Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала һаулығы – милләт һаулығы
Кескәйҙәрҙәге яман шеш сире нимәһе менән айырыла?

Был донъяла баланан да ҡәҙерле нәмә юҡ: һис шикһеҙ, йәшәйештең йәме лә, ғәме лә, мәғәнәһе лә ул бәғерҙәрҙе телеп тыуған сабыйҙар. Киләсәген хәстәрләгән дәүләт тә быны яҡшы аңлай: тормошта ниндәй генә мөһим проблемалар булмаһын, уларҙы хәл итеү менән бер рәттән, балаларҙың һаулығын һаҡлау – йәмғиәт өсөн иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Бының сере ябай: ил яҙмышы балаларҙың һаулығына туранан-тура бәйле, ул – медицина мәсьәләһе генә түгел, ә социаль-иҡтисади, сәйәси күренеш тә.

...Республика клиник балалар дауаханаһының гематология һәм онкология бүлегенә ошондайыраҡ уйҙар алып килде. Бында эләккәндәрҙең яҙмышы еңелдән түгел: йәшәйеш һәм мәңгелек араһындағы нескә гәлсәр күперҙә тороп ҡалған бәләкәс кешеләр ҡот осҡос сирҙәр менән көрәшергә мәжбүр, яман шеш уларҙың һәр көнөн тынғыһыҙ, ҡатмарлы көрәшкә әүерелдергән.

Ә өмөт бар. Күңелдәрҙә йәшәгән, еңеүгә ышаныс биргән күркәм тойғо ла ул, ҡанаттарҙы нығытып торған оло көс тә. Көстөң нигеҙе иһә – табиптарҙа. Һис кенә лә еңелдән булмаған юлды һайлаған, ошо бүлеккә эләккән балаларҙың яҙмышы өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә алған, ҡыйынлыҡтарға һәм ауырлыҡтарға бер ваҡытта ла зарланмаған, көнө-төнө сабыйҙарҙың һаулығы һағында торған хеҙмәт батырҙары, тип әйтеү фарыз улар хаҡында.

Әңгәмәсебеҙ Рөстәм Рауил улы БАЙРАМҒОЛОВ – оҙаҡ йылдар ошо бүлектә эшләгән тәжрибәле белгес, юғары категориялы табип-онколог, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш балалар онкологы. Үтә тынғыһыҙ эш көнө араһында ул беҙҙең менән әңгәмәләшеү өсөн ваҡыт тапты, барлыҡ һорауҙарыбыҙға ла яуап бирҙе.

– Йәш, үҫкән организмда ни өсөн онкология процесы башланыуы ихтимал?

– Был күренештең сәбәптәре әлегәсә тулыһынса асыҡланып бөтмәгән. Мәгәр, күпселек яман шеш осраҡтары бала яралғы саҡта, әсә ҡарынында уҡ барлыҡҡа килә, бәләкәс организмда патологик процесс башлана. Шулай уҡ яман шеш күҙәнәктәрҙең бүленешендә тайпылыш булғанда ла формалашыуы ихтимал. Әммә ниңә тайпылыш башланыуын фән әлегәсә аныҡ ҡына өйрәнмәгән. Әлбиттә, генетик процестар ҙа ҙур әһәмиәткә эйә: мәҫәлән, нәҫелдән нәҫелгә күсә торған яман шеш төрҙәре билдәле. Этник үҙенсәлектәр ҙә мөһим. Әммә күпселек осраҡта яман шеш организмда көтөлмәгәндә хасил булған мутацияларға, вирустарға бәйле.

– Белгестәр билдәләүенсә, был ҡурҡыныс сир, ололар ме­нән сағыш­тырғанда, бәләкәс­тәрҙә һуңыраҡ стадияла асыҡ­лана. Ә бит уйлап ҡараһаң, са­быйҙар һәм үҫмерҙәр табиптарға күпкә йышыраҡ йөрөй.

