Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гиппократ анты ғына хәл итмәй шул...
“Әсәйемдең тән температураһы 38 градусҡа күтәрелгәс, табип саҡырҙыҡ, ләкин ул цефтриоксон эсергә тәҡдим итеүҙән башҡа кәңәш бирә алманы. Был дарыуҙан файҙа булмағас, медиктарҙы ҡабат-ҡабат саҡырырға тура килде. Улар: “Дөрөҫ дауаланаһығыҙ”, – тип әйтеүҙән ары китмәне. Фәҡәт ай ярым үткәс кенә дауаханаға йүнәлтмә бирҙеләр. Ә ундағы ҡабул итеү бүлмәһендә температуралы кешене алты сәғәт көттөрҙөләр. Дауаланып ҡайтҡас, хәле еңеләйгән дә кеүек ине, ләкин артабан ныҡ мөшкөлләнде. Үҙебеҙҙең табип бер ни ҙә эшләй алмай. Ярҙам итегеҙсе, зинһар...”

Бөтәһе лә мәҙәни кимәлебеҙгә бәйле

Был хат – республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына мөрәжәғәт. Ундай ялыуҙар хәҙер күп. “Росздравнадзор” мәғлүмәт­тә­ренә ҡарағанда, былтыр дауаханалар эшмә­кәрлеген тән­ҡит­ләгән хаттар, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 22 процентҡа артҡан – уҙған йыл ошо ойошмаға табип­тарҙың хеҙмәтенә ризаһыҙлыҡ бел­дергән 24 мең ялыу килгән. Улар араһында иң йыш осрағаны – айырым сирҙе дауа­ла­ған табипҡа эләгә алмауға һәм дауа­ның йоғонтоһо һиҙелмәүгә зар­ланған мөрә­жәғәттәр. Тәьҫирҙең бар­лығы-юҡлығы ва­ҡыт үткәс кенә билдәле булһа һәм уны төр­лө кеше төрлөсә баһалаһа, сираттың оҙонлоғо иһә – иң теңкәгә тейгәне. Өфөлә, мәҫәлән, күпселек поликлиникаларҙа “тар” белгестәргә бер ай алдан яҙылырға кәрәк. Тик бына ул ваҡыт арауығында ниҙәр генә булмауы ихтимал! Халыҡтың ҡануни кимәле күтәрелә барыуын һәм медицинаға талаптар арт­ҡандан-артыуын иҫәпкә алғанда, ялыуҙар киләсәктә тағы ла күбәйер, моғайын.
– Беҙ ҙә дауалау учреждение­лары­ның эшенән ҡәнәғәтһеҙлек белдерелгән хат­тарҙы көн һайын тиерлек ала­быҙ, – тигәйне Башҡортостан Баш­лығы Рөстәм Хәмитов, республиканың медицина йәмәғәтселеге йыйылышында сығыш яһап. – Айырыуса һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эше насар ойошторолоуға, сират оҙонло­ғона, табиптарға телефон аша яҙылып булмауға, льготаға хоҡуҡлылар өсөн дарыуҙар етешмәүгә зарланалар. Аңлайым, табип­тарҙың эш хаҡы бәләкәй, ләкин улар ришүәт бирергә мәжбүр иткән сирлеләр ҙә олигарх түгел бит. Бөтә был йыйылған мәсьә­ләләрҙе власть үҙе генә хәл итә алмай, сөнки уларҙың күпселеге власть вәкәләт­тәренән ситкә сыға, шуға күрә бында йәмә­ғәтселектең киң ҡатнашыуы талап ителә.
Йәмәғәтселектең ҡатнашыуы тип бында табиптарға көн дә талап ҡуйыу ғына түгел, ә уларҙың һөҙөмтәгә ынтылыуын көсәйтеү ҙә күҙ уңында тотола. Энтузиастар заманы үткән, ә беҙ һаман да табиптың Гиппократ антына тоғролоғо барыһын да хәл итә тип уйлап йөрөүҙән арына алмайбыҙ.
Күп тапҡыр ҡабатланған һәм күпселек ризалашҡан хәҡиҡәт бар: бөтәһе лә мәҙәни кимәлебеҙгә бәйле. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең эшен яҡшыртыу – табиптарҙың ғына түгел, ә тотош йәмәғәтселектең буры­сы. Дауахана табиптарының һәм хеҙмәт­кәрҙәренең тейешенсә эшләүенә йәмғиәт тә (әлеге осраҡта – сирлеләр) йоғонто яһай ала һәм яһарға бурыслы ла, юғиһә беҙ был ойошмаларҙа үҙебеҙҙе сит йорт­тағы ҡунаҡ һымаҡ тоябыҙ. Медицина хеҙ­мәтләндереүе дәүләт һәм муниципаль дауалау учреждениеларында түләүһеҙ һымаҡ күренһә лә, ғәмәлдә уның сығымдары Мотлаҡ медицина страховкаһынан – йәғни беҙҙең кеҫәнән түләнә икәнлеген онот­майыҡ. Табиптарҙың йыш осраған вайым­һыҙлығы, был өлкәлә коррупцияның киң таралыуы, яңы техника менән ҡоралланған бөгөнгө медицина шарттарында ла үлем осраҡтарының, үткән быуаттың 60-сы йылдары менән сағыштырғанда, әллә ни кәмемәүе, элекке санитар-ағартыу эшенең телевидение аша көн-төн ағылған тупаҫ рекламаға әйләнеүе һ.б. ошо бурысыбыҙҙы насар үтәү арҡаһында килеп тыуҙы.

