һәләтенә эйә заманса...

Тотош уҡырға 445

Сәләмәтлек бүләк итәләр

Сәләмәтлек бүләк итәләр 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Миңә быйыл Башҡортос­таны­быҙҙың данлыҡлы һәм шифалы “Красноусол” шифаханаһында ял итеү бәхете...

Тотош уҡырға 112

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып...

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып... 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Йәнырыҫта яңы ФАП уңышлы эшләй. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 99

Ауылға ла ҡайта белгестәр

Ауылға ла ҡайта белгестәр 21.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һөнәре – йәшәү мәғәнәһе. Башҡортостанда “Ауыл табибы” программаһы 2012 йылдан уңышлы тормошҡа...

Тотош уҡырға 172