– Йыл һайын республикала уртаса 120 балаға беренсе тапҡыр яман шеш диагнозы ҡуйыла. Республика был аяуһыҙ күрһәткес буйынса Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Ленинград, Сверд­ловск өлкәләре кеүек ҙур төбәктәрҙән ҡала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алдынғылар рәтендә бара. Икенсе яҡтан, беҙҙең республикала халыҡ һанының юғары булыуын, 800 меңдән ашыу бәлиғ булмаған граждан йәшәгәнлеген иҫәпкә алыу ҙа зарур.

Йыл һайын беҙҙең бүлектә яңы тыуған сабыйҙарҙан башлап 17 йәшкә тиклемге 1200-ләп кеше госпитализация үтә. Был иҫәпкә йыл әйләнәһенә бер нисә тапҡыр килеп дауаланыусылар ҙа инә. Бүлек 40 койка-урынға иҫәпләнгән, балалар эргәһендә мотлаҡ уларҙың яҡындары ла була, тимәк, гематология бүлегендә һәр ваҡыт һигеҙ тиҫтәгә яҡын кеше бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер генә урын да бер ваҡытта ла буш торғаны юҡ.
Беҙҙең бүлеккә дауаланыусы­ларҙың 60-70 проценты сир 3-4-се стадияға еткәндә эләгә. Был шештең бер ағза сигенән сығып, башҡа органдарҙа ла таралыуын, метастазалар башланыуын аңлата. Әммә хәлдең торошон иртә диагностикалауҙың аҡһауына ғына япһарып ҡалдырырға ярамай, сөнки балаларҙа яман шеш күпселек осраҡта агрессив формала була, уғата тиҙ үҫешә. Миҫал өсөн, лейкоз, нейробластома кеүек сирҙәр ике-дүрт аҙна эсендә организмды тулыһынса зарарлай.

Нейробластоманы ғына алайыҡ. Был – бала яралғы саҡта уҡ үҫеш­кән шештәрҙең береһе, 99 процент осраҡта 15 йәшкә тиклемге бала­лар­ҙа осрай. Бик һирәк осраҡта ғына оло йәштәгеләрҙә асыҡланыуы ихтимал. Статистикаға килгәндә, 15 йәшкә тиклемге 100 мең кешегә 0,85 – 1,1 нейробластомаға дусар бала тура килә. Ауырыусыларҙың уртаса йәше 2-гә тиң. Сирләүсе­ләрҙең 90 проценты – 5 йәшкә тиклемге сабыйҙар. Нейробластома – балалар араһында иң киң таралған сир (14 %), күпселек осраҡта тыуғанда уҡ асыҡлана, башҡа патологиялар ҙа булыуы ихтимал. Бала үҫкән һайын сирләү ихтималлығы ла кәмей. Шул уҡ ваҡытта ул бик тиҙ үҫешкән агрессив сирҙәрҙең береһе.

– Статистика ни тиклем аяуһыҙ яңғырамаһын, бөгөнгө медицина дауаланыуҙың төрлө һөҙөмтәле юлдарын тәҡдим итә...
– Эйе, заман медицинаһы бер урында ғына тормай, диагности­калауҙың һәм дауаланыуҙың яңы­нан-яңы алымдарын, технологияларын тәҡдим итә. Бөгөн балалар онкологияһында һауығыу күрһәт­кесе 70-80 процентҡа тиң икән – был тап ошоноң һөҙөмтәһе. Атап әйткәндә, 10 баланың ете-һигеҙе сирҙе еңә тигән һүҙ. Бының өсөн яман шештең ниндәй стадияла булыуы мөһим түгел, әммә төрөнән күп нәмә тора. Мәҫәлән, локаль яман шештәрҙе (бер органда ғына булған, ситкә сыҡмаған) тулыһынса дауалау ихтималлығы күпкә юғары. Нефробластоманы (яралғыла үҫеш­кән шеш; бөйөр туҡымала­рында ярала, 5 йәшкә тиклемге балаларҙа йышыраҡ осрай) ғына алайыҡ. Сир 1-се стадияла булған саҡта һауығыу ихтималлығы – 100, 2-се стадияла – 90, 3-сө стадияла – 80 процент самаһы. Хатта иң һуңғы стадияла, метастазалар башланғанда ла, йүнәлеүгә өмөт бар.

