Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эх, тәмле лә икән урман сәйе!
Эх, тәмле лә икән урман сәйе!Ата-бабаларыбыҙ, өләсәйҙәр юҡҡа ғына хушһынмаған урман сәйе менән: тәмле лә, шифалы ла — белгән кешегә теләһә ниндәй сортлы сәйҙән дә өҫтөнөрәк. Асылы шунда, уларҙа нервы системаһын ярһытырлыҡ кофеин юҡ. Уның ҡарауы, кеше организмы өсөн файҙа биреүсе бик күп биологик әүҙем матдәләр: витаминдар, гликозидтар, алкалоидтар, сапонин, фермент, органик кислоталар, пектин һәм башҡалар бар.

Урман сәйе әҙерләп булырҙай үҫемлектәр байтаҡ. Йыйып алғас та был үҫемлектәрҙе марляға, аҡ ҡағыҙға йоҡа ғына итеп йәйеп елләтәләр, унан һуң дымы сыҡҡансы ҡул менән ышҡыйҙар. Бөгәрләнгән үлән һәм япраҡтарҙы ферментлау өсөн өйөп, биш-ете сәғәт буйы өҫтөнә дымлы сепрәк ябып тоталар. Температура юғары булған һайын ферментлау еңелерәк барғанлыҡтан, үләндәр һалынған эмаль һауытты йылыраҡ урынға ҡуйырға кәрәк. Әммә бик юғары температурала үләндәрҙең хуш еҫе һәм тәме юғала. Йомарланған ферментланған япраҡтарҙы ваҡ итеп турап киптерәләр. Яҡшы киптерелгән урман сәйе ысын ҡара сәй төҫөндә буласаҡ.
Урман сәйен фарфор сәйнүктә бешереү яҡшыраҡ. Сәйнүккә бер аҙ ҡайнар һыу ҡойғас, сәй һалына һәм, әселеген бөтөрөү өсөн бер балғалаҡ шәкәр өҫтәлә. Өс-дүрт минуттан сәй әҙер була. Урман сәйе ҡышын һәм яҙын, витамин ҡытлығы ваҡытында бигерәк тә файҙалы.
Ҡайын япрағы сәйе. Бер литр ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы кипкән япраҡ иҫәбенән әҙерләнә. Тоҙ ултырғанда, бәүел ҡыуығы ялҡынһынғанда ярҙам итә.
Ҡайын бөрөләре төнәтмәһе. Кипкән бөрөләрҙе бер стакан һыуҙа 15 минут ҡайнатып, бер сәғәт төнәтәләр.
Йәш имән япрағынан сәй. 200 миллилитр һыуға бар аш ҡалағы япраҡ иҫәбенән яҙын ҡанды таҙартыу өсөн эсәләр.
Мәтрүшкә сәйе. Кипкән мәтрүшкәгә ҡайнар һыу һалып, биш минут тоторға кәрәк. Һөт, ҡаймаҡ менән эсергә мөмкин. Бер стакан һыуға бер балғалаҡ мәтрүшкә иҫәбенән әҙерләнгән сәй йүтәлләгәндә ҡулланыла.
Ҡара бөрлөгән япрағынан әҙерләнгән сәй эҫелә һыуһынды баҫа, ашҡаҙан-эсәк юлдары эшсәнлегенә ыңғай йоғонто яһай. 200 миллилитр һыуға 5 грамм япраҡ һалына.
Ҡайын еләге япрағы сәйен геморрой, эсәк ялҡынһыныуы, бөйөр ауырыуы булғанда, башҡа сирҙәрҙе дауалағанда ла көн һайын эсһәң, зарары юҡ. Сәй өсөн ҡыҙарған, көҙгө япраҡтар яҡшы: уларҙан бешкән сәй ҡуйыраҡ төҫлө, тәмлерәк еҫле була. 200 миллилитр һыуға 3—5 грамм япраҡ һалына.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Һөлөктө белеп һалырға кәрәк

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк 11.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һөлөк һалыу халыҡ медицинаһында борон-борондан килә. Уның хаҡында “Урал батыр” эпосында ла телгә...

Тотош уҡырға 78

Имбирь менән дуҫлаш

Имбирь менән дуҫлаш 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һуңғы йылдарҙа халыҡ телендә имбир һүҙе йыш ҡулланыла башланы. Был төр культура магазин...

Тотош уҡырға 166

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Иртәнге көнөбөҙ сәй эсеүҙән башлана. Ҡунаҡ килһә лә иң тәүҙә сәй менән һыйлайбыҙ, сөнки әүәлдән...

Тотош уҡырға 73

Шикселлек тә – сир билдәһе

Шикселлек тә – сир билдәһе 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Невроздар йәшәү сифатын түбәнәйтә. Әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыу, физик күнегеүҙәр менән...

Тотош уҡырға 80

Белеү зыян итмәҫ

Белеү зыян итмәҫ 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Кешене өс-алты сәғәт эсендә ҡотҡарып була. Йыл һайын йәмәғәтселек, медицина ойошмалары Бөтә донъя...

Тотош уҡырға 71

Елдәй ел, “Толпар”!

Елдәй ел, “Толпар”! 03.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы Президент гранттары фонды ярҙамында йыл да “Иң яҡшыһы —...

Тотош уҡырға 75

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ 30.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Уны йоҡтормау башлыса кешенең үҙенән тора. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хәбәр итеүенсә, Рәсәй...

Тотош уҡырға 62

Алма һуты эсегеҙ!

Алма һуты эсегеҙ! 28.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Магазиндарҙа һуттарҙың ниндәйе генә юҡ! Тәмдәре, сифаттары буйынса ла улар айырыла, хәүефһеҙлек...

Тотош уҡырға 82

Көнөнә – 250 пациент!

Көнөнә – 250 пациент! 26.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй ауылында көнөнә 250 пациентты ҡабул итеү һәләтенә эйә заманса...

Тотош уҡырға 441

Сәләмәтлек бүләк итәләр

Сәләмәтлек бүләк итәләр 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Миңә быйыл Башҡортос­таны­быҙҙың данлыҡлы һәм шифалы “Красноусол” шифаханаһында ял итеү бәхете...

Тотош уҡырға 111

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып...

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып... 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Йәнырыҫта яңы ФАП уңышлы эшләй. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 99

Ауылға ла ҡайта белгестәр

Ауылға ла ҡайта белгестәр 21.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һөнәре – йәшәү мәғәнәһе. Башҡортостанда “Ауыл табибы” программаһы 2012 йылдан уңышлы тормошҡа...

Тотош уҡырға 170