Һаулыҡ – баһалап бөткөһөҙ хазина

Әйткәндәй, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов табиптарҙың проблемаларын күрһәтеү менән бергә уларҙың эшенә юғары баһа ла бирә. Йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәре буйынса I Рәсәй-Ҡытай конгресынан һуң һаулыҡ һаҡлау тармағы йыйылыштарының береһендә сығыш яһағанда ул табип һөнәренең илдәге демографик хәлде яҡшыртыуҙа, дәүләттең һәм уның төбәктәренең ҡеүәтен үҫтереүҙә айырым әһәмиәткә эйә булыуын да билдәләгәйне. Ә бындай үҫештең дөйөм милли төҫ алыуын Рәсәй Президентының Май указдары ла раҫлай.
Был документта ҡуйылған бурыстар­ҙың береһе – 2024 йылға илдә уртаса ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә еткереү. Ә 2030 йылға күрһәткес 80 йәштән ашырға тейеш. Әлбиттә, шундай ҙур дәүләт күләмендә был – үтә лә ҡыйыу маҡсат. Уға өлгәшеү өсөн шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау тармағына идара итеүҙе тамырынан үҙгәртеү талап ителә.
Ошонан сығып, Башҡортостан Хөкүмә­тенә лә маҡсатлы күрһәткестәр билдәләнгән. “Республикала хеҙмәт йәшендәге һәр 100 мең кешегә йылына 540 үлем осрағы тура килә. Бурыс – был күрһәткесте 350-гә төшөрөү. Барығыҙҙың да ошо күрһәткесте аңлап ҡабул итеүен һорайым”, – тине Башҡортостан Башлығы.
Уңыштар һәм етешһеҙлектәр, тәбиғи, күрһәткестәргә ҡарап билдәләнә. Ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән үлем осраҡтары, барлыҡ йәштәгеләр буйынса иҫәпләгәндә, һәр 100 мең кешегә 500 осраҡтан ашып китә, маҡсат – уны 450-нән кәмерәк итеү. Яман шештән вафат булыу күрһәткесе 100 мең кешегә ҡарата 182 осраҡ тәшкил итә. Ә маҡсат итеп ҡуйылғаны – 185 осраҡ, йәғни ғәмәлдәге күренеш билдәләнгән бурыстан яҡшыраҡ та булып сыға. Ләкин шуныһы ла бар: был сирҙе асыҡлау осраҡтары ла арта бара, һәм күрһәткестең насарайыуға табан китеүе лә бик ихтимал.
Яңы тыуған сабыйҙарҙың үлемен йәки үле килеш тыуыуын кәметеү кәрәклеге тураһында һуңғы йылдарҙа күп һөйләйҙәр һәм яҙалар. Әле ошо күрһәткес республика буйынса һәр мең балаға 5,6-5,7 осраҡ тура килә. Ҡасан ғына әле ул ете осраҡ тәшкил итә ине, республика етәкселегенең хәстәрлеге, ныҡышмалылығы нигеҙендә генә шулай байтаҡҡа төшөрә алдылар. Ә маҡсатлы бурыс был тәңгәлдә мең сабыйға 4,5 осраҡ тәшкил итә.
