Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Лагерҙы нисек һайларға?
Лагерҙы нисек һайларға?2017 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында балаларҙы һауыҡтырыу лагерҙарында ялға йәлеп итеү йәһәтенән алдынғы урынға сыҡты. Былтыр йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда республикабыҙҙа 2 604 лагерь эшләгән һәм уларҙа мәктәп йәшендәге 189,1 мең бала ял иткән, һаулығын нығытҡан.

Мәғлүм булыуынса, ҡаланан ситтәге лагерҙар – иң һөҙөмтәле ял һәм һауыҡтырыу алымдарының береһе. Балалар лагерын һайлағанда тәү сиратта нимәгә иғтибар итергә һуң? Йәйге ял башланып ҡына тора, шуға күрә “Роспот­ребнадзор”ҙың Башҡортостан идара­лығы белгестәренең кәңәше ата-әсәләр­гә файҙалы булыр тигән ниәттәбеҙ.
Иң элек сменаның оҙайлылығын күҙалларға кәрәк. Ул кәмендә 21 көн булырға тейеш. Ошо ваҡыт эсендә генә балала мәктәп программаһын уңышлы үҙләштереү, уҡыу йылы дауамында төрлө сирҙәргә ҡаршы тороу мөмкинлеген биргән көс-ҡеүәт туплана.
Лагерҙың хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүенә инанығыҙ. Уның Рәсәй Федерацияһы субъектындағы ял итеү һәм һауығыу өсөн тәғәйенләнгән балалар ойошмалары реестрына индере­леүе, муниципаль район йәки ҡала округы комиссияһы тарафынан эшкә ҡабул ителеүе шарт. Лагерҙың дәүләт санитария-эпидемиология ҡағиҙәләренә һәм нормативтарына тап килеүе санитария-эпидемиология һығымтаһы менән раҫлана. Әйткәндәй, санитария-эпидемиология һығымтаһы бер йыл дауамында ғына ғәмәлдә була. Бындай документ юҡ икән, тимәк, һауыҡтырыу ойошмаһының эшмәкәрлеге законһыҙ.
Лагерҙа хәүефһеҙлек шарттарын тәьмин итеү өсөн үҙәкләштерелгән һалҡын һәм эҫе һыу бүлеү системаһы, йыһазландырылған йоҡо корпустары, сифатлы туҡландырыу булырға, медицина хеҙмәттәре күрһәтелергә, бүл­мәләрҙә һәм учреждение биләмәһендә дезинфекция, дезинсекция һәм дератизация кеүек саралар үткәрелергә тейеш.
Белгестәр әйтеүенсә, һауыҡтырыу учреждениеһында буш ваҡыттың нисек ойошторолоуын, көн тәртибен алдан уҡ асыҡлау зарур.
Лагерҙағы педагогтар, эшмәкәрлек программаһы тураһында мәғлүмәт алыу ҙа артыҡ булмаҫ.
Балалар араһында сирлеләр бул­маһын өсөн улар табиптың тейешле һығымтаһы, прививкалар тураһындағы мәғлүмәттәр, инфекциялы ауырыуҙар менән аралашмау хаҡындағы белешмә ҡағыҙы нигеҙендә ҡабул ителә.
– Ялды ойоштороу буйынса хеҙмәт күрһәтеүҙәре тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғанда уның тексын ентекләп уҡып сығығыҙ, күрһәтелгән хеҙмәттәр исемлегенә, уларҙың хаҡына иғтибар итегеҙ. Балағыҙға лагерҙа кәрәкле әйберҙәр исемлеген төҙөргә онотмағыҙ. Бындай иҫкәрмә ойоштороусыларҙа булырға тейеш, – тип кәңәш бирә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы белгестәре.
Мөмкинлектәре сикләнгән балалар лагерға табиптың рөхсәте менән генә ҡабул ителә. Был осраҡта лагерь етәксе­һенә һәм медицина персоналына алдан хәбәр итеү шарт. Шул уҡ ваҡытта ата-әсә лагерҙа балаһы өсөн тейешле шарттарҙың булыу-булмауын асыҡларға тейеш.
Дөрөҫ һайланған һауыҡтырыу учреждениеһында балағыҙ рәхәтләнеп ял итер, сағыу тәьҫораттар, тәжрибә туплар, иң мөһиме – һаулығын нығытыр.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ихтыяр һәм өмөт менән

Ихтыяр һәм өмөт менән 14.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ҡурҡыуҙы мотлаҡ еңергә кәрәк Онкология сире сәләмәт тормош алып барған, үҙен көслө тойған, спорт...

Тотош уҡырға 41

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк 11.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һөлөк һалыу халыҡ медицинаһында борон-борондан килә. Уның хаҡында “Урал батыр” эпосында ла телгә...

Тотош уҡырға 113

Имбирь менән дуҫлаш

Имбирь менән дуҫлаш 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һуңғы йылдарҙа халыҡ телендә имбир һүҙе йыш ҡулланыла башланы. Был төр культура магазин...

Тотош уҡырға 188

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Иртәнге көнөбөҙ сәй эсеүҙән башлана. Ҡунаҡ килһә лә иң тәүҙә сәй менән һыйлайбыҙ, сөнки әүәлдән...

Тотош уҡырға 95

Шикселлек тә – сир билдәһе

Шикселлек тә – сир билдәһе 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Невроздар йәшәү сифатын түбәнәйтә. Әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыу, физик күнегеүҙәр менән...

Тотош уҡырға 98

Белеү зыян итмәҫ

Белеү зыян итмәҫ 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Кешене өс-алты сәғәт эсендә ҡотҡарып була. Йыл һайын йәмәғәтселек, медицина ойошмалары Бөтә донъя...

Тотош уҡырға 90

Елдәй ел, “Толпар”!

Елдәй ел, “Толпар”! 03.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы Президент гранттары фонды ярҙамында йыл да “Иң яҡшыһы —...

Тотош уҡырға 88

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ 30.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Уны йоҡтормау башлыса кешенең үҙенән тора. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хәбәр итеүенсә, Рәсәй...

Тотош уҡырға 71

Алма һуты эсегеҙ!

Алма һуты эсегеҙ! 28.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Магазиндарҙа һуттарҙың ниндәйе генә юҡ! Тәмдәре, сифаттары буйынса ла улар айырыла, хәүефһеҙлек...

Тотош уҡырға 90

Көнөнә – 250 пациент!

Көнөнә – 250 пациент! 26.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй ауылында көнөнә 250 пациентты ҡабул итеү һәләтенә эйә заманса...

Тотош уҡырға 458

Сәләмәтлек бүләк итәләр

Сәләмәтлек бүләк итәләр 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Миңә быйыл Башҡортос­таны­быҙҙың данлыҡлы һәм шифалы “Красноусол” шифаханаһында ял итеү бәхете...

Тотош уҡырға 119

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып...

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып... 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Йәнырыҫта яңы ФАП уңышлы эшләй. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 108