Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һәр кеше эшебеҙҙән ҡәнәғәт булырға тейеш”
“Һәр кеше эшебеҙҙән ҡәнәғәт булырға тейеш”Ишембай ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә Докучаев урамындағы 12-се йортта урынлашҡан “Мультимед” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте былтыр июнь айында үҙ ишектәрен аса. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул ҡалала ғына түгел, тотош районда танылыу яуларға, айырым предприятиелар менән үҙ-ара бәйләнеш булдырырға өлгөрә.

“Мультимед” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Резеда Саръянова – оҙаҡ йылдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләп, ҙур тәжрибә туплаған табибә. Тиҫтә йылдан ашыу район үҙәк дауаханаһы баш табибының клиника-эксперт эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын баш­ҡарырға, Салауат ҡалаһында невролог булып эшләргә лә тура килә уға. “Түләүле медицина хеҙмәттәре күрһәтеүгә бәйле үҙ эшемде асыу тураһында күптән уйлана инем. Ишембай район үҙәк дауаханаһында невролог булып эшләгән осорҙа уҡ халыҡтың тар йүнәлештәге белгестәргә эләгеү ауырлыҡтары менән яҡшы таныш булыуым да был ниәтемде нығытты”, – ти Резеда Юнир ҡыҙы.
Әлеге көндә бында терапевт, кардиолог, невролог, офтальмолог, оториноларинголог, психиатр, психотерапевт, медицина психологы ҡабул итеү алып бара. “Район дауаханаһында эшләгән осорҙан уҡ үҙемә таныш булған, хеҙмәткә мөнәсәбәтен яҡшы белгән тәжрибәле табиптарҙы саҡырҙым. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуҙары, диагностиканы дөрөҫ ҡуя белеүҙәре йәһәтенән дә уларҙы хөрмәт итәм. Үҙәктә эшләгән табиптарҙың барыһы ла юғары һәм беренсе категорияға эйә. Айырыуса оториноларинголог Валентина Винокурова, кардиолог Сәғәҙәт Суфиев, терапевт Әлфиә Сәғәҙиева, психотерапевт Игорь Абдрахманов, йәштәрҙән күҙ табибәһе Айгөл Абдуллина, шәфҡәт туташтарынан Светлана Лоҡманова, Римма Кәримоваларҙың хеҙмәтен билдәләр инем. Улар – минең төп таянысым”, – ти директор ханым.
Шулай уҡ “Мультимед”та медицина массажы хеҙмәте күрһәтелә, процедура кабинеты эшләй. Медицина күрһәтмәһе булған осраҡта ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы биреүгә лә лицензиялары бар. Рейс алдынан, уның һуңынан, смена алдынан һәм аҙағынан медицина тикшереүҙәре уҙғарыу мөмкинлегенән дә күптәр файҙалана. Шулай уҡ ҡорал ҡулланыуға, транспорт сараһына идара итеүгә медицина тикшереүе үткәрелә.
Үҙәк етәкселеге йылы, йәмле мөхит булдырыуға өлгәшкән. Хеҙмәткәрҙәрҙең иғтибарлы мөнәсәбәте, таҙа, яҡты бүлмәләр – былар барыһы ла мөрәжәғәт итеүселәрҙең күңеленә хуш килә. “Мультимед” йәмғиәте эш көндәрендә тәнәфесһеҙ 8.00-ҙән 19.00 сәғәткә тиклем ҡабул итә, шәмбелә – 9.00–15.00 сәғәттәрҙә. Йәкшәмбе – ял көнө. Бел­гестәргә алдан яҙылыу мотлаҡ. Бының өсөн телефондар – 8 (34794) 6-36-60, 8-987-051-10-35.
“Күреүегеҙсә, эшебеҙҙе яңы башлап ҡына торабыҙ, әммә киләсәккә аныҡ маҡсаттар, ҙур уй-ниәттәр билдәләгәнбеҙ. Хеҙмәтләндереүҙә төп иғтибарҙы сифатҡа йүнәлтәбеҙ. Беҙгә мөрәжәғәт иткән һәр кеше күрһәтелгән хеҙмәттәрҙән риза булырға тейеш. Шөкөр, коллективым берҙәм, эшһөйәр. Тормош иптәшем дә, сит илдә йәшәүенә ҡарамаҫтан, берҙән-бер ҡыҙым да терәк-таяныс булырға, кәңәштәре менән ярҙам итергә тырыша. Шуны тойоу көс-дәрт бирә, алдағы көндәргә ышаныс өҫтәй”, – ти Резеда Саръянова. Табибә кәңәштәрен дә биреп үтте: “Сирҙе дауалау – бик мәшәҡәт, сығым талап иткән хеҙмәт, шуға һәр кем үҙенең һаулығы тураһында алдан уйлаһын ине. Ауырыуҙың ниндәйҙер билдәләре беленә икән, үҙе үтер тип көтөргә ярамай, медицина белгестәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Мәҫәлән, инсульт, инфаркт – ваҡытында дауаланмаған ауырыуҙарҙан өҙлөгөү һөҙөмтәһе. Алдан уҙғарылған профилактик тикшереүҙәр сирҙең аҙыуына кәртә булып тора. Барыһына ла теләгем – тормоштоң матурлығын тойоп йәшәгеҙ, табип кәңәшенә мотлаҡ ҡолаҡ һалығыҙ. Бөтәбеҙ ҙә сәләмәт булайыҡ!”
Эйе, “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ” тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Ваҡытында асыҡланған ауырыу, мәлендә үткәрелгән дауалау саралары сирҙе тиҙерәк еңеүгә булышлыҡ итә. “Мультимед”та эшләүсе тәжрибәле, үҙ эшен яратҡан табиптар был йәһәттән һәр ваҡыт һеҙгә ярҙамға килергә әҙер.