Бөтә был ниәттәргә өлгәшеү барлыҡ йәмғиәттең бурысы икәнлеге бәхәсһеҙ, шулай ҙа төп ролдең һаулыҡ һаҡлау систе­маһы хеҙмәткәренә тура килеүен дә һис кем инҡар итә алмайҙыр. Бөгөн беҙҙең республикала ла, Рәсәйҙә лә сифатлы медицинаға, уның ваҡытында йоғонтоло ярҙам күрһәтә алыу һәләтенә мохтажлыҡ ҙур.
Ләкин шуны онотмайыҡ: һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына талаптар ҡуйыу алдынан кеше бала саҡтан үҙ һаулығын ҡайғыртырға, уға баһалап бөткөһөҙ ҡиммәт тип ҡарап өйрәнергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн тап шулай тип әйтеп булмай. Ә дәүләткә килгәндә, ул һаулыҡ һаҡлау тармағына ҡаҙна аҡсаһын йылдан-йыл күберәк бүлә: былтыр ошо йүнәлештә 60,5 миллиард һум аҡса бирелһә, быйыл ул 68 миллиард һумдан ашты. Был күрһәткес, нигеҙҙә, яңы объекттар төҙөү иҫәбенә шулай артҡан.
Медиктарҙың эш хаҡын да насар тип булмай бөгөн. Тик бында ла дөрөҫлөктөң күҙенә ҡарайыҡ: был эш хаҡына табиптың да, шәфҡәт туташының да, фельдшерҙың да үҙ графигынан байтаҡҡа оҙағыраҡ тир түгеүе, йыш ҡына тәүлек әйләнәһенә дауахананан сыҡмауы аша өлгәшәләр. Тармаҡ етәкселеге яҡын киләсәктә ошо уҡ күләмдәге эш хаҡына нормала ҡаралған ваҡыт эсендә лә өлгәшеү мөмкинлеген вәғәҙә итә-итеүен, уныһын ваҡыт күрһәтер.
Бер үк ваҡытта яңы һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлә, дауаханалар һәм медицина үҙәктәре заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителә. Оҙаҡламай Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының яңы поликлиникаһы төҙөлә башлаясаҡ. Райондарҙан йүнәлтмә менән килгәндәр әлегеһенең бинаһы мөшкөл икәнен белә. Яңыһы иһә заманса талаптарға тулыһынса яуап бирерлек корпус буласаҡ. Шулай уҡ быйыл Кардиология үҙәгенең хирургия корпусын да һала башлаясаҡтар, Онкология диспансеры төҙөлөшө тулы ҡеүәтенә бара, уныһын киләһе йыл файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙә итәләр. Ғөмүмән, алдағы өс йылда тиҫтәнән ашыу яңы объектты сафҡа индереүҙе планлаштыралар.