Шул уҡ ҡандың яман сире – лейкозды алһаҡ та, бер нисә тиҫтә йыл элек был иң ҡурҡыныс, хәүефле, үлемесле сирҙәрҙән һанала ине. Ә хәҙер ул яҡшы дауалана – ҡайһы бер махсуслашҡан үҙәктәрҙә һауығыу күрһәткесе 85 процентҡа тиң. Быларҙың барыһы ла медицина ҙур аҙымдар менән алға киткәнлеген иҫбатлай. Бигерәк тә комплекслы дауалау алымдары юғары һөҙөмтә бирә. Был, хирургиянан тыш, химия терапияһын, таргет терапияһын (юғары технологиялы алым; дарыуҙың молекуляр кимәлдә яман шеш күҙәнәктәрен адреслы юҡҡа сығарыуы) үҙ эсенә ала. Йәш организмдың дауалауға яҡшы яуап биреүен дә иҫәпкә алырға кәрәк.

– Ниндәй билдәләр ата-әсәне һағайтырға тейеш?

– Был һорауға аныҡ ҡына яуап табыуы ҡыйын. Аяныслы, әммә онкологияның төрҙәре күп, уларҙың билдәләре лә ҡырҡа айырыла, шуға дөйөм кәңәш биреү мөмкин түгел. Шулай ҙа ҡайһы бер күренештәрҙе барлап үтәйек.

Миҫал өсөн, баланың лимфа биҙҙәре ҙурайып, бер нисә аҙна дауамында ауыртмай һәм тығыҙ килеш тора икән, борсолорға урын бар: бының лимфома лейкозы билдәһе булыуы ихтимал.

Баш мейеһе шештәре өсөн тәүлектең төрлө ваҡытында даими уҡшыу, баш ауыртыу кеүек билдә­ләр хас. Ә инде тартышыу, көҙән йыйырыу, фалиж һуғыу кеүек аныҡ неврологик тайпылыштар күҙәтелә икән, кисекмәҫтән табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Эстәге шештәр бармаҡ менән баҫҡанда уҡ беленеп тороуы ихтимал. Бигерәк тә бәләкәс кәүҙәле балаларҙа. Нисек кенә булмаһын, баланың һаулығында үҙгәрештәр тойһағыҙ, ниндәйҙер шеш-фәлән тапһағыҙ, ваҡытты әрәм итмәйенсә, тикшерелергә барыу фарыз. Тымау тейһә, аҙна эсендә кеше аяҡҡа баҫырға тейеш, әммә тәүге ҡара­маҡҡа ябай кеүек тойолған сир бер нисә аҙнаға һуҙыла икән, шулай уҡ һағайырға урын бар.
Ата-әсәләргә кәңәшем шул: шикләнегеҙ, асыҡ­лағыҙ, табиптарға мөрәжәғәт итергә тартынмағыҙ! Ниндәйҙер билдәләр күрһәгеҙ, мотлаҡ белгестәр менән кәңәшләшегеҙ! Был йәһәттән беренсел звено табиптары – шул уҡ педиатрҙар ҙа, мәҫәлән, онкологик һағайыу кеүек сифатҡа эйә булырға, яман шеш билдәләренә ориентир тоторға тейеш. Әгәр уларға шик-шөбһәле ата-әсә мөрәжәғәт итә икән, “ауырыу эҙләп йөрөмәгеҙ” тип ҡул һелтәмәҫкә, ә тәүге тикше­реүҙәрҙе үткәреү, белгестәргә юллама биреү фарыз. Ғөмүмән, етди онкологик шиктәр тыуғанда, ата-әсәнең беренсел звено табиптарына мөрәжәғәт итеүе менән па­циенттың беҙҙең бүлеккә килеп етеүе араһында иң күбе биш көн генә үтергә тейеш.

