Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аралашыуҙа асыла хәҡиҡәт
I төбәк ғилми-ғәмәли кардиология конференцияһында көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде

Аралашыуҙа асыла хәҡиҡәтОшо көндәрҙә Учалыла йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан интеккәндәргә медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре буйынса ғилми-ғәмәли конференция булды. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Республика кардиология үҙәге һәм Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы ойошторған сарала көньяҡ-көнсығыш райондарҙан ике йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты.



Конференцияны асып, Учалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Ғиләжетдинов ҡунаҡтарҙы урындағы эшмәкәрлек, социаль-иҡтисади хәл менән таныштырҙы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы, хәл итәһе мәсьәләләрҙе барланы.
Тармаҡ тотороҡло алға бара: бел­гестәрҙең һөнәри оҫталығын камиллаштырыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыла, яңы ҡорамалдар алдырыла, “Ашығыс ярҙам” күрһәтеү бүлеге яңы автомобилдәр менән тулылана. Һуңғы йылдарҙа Учалыла заман талаптарына яуап биргән психотерапия бүлеге асылды, Рафиҡ ауылында республикала беренсе­ләрҙән булып модулле фельдшер-аку­шерлыҡ пункты төҙөлдө, моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса өҫтөнлөклө федераль проектҡа ярашлы “Уңайлы регистратура” асылды. Яңы хирургия корпусын булдырыу “Республиканың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына индерелеп, әле уның проекты дәүләт экспертизаһы үтә.
Аралашыуҙа асыла хәҡиҡәтМедицина хеҙмәтенең сифатын яҡшыртыу, үлем осраҡтарын кәметеү – Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы хеҙмәткәр­ҙәренең төп маҡсаты. Баш табип Рөстәм Латипов пациенттарға телемедицина технологиялары ярҙамында консультация биреү, кардиологияла дистанция ысулын ҡулланыу, проект офисын булдырып, заманса идара итеү стратегияһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тураһында һөйләне.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министр­лығының штаттан тыш баш кардиолог-белгесе, Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева сарала ҡатнашҡандарға ведомство етәксеһе Әнүәр Бакировтың тәбрикләү һүҙҙәрен, теләктәрен еткерҙе, конференцияла күтәрелгән мәсьәләләрҙең көнүҙәклеген, мөһимлеген билдәләне.
– Һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалауҙа яңы дарыу препараттары, хирургия алымдары ҡулланы­лыуға ҡарамаҫтан, республикала үлем осраҡтары күп. Мәсьәлә һаман да көнүҙәк булып ҡала. Был ауырыуҙарҙан үлеү осраҡтарын кәметеү – һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең 2030 йылға тиклемге үҫешенең маҡсатлы индикаторы, – тине белгес.
Ул шулай уҡ республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең таралыу кимәле һәм уларҙан вафат булғандар буйынса тулы анализ яһаны. Һандарға ҡарағанда, Ейәнсурала, Йылайырҙа, Хәйбуллала хәл маҡтанырлыҡ түгел. Уларҙағы дауаха­наларҙың баш табиптарына мәсьәләгә етди иғтибар бирергә, проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләргә ҡушылды.
Конференцияла ауырыуҙы диагностикалау һәм дауалауҙан тыш, уны иҫкәртеү бурысы ныҡлы ҡаралды.
– Мәсьәләнең мөһимлегенә граждан­дарҙың иғтибарын йәлеп итеү, уларҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, ауырыу янаған осраҡта дөрөҫ мәғлүмәтле булыуҙарын тәьмин итеү – табиптарҙың, урындағы властың, етәкселәрҙең дөйөм бурысы, – тип билдәләне Ирина Николаева.
Иҫкәртеү эшенең бер алымы – Баш­ҡортостанда тормошҡа ашырылған “Һаулыҡты һаҡлауҙың модулле прог­раммаһы” буйынса өйрәтеү. Ул сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлауға, һәр быуын вәкилдәрен сәләмәт тормошҡа әйҙәүгә йүнәлтелгән. Беренсе һәм икенсе һанлы модулдәр – балалар баҡсалары, мәктәп­тәр, өсөнсө-дүртенселәре хеҙмәт йәшен­дәгеләргә, пенсионерҙарға тәғәйенләнгән.
– Республика кардиология үҙәге райондарҙа иҫкәртеүҙе киң йәйелдереү өсөн модулдәр менән ярҙам итергә әҙер, был эшкә ирекмәндәрҙе лә йәлеп итергә мөмкин буласаҡ, – тине сығыш яһаусы.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы Иҫкәртеү медицинаһының милли медицина тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәре Нәҙир Әхмәтйәнов юғары ҡан баҫымын диагностикалауҙың һәм дауалауҙың заманса ысулдары менән таныштырҙы. Был йәһәттән Европа илдәрендәге алымдар тураһында доклад халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Республика кардиология үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Богдан Олейник йоҡо артерияларында атеросклеротик йәрәхәт­ле пациенттарҙы дауалау юлдары тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ үҙәктә төрлө ҡатмарлы операцияларҙы башҡарыу өсөн бөтөн шарттар барлығын билдәләне.
– Урындарҙа ауырыуҙарҙы асыҡлап, Республика кардиология үҙәгенә ваҡытында йүнәлтегеҙ, – тине ул. – Беҙҙең операцияларҙы ике тапҡыр күберәк эшләү мөмкинлегебеҙ бар. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер осраҡта ауырыуҙар беҙгә килеп етә алмай.
Башҡа сығыштарҙа ла йөрәк-ҡан ауырыуҙарын иртә диагностикалау, дауалау тураһында тәҡдимдәр, тәжрибә менән нығытылған дәлилдәр яңғыраны. Райондарҙан килгән аҡ халатлылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға тулы яуап алды, белемен тулыландырҙы, Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы тәжрибәһе менән яҡындан танышты.

