Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йән паклығы – тән таҙалығынан
Әҙәм балаһы өсөн йәненең дә, тәненең дә таҙалығы мөһим. Динебеҙ ҙә шулай ҡуша. “Ғилемдең ике төрө бар: динде белеү һәм тәнде өйрәнеү”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Икеһе лә һәр яҡлап әҙәм балаһының сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән. Тәненең үҙенсәлектәрен белгән кеше, һис шикһеҙ, һаулығына, туҡланыуға ҙур иғтибар бүләсәк.

Пәйғәмбәребеҙ, әҙәм балаларының йән сафлығын, күңел таҙалығын хәстәрләү менән бер рәттән, тән паклығына ла ҙур иғтибар йүнәлткән. Төрлө аҙыҡ-түлектең, тәмләт­кестәрҙең ҡиммәте хаҡында йыш һөйләгән ул. Мәҫәлән, ашар алдынан аҙ ғына тоҙ тәмләү кәрәклеге хаҡындағы кәңә­ше­нә туҡталып китәйек. Орга­низм­дағы метаболизм процестарын аңлау был һүҙҙәрҙең дөрөҫ­лө­гөнә инандыра. Тәмләткес ике химик элементтан – нат­рийҙан һәм хлорҙан – тора. Уларҙың тәүгеһенән организм ашҡаҙанда аҙыҡты һәйбәт эш­кәр­теү өсөн кәрәкле тоҙ кис­ло­таһын булдыра. Ошо рә­үешле тәмләткесте туҡланғанға тиклем аҙ ғына ҡулланыу уға мохтажлыҡты яйға һала. Ә тоҙға артыҡ иғтибарҙың кире эҙемтәһе хлорҙың түгел, ә натрийҙың күләме күтәрелеүгә бәйле.

Ғөмүмән, заманында Мө­хәм­мәт ғәләйһис-сәләм әйткән һүҙҙәр хәҙер заман меди­ци­наһы тарафынан да раҫ­лана бара. Пәйғәмбә­ребеҙҙең ҡай­һы бер ризыҡҡа ҡарата фекер­ҙәренә күҙ һалып үтәйек.

Бал
“Бал ҡортоноң эсенән сыҡ­ҡан төрлө төҫтәге эсемлек бар, һинең дауаң – шунда” тигән һүҙҙәр бар “Ҡөрьән Кәрим”дә. Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләмдең хәҙистәрендә лә был ризыҡ хаҡында байтаҡ әйтелә. Мә­ҫәлән, “Фәрештәләр Аллаһ Тәғәләнән бал ҡулла­нылған йортто яҡлауын, бәрәкәт кил­те­реүен һорай, – тигән Пәй­ғәмбәребеҙ. – Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы был ризыҡты ашай икән, ашҡа­ҙанына меңләгән дарыу инә һәм миллионлаған сир сығып китә. Баҡыйлыҡҡа күскәндең эсендә бал бар икән, уға ут теймәҫ, йәғни тамуҡта янмаҫ”.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм­дең шундай ғәҙәте булған: ас ҡарынлай бал һалынған һыу эскән. Был алым ашҡаҙанды нығытыу, аппетитты күтәреү, тыныслыҡ өсөн һәйбәт.

Ит

“Әгәр кемдер ҡырҡ көн буйы итһеҙ йәшәһә, хәлдән тайыр, шул уҡ ваҡытта бәғзе берәү ошондай уҡ ваҡытта иттән айырылмаһа, йөрәге ҡырыҫ­ланыр”, – тигән Пәйғәм­бә­ре­беҙ. Тимәк, был ризыҡты тейешле күләмдә ҡулланыу мөһим.
Иң яҡшы ит – ҡуйҙыҡы. Айы­рыуса бер йәшлек иркәк бәрәстеке һәйбәт. Пәйғәм­бә­ребеҙ һарыҡты күпләп аҫрарға әйҙәгән. “Бер ҡуй – фатиха, ике ҡуй – ике фатиха, ә өсәү – байлыҡ”, – тигән ул. Шулай уҡ итте тәрилкәгә һалып түгел, ә ҡулда тотоп ҡырҡырға ҡушҡан. Ул саҡта ризыҡ тәмлерәк була.

Һөт

“Һөт эсе­геҙ, – тигән Пәйғәм­бәре­беҙ. – Ул йө­рәк­тәге ҡы­ҙыу­­лыҡты ба­ҫыр. Өҫтә­үенә арҡаға көс би­рә, мейене туҡ­ландыра, күреү һәләтен һаҡ­лай, хәтерһеҙ­лектән арындыра”. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙе лә һөт яратҡан, был эсемлеккә тиң юҡлығын әйткән.

