Башҡортостанда йыл башынан алып ҡыҙылса менән сирләүҙең алты осрағы теркәлгән. Шуларҙың береһе – Туймазы райо­нында, икәүһе – Өфө районында һәм тағы ла өсәүһе – баш ҡалабыҙҙа.

Хәлгә “Роспотребнадзор” менән төбәктәге Һаулыҡ һаҡлау министрлығы контроллек итә. Әле ҡыҙылсаға ҡаршы пландан тыш вакцинация үткәрелә, йоғошло ауырыуҙың таралыуына ҡаршы эш алып барыла.
2016 – 2017 йылдарҙа республикабыҙҙа ҡыҙылсаға бәйле бер генә осраҡ теркәлгән, эпидемиологик хәл хәүефһеҙ тип баһаланған. Табиптар белдереүенсә, ауырыуҙан һаҡланыуҙың һәм уны иҫкәртеүҙең берҙән-бер ышаныслы алымы – ул вакцина яһатыу. Эпидемиологтар күптән онотолған сирҙең ҡайтанан башланыуы сәбәбен ата-әсәнең сабыйына ҡыҙылсаға ҡаршы прививка яһатыуҙан баш тартыуынан күрә. Рәсәйгә мигранттарҙың күпләп килеүе лә быға йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә.
“Роспотребнадзор”ҙың республика идаралығы сит илгә сәйәхәткә юлланған кешеләргә лә ике тапҡыр иммунизация үтергә кәңәш итә. Бының өсөн йәшәгән урын буйынса терапевҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.