Вадим АБДУЛЛИН, Иҫәнғол район дауаханаһының баш табип урынбаҫары:
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ейәнсура районында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының үҫеше күҙәтелә. Бының сәбәбе күп. Беҙ барыһына ла ваҡытында тейешле ярҙам күрһәтә алмайбыҙ. Бының өсөн беренсел ҡан тамырҙары үҙәге юҡ. Һәр секунд, һәр минут һанаулы булған мәлдә ауырыуҙы әллә ҡайҙағы Күмертау ҡалаһына алып барырға мәжбүрбеҙ.
Беҙҙә томограф та юҡ. Күп осраҡта пациенттарҙың матди хәле лә уның һаулығын хәстәрләү мөмкинлеген бирмәй. Мәҫәлән, йөрәк ишемияһынан дауаланыу курсын үтеү өсөн дарыу һатып алырға ғына ике-өс мең һум кәрәк, ә был – ауыл халҡының күбеһе өсөн ҙур сумма. Ғөмүмән, уйланырға урын бар.

Марина СӨЛӘЙМӘНОВА, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы терапевы:

– Беҙҙә медицина заман менән бергә атлай. Беренсел ҡан тамырҙары үҙәгенең, интенсив терапия блогының булыуы йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының кәмеүенә булышлыҡ итә. Шәхсән мине бындай сирҙәрҙең “йәшәреүе” борсой. 27 йыл элек эш башлағанымда инфаркт, инсульт менән ауырығандар өлкән йәштәгеләр араһында ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Көсөргәнеш, ығы-зығылы тормош кешеләрҙең һаулығына насар йоғонто яһай. Бөгөн тәү сиратта сирҙәрҙе иҫкәртеүгә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.


Башҡортостан Башлығы Рөстәм ХӘМИТОВ:
“Республика кардиология үҙәгендә ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙең уңышлы тәжрибәһе тупланған. Был йәһәттән беҙҙәге модулле программа илдә иң яҡшыһы тип танылды. Ошо тәжрибәне ғүмер оҙайлылығына һәм сифатына туранан-тура йоғонто яһаған башҡа ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн дә файҙаланырға кәрәк”.
(Мөрәжәғәтнамәнән).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 145

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 72

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 103

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 97

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 107

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 80

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 82

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 76

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 127

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 220

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 126