Яҫмыҡ

Был ри­зыҡты өҫтә­мә аҙыҡ ке­үек ҡулла­нырға кәңәш ителә. Ни өсөн ти­гән­дә, уны күп ашау аш­ҡа­ҙан өсөн зарарлы. Мө­хәммәт ғәләйһис-сәләмдең хә­ҙистәрендә әйтел­гәнсә, яҫмыҡтан әҙәм бала­һының йөрәге – мәрхәмәт, күҙҙәре йәш менән тула, ризыҡ артыҡ ғорурлыҡтан да арындыра. 

Киптерелгән финик

“Финикһыҙ өй – аҙыҡһыҙ өй”, – тигән Мөхәммәт ғә­ләй­һис-сәләм. Уны үҙе лә үҫ­тергән. Ба­ҙам­лы финик төрлө насар йоғонто, тәь­ҫир көсөн бө­төрә. Пәйғәмбәребеҙ әйт­кән­сә, был емеш һыу кеүек: ике­һендә лә – сафлыҡ, таҙалыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тәмле лә, файҙалы ла

Тәмле лә, файҙалы ла 21.09.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Исламда тәбиғи ризыҡ менән туҡланыуға ҙур урын бирелгән. Ә быйылғы йәй йәшелсә-емеш үҫтереү өсөн...

Тотош уҡырға 64

Ашағаның таш булмаһын, аш булһын!

Ашағаның таш булмаһын, аш булһын! 21.09.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Әлфиә Алтынбаева Магнитогорск ҡалаһында тыуған, әммә бала сағы, мәктәп йылдары Баймаҡ районында...

Тотош уҡырға 70

Яман ауырыу урап үтһен

Яман ауырыу урап үтһен 21.09.2018 // Сәләмәт булайыҡ

23 сентябрҙә Бөтә донъя түш биҙҙәре яман шешенә ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Түш биҙҙәренең яман...

Тотош уҡырға 57

Һиҙҙермәй генә килеп етеүе бар…

Һиҙҙермәй генә килеп етеүе бар… 18.09.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Көҙҙөң “бүләге” хаҡында онотмайыҡ Сентябрь ҡояшы йылыһын йәлләмәһә лә, иртәнге һалҡын яйлап ҡына...

Тотош уҡырға 40

Программаның  маҡсаты ниҙә?

Программаның маҡсаты ниҙә? 18.09.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Башҡортостан дәүләт медицина университетында пациенттарҙа инсульт менән инфарктты алдан иҫкәрткән...

Тотош уҡырға 35

Бушлай тикшерелергә мөмкин

Бушлай тикшерелергә мөмкин 17.09.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Был аҙнала Өфөлә баш һәм муйын сирҙәрен иртә диагностикалау акцияһы уҙғарыла. Ул 19 – 20 сентябрҙә...

Тотош уҡырға 42

Иң ҙур байлыҡ һағында

Иң ҙур байлыҡ һағында 14.09.2018 // Сәләмәт булайыҡ

2019 йылдың ноябренә Туймазы районында сменаһына 300 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән һәм заманса...

Тотош уҡырға 44

Көнсөл дә, артыҡ оялсан да булма

Көнсөл дә, артыҡ оялсан да булма 11.09.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Күп ауырыуҙарҙың сәбәбе нервынан икәнлеге сер түгел. Ә бына шул юҡ-барға туҙыныуҙың нигеҙе лә кеше...

Тотош уҡырға 78

Шатлыҡ та, теләк тә уртаҡ

Шатлыҡ та, теләк тә уртаҡ 11.09.2018 // Сәләмәт булайыҡ

“Ауыл табибы” программаһы буйынса 39 белгес эшкә килгән Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына...

Тотош уҡырға 42

Тәнгә лә, йәнгә лә дауа

Тәнгә лә, йәнгә лә дауа 05.09.2018 // Сәләмәт булайыҡ

– Хәҙер беҙгә дарыу эҙләп, табипҡа күренергә тип, район үҙәгенә йә булмаһа Өфөгә барырға кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 73

Тырышҡан әмәлен эҙләр…

Тырышҡан әмәлен эҙләр… 31.08.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ватандаштар” программаһы табиптарҙы йәлеп итә Авдон участка дауаханаһының хирург бүлмәһенә бөгөн дә...

Тотош уҡырға 138

Сабыйҙар беҙҙә яҡлаулы

Сабыйҙар беҙҙә яҡлаулы 16.08.2018 // Сәләмәт булайыҡ

“Хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре! Балалы ғаиләләргә тәғәйенләнгән яңы социаль ярҙам саралары...

Тотош уҡырға 179