Ауыл халҡын хәстәрләп

Медицинаның ауыл халҡы өсөн уңайлы булырға тейешлеген дә күҙ уңынан ысҡындырмау зарур. Был тәңгәлдә заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәрен киңәйтергә, табиптарҙың күсмә бригада булып хеҙмәтләндереүен даими ойошторорға кәрәк. Быйыл тағы ла ошондай 30 пункт асыласаҡ, төпкөл ауылдарға барып хеҙмәтләндереү өсөн 20 күсмә медицина комплексы һатып алғандар.
– Элегерәк ауыл халҡы һаулыҡ һаҡлау системаһына ҙур талаптар ҡуймай ине һәм шуға өйрәнгәйне, хәҙер ҡараш үҙгәрә, – ти Рөстәм Зәки улы. – Ауыл кешеләре медицина буйынса килеп тыуған һорауҙарға тиҙ үк яуап алырға теләй. Бөгөн ауылда мәктәп йәки юл түгел, ә медицина ярҙамы күрһәтеү беренсе урындағы мәсьәләгә әйләнде.
Ярҙам ярҙамдан айырыла, әлбиттә. Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре биргән дауа йоғонтоло һәм заманса булырға бурыслы. Икенсе төрлө әйткәндә, юғары технологияларға нигеҙләнеү шарт. Был тармаҡты ҡаҙнанан финанслауҙы арттыра барыу, нигеҙҙә, ошо маҡсаттан сығып эшләнә. 2011 йылдан алып был финанслау күләме алты тапҡырға артҡан! Һөҙөмтәлә юғары технологиялы тип баһала­нырлыҡ медицина ярҙамы 23 учреждениела күрһәтелә. Һуңғы биш йылда 151 тапҡыр бөйөр, 16 тапҡыр – йөрәк, 14 кешегә бауыр күсереп ултырыуҙары беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһының камиллаша барыуын дәлилләй.
Шулай уҡ сирҙәрҙе иҫкәртеү, диагностикалау, дауалау буйынса яңы ысулдар ҙа әүҙемерәк ҡулланыла хәҙер. Оло йәштәгеләрҙе диспансерлаштырыу быға саҡлы өс йылға бер үткәрелһә, яҡын киләсәктә йыл һайын буласаҡ. Тәбиғи, табиптарҙың балалар һаулығына иғтибарҙы көсәйтеүенә лә талап арта.
Белеүебеҙсә, быйыл 1 ғинуарҙа Республика медицина-генетика үҙәге асылды. Ул кеше һаулығына мониторинг үткәреү буйынса яңы мөмкинлектәр бирә. Генетик паспортлаштырыу, ДНК-диагностика тигән заманса төшөнсәләр килеп инде һаулыҡ һаҡлау системаһының эшмәкәрлегенә, һәм улар бөгөн үҙҙәрен тулы көсөнә күрһәтә ала. Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһында Волга буйы федераль округында беренсе булып Роботтар хирургияһы үҙәге эшләй башлауын да яңы юғары технологиялар ҡаҙанышына индерергә мөмкин. “Да Винчи” роботы ярҙамында, мәҫәлән, 50-нән ашыу операция яһалған да инде.
Табиптар етешмәүе тураһында күп һөйләйбеҙ һәм яҙабыҙ. Һуңғы йылдарҙа был ҡытлыҡ 600-ләп кешегә кәметелгән. “Ауыл табибы” программаһы ла уңышлы эшләүен дауам итә – ошо шарттар буйынса ауыл еренә бер мең өс йөҙҙән ашыу йәш белгес килгән. Әлбиттә, был ҡаҙнанан ҙур сығымдар талап итә, ләкин кеше һаулығы мөһимерәк бит. “Ауыл фельдшеры” программаһына ярашлы, үткән йылдан башлап юғары уҡыу йортон тамамлаған һәм дауаханаларҙа эшләгән белгестәрҙе аккредитаиялау мотлаҡ була башланы, был иһә уларҙың һөнәри оҫталығын арттырмай ҡалмаясаҡ.
Фән, инновациялар – бөгөнгө медицина үҫешенең нигеҙе. Молекуляр һәм генетик диагностика, виртуаль һәм телемедицина уның мөһим өлөштәренә әйләнә бара. Ҡасандыр алыҫ киләсәк эше тип ҡаралған импланттар, синтетик ағзалар, биоинженер ҡулайламалары һәм башҡаларҙы хәҙер әүҙем ҡулланалар. Яңы мәғлүмәт технологиялары белгестәргә медицина мәғлүмәттәренең бик ҙур күләмен анализларға мөмкинлек бирә.
Башҡортостанда ла яңы технологиялар үҫеше әүҙемләшә: Өфө дәүләт авиация техник университеты яңы материалдар уйлап таба, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө химия институты яңы дарыуҙар эшләп сығара, һаулыҡ һаҡлау тармағының барлыҡ ойошмалары, шул иҫәптән – ауыл участка дауаханалары ла берҙәм мәғлүмәт системаһына берләштерелгән.

