Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сабыйҙар беҙҙә яҡлаулы
“Хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре! Балалы ғаиләләргә тәғәйенләнгән яңы социаль ярҙам саралары тураһында яҙһағыҙ ине. Улар хәҙер күбәйҙе, ҡайһыһын алыуға хоҡуғың барлығын белеүе лә ҡыйынлашты.

Ә. ЗАРИПОВА.
Мәләүез районы”.


Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте секретары Роза Кузьменко биргән мәғлүмәттән файҙаланып, түбәндәгеләрҙе хәбәр итәбеҙ.

2018 йылда тыуған йә иһә уллыҡҡа алынған тәүге балаға, шулай уҡ өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙарға тәғәйенләнгән айлыҡ түләүҙәр өсөн аҡса федераль ҡаҙнанан бүленә. Башҡортостан 2018 йылда социаль ярҙамдың был төрөн тормошҡа ашырыуға 533 миллион һум аҡса аласаҡ. Республикала тәүге балаға айлыҡ түләү 8892 һум тәшкил итә һәм сабыйға йәш ярым булғанға ҡәҙәр ярҙамдан файҙаланырға мөмкин.
Һеҙҙең ғаиләгеҙҙең был түләүгә хоҡуғы бармы-юҡмы икәнлеген аңлау өсөн ғаилә ағзаларының һуңғы 12 айҙағы бөтә килемен иҫәпләп, уны тәүҙә 12-гә, аҙаҡ ғаилә ағзалары һанына йәнә бүлегеҙ. Килеп сыҡҡан дәүмәл 14 247 һумдан артмаһа, һеҙҙең ғаилә был түләүҙе алырға хоҡуҡлы тигән һүҙ.
Өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн түләүҙәр күләме – 8993 һум. Был аҡса сабыйға өс йәш тулғансы бирелә. Йән башына тура килгән килемдең Башҡортостанда балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән (8483 һум) артмауы шарт.
Был социаль ярҙам төрөнә хоҡуғығыҙ булыу-булмауын белеү өсөн бөтә ғаилә ағзаларының һуңғы өс айҙағы дөйөм килемен тәүҙә өскә, аҙаҡ ғаилә ағзалары һанына бүлегеҙ. Килеп сыҡҡан дәүмәл 8483 һумдан артмаҫҡа тейеш. Шуны иҫтә тотоғоҙ: килемде иҫәпләгәндә һалым алынғанға тиклемге сумманан сығып эш итергә кәрәк.
Бала апрель йә май айҙарында тыуып, документтар социаль яҡлау органдарына һуңлап тапшырылһа ла, борсолорға урын юҡ: ғаилә үҙенә тейешле бөтә түләүҙәрҙе лә тулы күләмдә аласаҡ. Тик шуныһы, документтарығыҙҙы бала тыуғандан һуң алты айҙан да һуңламай тапшырырға онотмағыҙ. Түләүҙәр алыу өсөн ғаризағыҙ менән урындағы халыҡты социаль яҡлау органдарына йәки Күп функциялы үҙәктәргә (МФЦ) мөрәжәғәт итегеҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2017 йылдың аҙағында Рәсәй Президенты балалы ғаиләләрҙе яҡлау буйынса яңы алты сара тәҡдим итте. Тәүге балаға йәш ярымға тиклем айлыҡ түләүҙәрҙән тыш, 2018 йылда икенсе һәм өсөнсө бала тыуғанда ипотека ставкаһын түбәнәйтеү, Әсәлек капиталы программаһын 2021 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыу һәм уны файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу ҡарала. Түбән килемле ғаиләләр Әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәрҙе алыу өсөн урындағы Пенсия фонды филиалдарына мөрәжәғәт итергә тейеш.
Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов ҡарары буйынса, былтырҙан башлап йәш ғаиләләр бала тыуғанда 300 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелгән социаль түләүҙе алыуға хоҡуҡлы. Был мәсьәлә менән Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Социаль ярҙамдың был төрө торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Хәҙер унан тулы булмаған ғаиләләр ҙә файҙалана ала.
Балалы ғаиләләргә социаль ярҙам саралары ныҡ артты, хатта бөтәһен дә аңлап бөтөү өсөн тәжрибәле эксперт булыу кәрәктер. Үҙенең бер сығышында ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ла был хаҡта әйтеп үткәйне: “Бер ҙә ғәжәп түгел, Баш­ҡортостанда 1,1 миллион кеше етмештән ашыу яҡлау сараларынан файҙалана. Республикала ғаиләләргә дәүләт ярҙамының йыллыҡ күләме – 10 миллиард һум”.
Республикабыҙҙа тыуым кимәле Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғары, халыҡтың тәбиғи артыуы ыңғай баһалана. Башҡортостан күп балалы ғаиләләр һаны буйынса илдә тәүге урындарҙың береһен биләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Дөрөҫ йәшәгеҙ

Дөрөҫ йәшәгеҙ 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Заман ҙур тиҙлек менән алға елгәндә, йылдарға йылдар өҫтәлгән һайын тормоштоң мәғәнәһе, дөрөҫ...

Тотош уҡырға 146

Ғалимдар һөйөндөрмәне

Ғалимдар һөйөндөрмәне 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Сит ил ғалимдары, атап әйткәндә, АҠШ, Испания һәм Норвегия тикшеренеүселәре рәсәйҙәрҙе тиҙ...

Тотош уҡырға 72

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр

Прививкаһыҙ мәктәпкә лә, баҡсаға ла индермәйәсәктәр 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Күптән түгел Италияла яңы закон ғәмәлгә инде. Ата-әсәләр балаларын киң таралған йоғошло сирҙәрҙән...

Тотош уҡырға 103

“Сихут” сире һайлап тормай...

“Сихут” сире һайлап тормай... 29.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған таяҡса хаҡында....

Тотош уҡырға 97

“Ир менән ҡатын проблемаһы”н  еңеп сығырға мөмкин
"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны"

"Сибай ҙа, уның халҡы ла оҡшаны" 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Тап шундай йылы һүҙҙәр, яҡты уйҙар менән ҡайтырға сыҡты Өфө табиптары. Бөгөн Сибайҙа сирлеләрҙе...

Тотош уҡырға 107

Заман менән бергә атлайҙар

Заман менән бергә атлайҙар 22.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

“Йөрәк һүҙе”, “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә”, “Бала – йөрәк ите”, “Миһырбанлыҡ – йөрәктән”... Кеше...

Тотош уҡырға 80

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып"

Яман шешкә ҡаршы "ҡоралланып" 21.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Бөгөнгө “Сәләмәтлек сәғәте”ндә онкологик сирлеләрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе...

Тотош уҡырға 82

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ

Сирҙәрҙе башланғыс стадияһында уҡ асыҡлаясаҡ 16.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Учалы үҙәк дауаханаһында өлкәндәр өсөн УЗИ кабинетын йыһазландырыу эштәре бара....

Тотош уҡырға 78

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме?

Ҡәлғәгеҙ хәүефһеҙме? 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Таҙалыҡ – сәләмәтлек нигеҙе, тигән ҡанатлы һүҙҙәр хәҙерге заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай....

Тотош уҡырға 127

Үҙеңдән дә оло табип юҡ

Үҙеңдән дә оло табип юҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡтың һаҡлауға мохтаж икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ....

Тотош уҡырға 220

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ

Уйҙырмаларҙан ҡотолайыҡ 15.03.2019 // Сәләмәт булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ....

Тотош уҡырға 126