Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ...
Тик ул сама белгәндәргә генә файҙалы

Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ...Быйыл йәй һуңлап килһә лә, берәгәй килде. Эҫе көндәрҙә ҡояшта ныҡ ҡыҙынып һаулығына зыян килтергәндәр ҙә бар. Бындай осраҡта ниндәй саралар күреү зарурлығы тураһында юғары категориялы табип, дерматовенеролог Марат Мансур улы ХӘЙҘӘРОВ менән әңгәмәләштек.

– Марат Мансур улы, республикала ҡояштан зыян кү­реп, дауа­ханаларға мөрә­жәғәт итеүселәр күпме?
– Быйыл майҙан 10 июлгә тиклем Рес­публиканың 1-се тире-венерология диспансерына 38 кеше ҡояштың зарарлы йо­ғонто­һонан сирләп килгән. Шуларҙың дүртәүһен дауаханаға һалдыҡ. Әле ҡояш тәьҫире арҡа­һында килеп сыҡҡан тире ауы­рыуҙары тураһында ғына һүҙ бара һәм улар Өфөләге диспансерға мөрәжәғәт иткәндәре генә. Башҡа дауаханаларҙы иҫәпкә алғанда, һандар күпкә юғары­раҡ. Һаҡлана белмәй йөрөгәндәрҙең ҡайһы саҡ башына ҡояш һу­ға. Ҡояш тәьҫире һөҙөмтәһендә бар­лыҡ­ҡа килгән тап-тимгелдәрҙе бөтөрөргә теләп, косметологтарҙа дауаланғандар ҙа бар.
– Ҡояш нурҙарының тәьҫире һөҙөм­тәһендә ниндәй сирҙәр барлыҡҡа килеүе ихтимал?
– Ҡояштан булған дерматит (солнечный дерматит), йәғни фотодерматит нигеҙендә аллергия тәьҫире ята. Ҡояш нурҙарынан иркен радикалдар һәм ят матдәләр хасил була, улар организм өсөн аллерген. Һөҙөм­тәлә тире елһенә, шешенә, ҡыҙара, хатта тирелә ҡыуыҡсалар килеп сыға. Был күренеш тиренең күпселек өлөшөндә күҙәтелһә, ке­шенең ни хәлдә булыуын төшөнөргө мөмкин. Зинһар, ошо дәрәжәгә еткәнсе ҡояшта ҡыҙынмағыҙ!
Фотоконтактлы дерматит, йәғни контактлы фотодерматит сирендә аллергия күренешенә тағы бер зарар өҫтәлә: елһенеү аллерген­дарҙан ғына түгел, алдан ҡулланылған да­рыуҙар ҡояшҡа һиҙгерлекте арттыра, нурҙар тәьҫи­ренән хасил булған химик матдәләр токсин рәүе­шендә зыян килтерә. Шуға ла ҡыҙынған ваҡытта тирегә дарыу һәм төрлө косметик мат­дәләрҙе һөртөргә ярамай. Эҫелә инъекция-укол йә башҡа дарыуҙар ҡулланғанда, табип кәңәшен үтәү мотлаҡ.
Фотофитодерматит үҫемлектәр менән бер үк мәлдә ҡояш тәьҫиренән хасил була. Ҡайһы бер үлән һуттары тиренең ҡояшҡа һиҙ­герлеген көсәйтә. Һөҙөмтәлә тире ҡай­нар һыуҙан бешкән һымаҡ ҡабарып, ҡыуыҡланып сыға. Үләндәр менән эш иткәндә, ҡулға бирсәткә кейергә, туғайҙа ял иткәндә иһә кейенеп йөрөргә кәрәк.
– Ҡояш миңгә насар тәьҫир итә тип ишеткәнем бар...
– Миңле кешеләр күп. Ысынлап та, ҡояш нурҙарының тәьҫире һөҙөмтә­һендә тирелә яман шеш хасил булыу ихтималлығы арта. Пигментлы миң таптарында меланома тип аталған тағы ла яма­ныраҡ шеш барлыҡҡа килеүсән. Быға ҡояш нурҙарының этәргес булыуы мөмкин, шуға ла миңле урындарҙы күрһәтмәҫкә тыры­шы­ғыҙ, юғиһә унда яман шеш барлыҡ­ҡа килеүе бар.
Ҡояш нурҙары аҫтында эш­ләгәндә нисек тә булһа миңдәрҙе ҡаплап йөрөргә кәрәк. Эҫе ваҡытта иртән йә кис эшләгәндәр ота, сөнки тура төшкән көндөҙгө нурҙар хәүефле.
Башҡа эҫе ҡапмаһын өсөн баш кейеме кейергә кәрәк. Ундай әйбер булмағанда, гәзиттән яһалған эшләпә йә иһә яулыҡ һымаҡ таҙа сепрәк тә ярап тора. Мунсала сабын­ғанда ла баш кейеме кәрәк.
– Организмға ҡояш кәрәк, тиҙәр. Ул саҡта нисек ҡыҙынырға һуң?
– Саманы белеп кенә ҡыҙы­ны­ғыҙ. Тире бешкәнсе ҡояш аҫ­тында тәнде асып йөрөмәйҙәр. Ҡыҙыныуҙың ҡағи­ҙәләрен белеү мәслихәт.
Ҡояш, һис шикһеҙ, сихәтлән­дереү көсөнә лә эйә. Мәҫәлән, организмға Д витамины кәрәк. Ул балыҡ майында күп. Тик тормошта гел генә балыҡ майы эсеп тороп булмай. Тимәк, уны башҡа сығанаҡтарҙан да алырға тейешбеҙ. Ғәмәлдә ул – ҡояш нур­ҙары. Кеше организмына төшкән нурҙар ғына етмәй, тыш­ҡы яҡтылыҡ та кәрәк. Ҡояштың ультрафиолет һәм яҡтылыҡ нурҙарының тәьҫире һөҙөмтә­һендә тирелә Д витамины хасил була. Ул һөйәктә кальций туплап нығыта. Һөйәге ныҡ булған­дарҙың быуындары һыҙламай.
Ҡояш беҙҙе туберкулёздан һаҡ­лауҙа ҡатнаша. Туберкулёз яҡты­лыҡ­ты, бигерәк тә ҡояш нур­ҙарын яратмай. Беҙҙең халыҡта тәҙрә быялаларын һөртөп тороу, кейем, мендәр һәм башҡа әйберҙәрҙе ҡояшта тотоп алыу ғәҙәте элек-электән бар, был – туберкулёз йоғоуҙан һаҡланыуҙың бер сараһы.
Ҡояш нурҙары ярҙамында дауаланыу рәсми медицинала гелиотерапия тип атала. Был – климатотерапияның бер тармағы. Әлбиттә, гелиотерапия табип ҡарамағында башҡарыла.
– Марат Мансур улы, һеҙ ҡояштан файҙаланыу серҙәрен халыҡсан тел ме­нән аңлатып бирҙегеҙ. Гәзит уҡыусыла­рыбыҙ файҙалы кәңәш­тәре­геҙгә ҡолаҡ һалыр тип ыша­набыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Һөлөктө белеп һалырға кәрәк