Әнүәр Бакиров,
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры:


– Урындарҙы медицина белгестәре менән тәьмин итеүгә айырым иғтибар бүленә. “Ауыл табибы” программаһына ярашлы, эшкә килгән 120 һөнәр эйәһе бер тапҡыр бирелгән түләүҙе алды. Программала ҡатнашҡандарҙың йәше 50-гә саҡлы оҙайтылды. 2016 йылдан “Ауыл фельдшеры” программаһын да тормошҡа ашыра башланыҡ. Ике йылда фельдшер-акушерлыҡ пункттарына 120 һөнәр эйәһе йәлеп ителде.
Әммә был эштә ҡыйынлыҡтар ҙа юҡ түгел. “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә килеп тә ошо туралағы килешеүҙе туҡтатырға мәжбүр булған белгестәрҙең раҫлауынса, уларҙың хеҙмәт урынын ташлап китеүенең төп сәбәптәре – торлаҡ мәсьәләһен хәл итә алмау, ҡатынына йәки иренә эш урыны табылмауы, балалары өсөн көнкүреш уңайлыҡтарының яйға һалынмауы. “Ауыл табибы” программаһы тормошҡа ашырылған биш йыл ваҡыт эсендә ауылға эшкә килгән белгестәрҙең 16 проценты ғына муниципаль район хакимиәттәре ярҙамында торлаҡ шарттарын яҡшырта алды. Һөҙөмтәлә уларҙа кадрҙар менән хәл дә һәйбәтерәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Күҙ нурын һаҡлағыҙ

Күҙ нурын һаҡлағыҙ 12.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Хәҙерге заманда компьютерһыҙ, планшетһыҙ, смартфонһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереп булмай. Кешеләр...

Тотош уҡырға 53

Сәтләүектең шифаһы

Сәтләүектең шифаһы 12.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Грек сәтләүеге – файҙалы матдәләр хазинаһы. Кешеләр уның туҡландырыу һәм дауалау үҙенсәлектәрен...

Тотош уҡырға 57

“Ауыл фельдшеры” ярҙам итте

“Ауыл фельдшеры” ярҙам итте 12.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Былтыр Күмертау ҡалаһында Стәрлетамаҡ медицина колледжы филиалын тамамлағандан һуң “Дауалау эше”...

Тотош уҡырға 41

Өмөт – аҡ халатлы һылыуҙарҙа

Өмөт – аҡ халатлы һылыуҙарҙа 12.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ҡоролоштар алмашынып, заманалар үҙгәрһә лә, үткән быуатта телдән төшмәгән “кадрҙар бөтәһен дә хәл...

Тотош уҡырға 36

Йылмайып йәшәгеҙ

Йылмайып йәшәгеҙ 09.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Көн һайын эшкә барғанда йәки өйгә ҡайтҡанда кәйефте ҡырырҙай бихисап күренешкә тап булабыҙ....

Тотош уҡырға 60

Бала һаулығы – милләт һаулығы

Бала һаулығы – милләт һаулығы 09.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Кескәйҙәрҙәге яман шеш сире нимәһе менән айырыла? Был донъяла баланан да ҡәҙерле нәмә юҡ: һис...

Тотош уҡырға 118

Һырғанаҡ сәйе

Һырғанаҡ сәйе 05.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Йонсоу көндәрҙә организм ныҡлы иғтибар талап итә башлағанда, дарыухананан төрлө витамин алыуға...

Тотош уҡырға 80

Һаҡланғанға көҙ ҙә йылмайыр

Һаҡланғанға көҙ ҙә йылмайыр 05.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Көҙгө һауа торошо, тәбиғәттең моңһоулығы күптәргә насар тәьҫир итеүсән. Был хәлдән ҡотолоуҙың бер...

Тотош уҡырға 63

Киҙеүгә ҡаршы көрәш

Киҙеүгә ҡаршы көрәш 05.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Башҡортостанда киҙеүҙе иҫкәртеү маҡсатында халыҡҡа прививка эшләү кампанияһы дауам итә....

Тотош уҡырға 55

Төрлө сирҙән дауа

Төрлө сирҙән дауа 28.09.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Боронғо грек тарихсыһы Геродот яҙыуынса, Мысыр пирамидаларын төҙөүселәрҙең көндәлек ашында һәр...

Тотош уҡырға 110

Оҙаҡ йәшәгең килһә...

Оҙаҡ йәшәгең килһә... 28.09.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Калифорния ғалимдары туҡла­ныуҙың кеше һаулығына тәьҫирен өйрәнгәндән һуң, шундай һығымтаға килгән:...

Тотош уҡырға 106

Аяҡтарың өшөмәйме?

Аяҡтарың өшөмәйме? 28.09.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ҡайһы бер кешеләрҙең аяҡтары йылы көндә лә һалҡын килеш ҡала. Белгестәрҙең әйтеүенсә, был хәл йыш...

Тотош уҡырға 104