Ишембай ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Күҙ нурын һаҡлағыҙ

Күҙ нурын һаҡлағыҙ 12.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Хәҙерге заманда компьютерһыҙ, планшетһыҙ, смартфонһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереп булмай. Кешеләр...

Тотош уҡырға 53

Сәтләүектең шифаһы

Сәтләүектең шифаһы 12.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Грек сәтләүеге – файҙалы матдәләр хазинаһы. Кешеләр уның туҡландырыу һәм дауалау үҙенсәлектәрен...

Тотош уҡырға 57

“Ауыл фельдшеры” ярҙам итте

“Ауыл фельдшеры” ярҙам итте 12.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Былтыр Күмертау ҡалаһында Стәрлетамаҡ медицина колледжы филиалын тамамлағандан һуң “Дауалау эше”...

Тотош уҡырға 41

Өмөт – аҡ халатлы һылыуҙарҙа

Өмөт – аҡ халатлы һылыуҙарҙа 12.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ҡоролоштар алмашынып, заманалар үҙгәрһә лә, үткән быуатта телдән төшмәгән “кадрҙар бөтәһен дә хәл...

Тотош уҡырға 36

Йылмайып йәшәгеҙ

Йылмайып йәшәгеҙ 09.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Көн һайын эшкә барғанда йәки өйгә ҡайтҡанда кәйефте ҡырырҙай бихисап күренешкә тап булабыҙ....

Тотош уҡырға 60

Бала һаулығы – милләт һаулығы

Бала һаулығы – милләт һаулығы 09.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Кескәйҙәрҙәге яман шеш сире нимәһе менән айырыла? Был донъяла баланан да ҡәҙерле нәмә юҡ: һис...

Тотош уҡырға 118

Һырғанаҡ сәйе

Һырғанаҡ сәйе 05.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Йонсоу көндәрҙә организм ныҡлы иғтибар талап итә башлағанда, дарыухананан төрлө витамин алыуға...

Тотош уҡырға 80

Һаҡланғанға көҙ ҙә йылмайыр

Һаҡланғанға көҙ ҙә йылмайыр 05.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Көҙгө һауа торошо, тәбиғәттең моңһоулығы күптәргә насар тәьҫир итеүсән. Был хәлдән ҡотолоуҙың бер...

Тотош уҡырға 63

Киҙеүгә ҡаршы көрәш

Киҙеүгә ҡаршы көрәш 05.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Башҡортостанда киҙеүҙе иҫкәртеү маҡсатында халыҡҡа прививка эшләү кампанияһы дауам итә....

Тотош уҡырға 55

Төрлө сирҙән дауа

Төрлө сирҙән дауа 28.09.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Боронғо грек тарихсыһы Геродот яҙыуынса, Мысыр пирамидаларын төҙөүселәрҙең көндәлек ашында һәр...

Тотош уҡырға 110

Оҙаҡ йәшәгең килһә...

Оҙаҡ йәшәгең килһә... 28.09.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Калифорния ғалимдары туҡла­ныуҙың кеше һаулығына тәьҫирен өйрәнгәндән һуң, шундай һығымтаға килгән:...

Тотош уҡырға 106

Аяҡтарың өшөмәйме?

Аяҡтарың өшөмәйме? 28.09.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ҡайһы бер кешеләрҙең аяҡтары йылы көндә лә һалҡын килеш ҡала. Белгестәрҙең әйтеүенсә, был хәл йыш...

Тотош уҡырға 104