Ҡабатлап әйтәм: балалар онкологияһын диагнос­тикалауҙа һәм дауалауҙа мах­суслашҡан беҙҙең бүлектең тәж­рибәле табиптары мотлаҡ сир бармы-юҡмы икәнлеген асыҡлаясаҡ. Нисек кенә булмаһын, “онкология” тигән диагноздың булмауы мең яҡшы, шуға күрә талап ителгән барлыҡ тикшереүҙәрҙе үткәреп, ата-әсәләрҙең шиген таратыу, тынысландырыу фарыз. Шул уҡ ваҡытта, сир башланып торғанда уҡ тотоп алынһа, дауалау ҙа күпкә һөҙөмтәлерәк буласаҡ, балаға тулыһынса һауығыу мөмкинлеге бирәсәк.

– Баланың һауығыуы, дауаланыу мөмкинлектәре уның ҡайҙа йәшәүенә туранан-тура бәйле, тигән фекер менән килешәһегеҙме?

– Әлбиттә, төрлө кимәлдәге медицина хеҙмәттәрен тәҡдим иткән ҙур ҡалаларҙа йәшәгәндәрҙең һәр йәһәттән мөмкинлектәре күберәк, әммә заман ҙур аҙымдар менән алға атлағанын, араларҙы яҡынайт­ҡан технологик яңылыҡтарҙың бихисап булыуын иҫәпкә алғанда, был фекер менән бигүк килешеп бөтөп тә булмай.

Район табиптарында иғтибар­лылыҡ, мәғлүмәтлелек, онкологик һағайыу сифаттары мотлаҡ булырға тейеш, тип әйткәйнек инде. Унан тыш, беҙ улар менән интернет селтәрендәге махсус медицина мәғлүмәт селтәрендә онлайн режимда дистанцияла конференциялар, консилиумдар үткәреп торабыҙ. Был тәжрибә уртаҡлашыу, эште һөҙөмтәлерәк итеү йәһәтенән ҙур мөмкинлектәр бирә, фото һәм видеоматериалдар табиптарҙың белемен камиллаштырыуға булыш­лыҡ итә. Яңылыҡтың ни тиклем һөҙөмтәле икәнлеген киләсәктә фәнни яҡтан да нигеҙләйәсәкбеҙ, әлегә иһә ошо форматтағы ара­лашыуҙарҙың аныҡ һөҙөмтәләрен күрә башланыҡ: онкологик шик-шөбһә тыуыу менән урындағы табиптар беҙҙең менән шылтыратып кәңәшләшә, пациенттарҙы компьютер томографияһы үтергә, гистология анализдары (онкология бармы-юҡмы икәнлеген күрһәткән төп анализ) тапшырырға ебәрә, беҙҙең дауаханаға йүнәлтмә бирә. Медицинала “симптоматик интервал” тигән төшөнсә бар. Ябай итеп әйткәндә, сир билдәһе асыҡланып, аныҡ диагноз ҡуйыу араһы ул. Әлбиттә, ул ни тиклем аҙыраҡ, шул тиклем яҡшыраҡ. Һәм беҙ ошоноң өҫтөндә эшләйбеҙ: пациенттар район дауаханаларында мөмкин тиклем аҙыраҡ ваҡыт сарыфлаһын, беҙгә сирҙең иртә срогында килеп етһен. Дистанцион эшмәкәрлек ошо йәһәттән дә ҙур әһәмиәткә эйә.

Ғөмүмән, беҙҙең бүлек белгес­тәре һәр ваҡыт консультациялар бирергә әҙер, ниндәйҙер һорауҙарҙы телефондан да асыҡ­ларға мөмкин. Бик ҡатмарлы осраҡтарҙа санитар авиация бар: талап ителгәндә сирлене рес­публиканың теләһә ҡайһы төбәгенән барып алыуҙары ихтимал.
– Киләсәктә Башҡортостанда Балалар онкологияһы үҙәге төҙөргә ниәтләйҙәр. Был яман шеш сирҙәрен диагностикалау һәм дауалау йәһәтенән ниндәй мөмкинлектәр асасаҡ? Кадрҙар мәсьәләһе нисек хәл ителәсәк?

