Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шифалы үлән — йәнгә дауа
Шифалы үлән — йәнгә дауаҺуңғы йылдарҙа күптәр шифалы үләндәр ҡулланыу яҡлы. “Дауа — үҙебеҙҙең аяҡ аҫтында” ти улар. Кемдер үләндәрҙе көндәлек тормошта, йәғни һәр көн файҙаланыуҙы үҙ итһә, икенселәр билдәле сир өсөн төрлө үлән, япраҡ, тамырҙарҙы файҙалана. Әммә һәр шифалы үләнде йыйыу осоро барлығын да оноторға ярамай.

Һабыр ауылында йәшәгән Мәүлиҙә Таһирова был шөғөлдө күптән инде үҙ иткән.
— Өләсәйем үлән йыйыу менән шөғөлләнә торғайны. Бала саҡтан мине эйәртеп, урман-тауҙарҙан шифалы үҫемлектәр йыйҙыҡ. Һәр үлән хаҡында айырым һөйләр, уның йыйыу ваҡытын әйтер, шифаһы хаҡында өйрәтер ине. Бәғзе бер үҫемлекте таң алдынан өҙөү талап ителһә, икенселәрен, киреһенсә, кис алыу файҙалы.
Мәүлиҙә ханым үҙенең яратҡан шөғөлөнә килене Гөлфиә Хаммат ҡыҙын да ҡыҙыҡһындырған. Бөгөн ҡәйнәле-киленле һәр йыл үҙҙәренә етәрлек, хатта һораусыларға бирерлек шифалы үлән йыя. Таһиров­тарҙың иң яратҡан эштәренең береһе — үлән сәйе (фитосәй) әҙерләп, уны махсус һауытҡа тултырыу. Кәрәк саҡта ҡулланып та ебәрәһең, һораусыларға һатырға ла мөмкин. Үлән сәйен әҙерләү өсөн үҙебеҙҙең төбәктә үҫкән шифалы үлән файҙаланыла. Көрән һәм һары мәтрүшкәләр, гөлйемеш, энәлек емеше, гөлйемеш сәскәһе, ҡайын еләге, ҡарағат, ер еләге япраҡтары, йүкә сәскәһен ваҡытында йыйып, күләгәлә киптерелә. Аҙаҡ уларҙы ваҡ итеп турап, бергә ҡушып, һауыттарға һалына. Уларҙы сәйгә ҡушып та, айырым да файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ төрлө сирҙәр өсөн махсус үләндәр йыйыла, улар ҙа махсус урында киптерелә.
— Шифалы үләндәрҙе файҙала­ныусыларға кәңәшем бар: уларҙы оҙайлы осор, хатта йылдар дауамында дөрөҫ итеп ҡулланғанда ғына файҙаһы тейә. Шулай уҡ һәр шифалы үҫемлектең тәғәйен ҡулланыу ваҡыты хаҡында ла оноторға ярамай. Ҡайһыла­рын ҡалаҡлап эсеү ҙә етә, икенселәрен күберәк ҡулла­ныу кәңәш ителә. Һәр осраҡта уны белгән кеше менән кәңәшләшергә кәрәк, — ти Мәүлиҙә Таһирова.
Беҙҙең аяҡ аҫтында күпе­реп үҫкән үләндәрҙең күбеһе шифалы икәнлеген белгәс, мин дә аптырап, хайран ҡалдым. Ауырып та өлгөр­мәйбеҙ, йүгереп дарыухананан ҡыйбат хаҡҡа дарыу һа­тып алабыҙ, ә үҙебеҙҙең төбәктә үҫкән файҙалы үлән­дәрҙе ҡулланып, сирҙе иҫкәр­теү өсөн файҙаланғанда ла ауырымаҫ инек. Йәшел үлән­дәр баш ҡалҡытҡан осор етте. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә шифалы үлән­дәрҙе йыяйыҡ, уны файҙа­ланырға өйрәнәйек. Һыуыҡ ҡыш та йәмле йәйҙең матур көндәрен хәтерләткән хуш еҫле үлән сәйе һәр кемдең өҫтәлендә булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Йылайыр районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ихтыяр һәм өмөт менән

Ихтыяр һәм өмөт менән 14.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ҡурҡыуҙы мотлаҡ еңергә кәрәк Онкология сире сәләмәт тормош алып барған, үҙен көслө тойған, спорт...

Тотош уҡырға 38

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк 11.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һөлөк һалыу халыҡ медицинаһында борон-борондан килә. Уның хаҡында “Урал батыр” эпосында ла телгә...

Тотош уҡырға 109

Имбирь менән дуҫлаш

Имбирь менән дуҫлаш 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һуңғы йылдарҙа халыҡ телендә имбир һүҙе йыш ҡулланыла башланы. Был төр культура магазин...

Тотош уҡырға 186

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Иртәнге көнөбөҙ сәй эсеүҙән башлана. Ҡунаҡ килһә лә иң тәүҙә сәй менән һыйлайбыҙ, сөнки әүәлдән...

Тотош уҡырға 92

Шикселлек тә – сир билдәһе

Шикселлек тә – сир билдәһе 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Невроздар йәшәү сифатын түбәнәйтә. Әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыу, физик күнегеүҙәр менән...

Тотош уҡырға 95

Белеү зыян итмәҫ

Белеү зыян итмәҫ 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Кешене өс-алты сәғәт эсендә ҡотҡарып була. Йыл һайын йәмәғәтселек, медицина ойошмалары Бөтә донъя...

Тотош уҡырға 87

Елдәй ел, “Толпар”!

Елдәй ел, “Толпар”! 03.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы Президент гранттары фонды ярҙамында йыл да “Иң яҡшыһы —...

Тотош уҡырға 87

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ 30.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Уны йоҡтормау башлыса кешенең үҙенән тора. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хәбәр итеүенсә, Рәсәй...

Тотош уҡырға 70

Алма һуты эсегеҙ!

Алма һуты эсегеҙ! 28.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Магазиндарҙа һуттарҙың ниндәйе генә юҡ! Тәмдәре, сифаттары буйынса ла улар айырыла, хәүефһеҙлек...

Тотош уҡырға 90

Көнөнә – 250 пациент!

Көнөнә – 250 пациент! 26.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй ауылында көнөнә 250 пациентты ҡабул итеү һәләтенә эйә заманса...

Тотош уҡырға 456

Сәләмәтлек бүләк итәләр

Сәләмәтлек бүләк итәләр 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Миңә быйыл Башҡортос­таны­быҙҙың данлыҡлы һәм шифалы “Красноусол” шифаханаһында ял итеү бәхете...

Тотош уҡырға 115

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып...

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып... 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Йәнырыҫта яңы ФАП уңышлы эшләй. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 106