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк 11.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һөлөк һалыу халыҡ медицинаһында борон-борондан килә. Уның хаҡында “Урал батыр” эпосында ла телгә...

Тотош уҡырға 97

Имбирь менән дуҫлаш

Имбирь менән дуҫлаш 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һуңғы йылдарҙа халыҡ телендә имбир һүҙе йыш ҡулланыла башланы. Был төр культура магазин...

Тотош уҡырға 174

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Иртәнге көнөбөҙ сәй эсеүҙән башлана. Ҡунаҡ килһә лә иң тәүҙә сәй менән һыйлайбыҙ, сөнки әүәлдән...

Тотош уҡырға 83

Шикселлек тә – сир билдәһе

Шикселлек тә – сир билдәһе 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Невроздар йәшәү сифатын түбәнәйтә. Әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыу, физик күнегеүҙәр менән...

Тотош уҡырға 88

Белеү зыян итмәҫ

Белеү зыян итмәҫ 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Кешене өс-алты сәғәт эсендә ҡотҡарып була. Йыл һайын йәмәғәтселек, медицина ойошмалары Бөтә донъя...

Тотош уҡырға 80

Елдәй ел, “Толпар”!

Елдәй ел, “Толпар”! 03.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы Президент гранттары фонды ярҙамында йыл да “Иң яҡшыһы —...

Тотош уҡырға 81

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ 30.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Уны йоҡтормау башлыса кешенең үҙенән тора. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хәбәр итеүенсә, Рәсәй...

Тотош уҡырға 63

Алма һуты эсегеҙ!

Алма һуты эсегеҙ! 28.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Магазиндарҙа һуттарҙың ниндәйе генә юҡ! Тәмдәре, сифаттары буйынса ла улар айырыла, хәүефһеҙлек...

Тотош уҡырға 87

Көнөнә – 250 пациент!

Көнөнә – 250 пациент! 26.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй ауылында көнөнә 250 пациентты ҡабул итеү һәләтенә эйә заманса...

Тотош уҡырға 447

Сәләмәтлек бүләк итәләр

Сәләмәтлек бүләк итәләр 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Миңә быйыл Башҡортос­таны­быҙҙың данлыҡлы һәм шифалы “Красноусол” шифаханаһында ял итеү бәхете...

Тотош уҡырға 113

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып...

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып... 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Йәнырыҫта яңы ФАП уңышлы эшләй. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 100

Ауылға ла ҡайта белгестәр

Ауылға ла ҡайта белгестәр 21.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һөнәре – йәшәү мәғәнәһе. Башҡортостанда “Ауыл табибы” программаһы 2012 йылдан уңышлы тормошҡа...

Тотош уҡырға 175