– Һис шикһеҙ, Башҡортостан кеүек күп һанлы халыҡ йәшәгән ҙур төбәктә бындай үҙәктең булыуы бик мөһим. Ихтыяждың төп билдәһе булып балалар һәм үҫмерҙәр араһында яман шеш сирҙәренең артыуы торһа, икенсе яҡтан, заман технологиялары үҫешкәндә, дауалауҙы һөҙөмтәлерәк итеү өсөн бөгөнгө көн талаптарына яуап биргән медицина мөмкинлектәрен файҙаланыу фарыз. Яңы үҙәк ошоларҙың барыһын да тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.

Халыҡ һанына бәйле нор­мативтарға килгәндә, ул үҙәктә ике бүлектең булыуы мотлаҡ. Берен­сеһе – гемобластоздарҙы (ҡан яһалышы системаһы һәм лимфа туҡымалары ауырыуҙары) дауалау өсөн. Улар араһында яман сирҙәр ҙә, яман булмағандары ла бар, әммә барыһы ла махсус дауаланыу талап итә. Ошо маҡсатта 30 койка-урынлыҡ бүлек булыуы фарыз.

Икенсе бүлек белгестәре шеш­тәрҙе дауалау менән шөғөлләнәсәк.
Үҙәк, дөйөм алғанда, 60 койка-урынға иҫәпләнәсәк. Үрҙә әйтел­гәндәрҙән тыш, әлбиттә, бында операция, реанимациялау бүлектәре, көндөҙгө стационар булдырыу ҙа ҡаралған.

Әлеге ваҡытта, республикала махсус үҙәк булмаһа ла, гематология бүлегендә балаларҙың яман шештәрен дауалау өсөн барлыҡ алымдарҙы һәм технологияларҙы тиерлек ҡулланабыҙ. Әммә әлеге мөмкинлектәр ағзаларҙы трансплантациялау һәм эре быуындарҙы эндопротезлау кеүек дауалау сараларын ҡулланырға мөмкинлек бирмәй, шуға ла ошо алымдарға мохтаж балаларҙы эре федераль онкология үҙәктәренә юллайбыҙ. Унда был йәһәттән уникаль тәжрибә, юғары квалификациялы белгестәр бар. Үҙебеҙҙә үҙәк асыл­һа, киләсәктә ошондай ҡатмарлы операцияларҙы республикала эш­ләйәсәгебеҙгә инанам, сөнки ҡеүәт бар, мөмкинлектәр булдырыласаҡ.

Матди-техник үҙенсәлектәрҙән тыш, әлбиттә, яңы үҙәкте квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә уғата мөһим. Был йәһәттән эш башлағанбыҙ. Берен­сенән, тәжрибәле табиптарҙың квалификацияһын үҫтереү, белемен камиллаштырыу талап ителә. Икенсенән, Башҡорт дәүләт медицина университетында ла онкологтар әҙерләү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Был еңел мәсьәлә түгел, сөнки педиатрия факультетын тамамлаған белгестәр беҙҙең тармаҡты һайлауҙан йыш ҡына баш тарта, сөнки ул – уғата яуаплы, хатта ауыр өлкә. Шуға ла йәштәр менән эшләү, һөнәр үҙенсәлектәрен төшөндөрөү, уларҙы ылыҡтырыу фарыз.

– Яңы үҙәк балалар ара­һындағы яман шеш сирҙәрен иртә диагностикалау мөмкин­лектәрен дә киңәйтәсәкме?
– Был – күпкә киңерәк мәсьәлә. Беренсенән, ололарҙан айырмалы рәүештә, балалар араһында яман шеш сирҙәрен иҫкәртеү мөмкин түгел. Ябайлаштырып әйткәндә, беҙ ирҙәргә һәм ҡатындарға “тәмәке тартмағыҙ, алкоголле эсемлектәр менән мауыҡмағыҙ, тәртипле тормош алып барығыҙ – яман шеш хасил булыуы ихтимал” тип әйтә алһаҡ, балалар онкологияһының хасил булыу сәбәптәре әлегәсә асыҡланып бөтмәгән, уларҙың күпселеге – тыумыштан килгән сирҙәр. Шуға ла беҙҙең тармаҡта иҫкәртеүҙән бигерәк, иртә диагнос­тикалау ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә.
Икенсенән, төбәктә онкология кабинеттарының аҙ булыуы ла бәкәлгә һуға. Район-ҡалаларҙа уларҙы ойоштороп, заманса йыһазландырып та булыр ине, бәлки, әммә кадрҙар ҡытлығы, белгестәр етмәүе был эшкә төп кәртә булып тора. Беҙҙәге халыҡ иҫәбенән сығып, республикала кәмендә һигеҙ балалар онкология кабинеты эшләһә, һис шикһеҙ, иртә диагностикалау йәһәтенән ыңғай һөҙөмтә артасаҡ.

– Эшегеҙҙең еңелдән түгел икәнлеген әйтеп тораһы ла түгел. Шул уҡ ваҡытта сирле балалар ғына түгел, уларҙың яҡындары менән дә эшләргә кәрәк бит әле...
– Бүлектә эшләгән һәр табип-онколог бер үк ваҡытта психолог та тип әйтһәм, һис яҙыҡ булмаҫ. Эйе, һөнәребеҙ иҫ киткес ҡатмарлы, үлемесле сир менән күҙгә-күҙ осрашҡан балалар менән аралашыу, уларҙы дауалау юлын билдәләү – бер, икенсе яҡтан, улар һауыҡһын өсөн ыңғай йүнәлеш биреү, яҡындарында өмөт утын һүндермәү, төшөнкөлөккә юл ҡуймау ҙа мөһим. Йәшерен-батырыны юҡ – бәғзе белгестәр бындай көсөргәнеште күтәрә алмай, һөнәри йүнәлешен алмаштыра. Шәхсән үҙемә килгәндә, эстән “был – эш, һәм мин уны еренә еткереп атҡарырға тейеш” тигән принципҡа тоғромон. Хис-тойғоларға юл ҡуйһаң, барлыҡ хәлдәрҙе йөрәгеңә яҡын алһаң, эште эшләп булмаясаҡ.
Ата-әсәләргә килгәндә, улар менән дауахана психологтары һәм мәрхәмәтлек фондтары белгестәре лә эшләй. Бәғер телеп тапҡан сабыйы иңенә ятҡан ауыр һынауҙы улар лайыҡлы күтәрергә, бала һауыҡһын өсөн барлыҡ рухи көсөн файҙаланырға тейеш.

– Ҡасандыр һеҙҙең пациент булған, балалыҡ осоронан сыҡ­ҡан кешеләр менән бәйләнешегеҙ бармы?
– Әлбиттә. Һәр бер пациенттың яҙмышы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Улар үҙҙәре лә килеп китә, ҡайһы саҡта хәл белергә, ҡайһы саҡта консультацияға. Берәүгә лә “юҡ” тип әйтмәйбеҙ, киреһенсә, өлкәнәйгәс, дауаланыуҙы дауам итергә кәрәк икән, беҙ үҙ кәңәштәребеҙҙе бирәбеҙ.
Ғөмүмән, пациент һауығып сыҡҡандан һуң ике-дүрт йыл буйы уның һаулығын күҙәтеп торабыҙ. Беренсе йылда улар өс ай һайын тикшерелеүгә килә, артабан, 18 йәше тулғансы, ярты йылға бер килеп табиптарға күренә.

Ауыр сирҙе еңеп, аяҡҡа баҫҡан, ҡәҙимге тормошҡа әйләнеп ҡайтҡан пациенттарҙың йылдан-йыл арта барыуы беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс, еңел булмаған хеҙмәтебеҙҙең һөҙөмтәһе ул. Башҡаларға иһә, нисек кенә ябай яңғырамаһын, тормоштағы иң мөһим тәғлимәтте еткергем килә: был донъяла һаулыҡтан да ҙур байлыҡ юҡ, шуға ла йәшәйешегеҙҙән йәм табып, яҡындарығыҙҙың ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ, һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Ауылға изге эш” йышыраҡ килһен

“Ауылға изге эш” йышыраҡ килһен 19.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2018 йылдың 15 сентябренән 1 ноябренә тиклем “Ауылға изге эш”...

Тотош уҡырға 58

Уйҙырмаға ышанмағыҙ! Зыянһыҙ алкоголле эсемлек булмай!

Уйҙырмаға ышанмағыҙ! Зыянһыҙ алкоголле эсемлек булмай! 19.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын донъяла өс миллиондан ашыу кеше...

Тотош уҡырға 52

Кәзә һөтөнә ни етә?!

Кәзә һөтөнә ни етә?! 19.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Уның күп ауырыуға дауа икәнлеген фән дә иҫбатлаған. Дебет һәм ит бирә торған кәзәнең әһәмиәте...

Тотош уҡырға 67

Бәрхәттәй булһын тиһәгеҙ...

Бәрхәттәй булһын тиһәгеҙ... 17.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ҡатын-ҡыҙ, ғәҙәттә, матур, йәш булып күренеү өсөн төп иғтибарҙы бит-йөҙөнә биреүсән. Әммә кешенең...

Тотош уҡырға 59

Һәр кеше табип ярҙамына мохтаж

Һәр кеше табип ярҙамына мохтаж 17.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Стәрлетамаҡтарҙы кем дауалай? Йәш кадрҙар мәсьәләһен ҡуҙғатһаҡ, Стәрлетамаҡта табиптарға, бигерәк...

Тотош уҡырға 47

Баландың дауалау көсө

Баландың дауалау көсө 16.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Баланды йөрәк-ҡан тамырҙары киңәйгәндә, гипертония, ашҡаҙан, бауыр, үт һәм бәүел ҡыуығы сирҙәренән...

Тотош уҡырға 59

Күҙ нурын һаҡлағыҙ

Күҙ нурын һаҡлағыҙ 12.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Хәҙерге заманда компьютерһыҙ, планшетһыҙ, смартфонһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереп булмай. Кешеләр...

Тотош уҡырға 70

Сәтләүектең шифаһы

Сәтләүектең шифаһы 12.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Грек сәтләүеге – файҙалы матдәләр хазинаһы. Кешеләр уның туҡландырыу һәм дауалау үҙенсәлектәрен...

Тотош уҡырға 75

“Ауыл фельдшеры” ярҙам итте

“Ауыл фельдшеры” ярҙам итте 12.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Былтыр Күмертау ҡалаһында Стәрлетамаҡ медицина колледжы филиалын тамамлағандан һуң “Дауалау эше”...

Тотош уҡырға 61

Өмөт – аҡ халатлы һылыуҙарҙа

Өмөт – аҡ халатлы һылыуҙарҙа 12.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ҡоролоштар алмашынып, заманалар үҙгәрһә лә, үткән быуатта телдән төшмәгән “кадрҙар бөтәһен дә хәл...

Тотош уҡырға 60

Йылмайып йәшәгеҙ

Йылмайып йәшәгеҙ 09.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Көн һайын эшкә барғанда йәки өйгә ҡайтҡанда кәйефте ҡырырҙай бихисап күренешкә тап булабыҙ....

Тотош уҡырға 74

Һырғанаҡ сәйе

Һырғанаҡ сәйе 05.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Йонсоу көндәрҙә организм ныҡлы иғтибар талап итә башлағанда, дарыухананан төрлө витамин алыуға...

Тотош уҡырға 95