Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Хәҙерге заманда компьютерһыҙ, планшетһыҙ, смартфонһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереп булмай. Кешеләр күп ваҡытын ошо гаджеттар менән үткәрә. Транспортта барғанда ла, урамда йөрөгәндә лә, уҡығанда ла йәштәр уларҙы ҡулдан төшөрмәй.

Мәғлүмәт менән танышҡанда, ҡыҙыҡлы фильм ҡарағанда йәки социаль селтәрҙәрҙә ултырғанда кеше иҫ киткес ҙур көсөргәнеш кисерә. Айырыуса күреү һәләтенә зыян килеүе бар. Әгәр ҙә ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, гаджеттарҙы йыш ҡулланған осраҡта ла, күҙҙәрегеҙҙең сәләмәтлеген һаҡлап ҡала алаһығыҙ, ти белгестәр.

Беренсенән, транспортта хәрә­кәт иткәндә, яҡтылыҡ етешмәгәндә смартфондарҙан файҙаланмағыҙ, бары музыка тыңлап барыуығыҙ хәйерле.
Икенсенән, күҙҙәр менән гаджет араһы яҡынса 30 сантиметр тирәһе булырға тейеш.

Өсөнсөнән, смартфондың яҡты­лығын һәм шрифттарҙың ҙурлығын дөрөҫ көйләү мөһим. Тексты һеҙ күҙ мускулдарына көсөргәнеш төшөрмәйенсә уҡырға тейешһегеҙ.

Дүртенсенән, тоноҡ һаҡлағыс пленканы ҡулланыу күҙҙәрҙе яҡты нур шәлкеменән һаҡлар.

Бишенсенән, дөрөҫ туҡланығыҙ. А витамины күп тупланған аҙыҡ-түлек — балыҡ, йомортҡа, ҡара көртмәле — күреү һәләтенә яҡшы тәьҫир итеүсән.
Смартфондарҙы дөрөҫ һайлай белеү, ышаныслы етештереүсе­ләрҙән һатып алыу хәүефһеҙлекте гарантиялай.

Күҙҙәрҙе ял иттереү өсөн ябай ғына күнегеүҙәр ҙә ярҙам итер. Электрон ҡорамалдарҙа эш барышында ярты сәғәт һайын күҙ ҡарашығыҙҙы тәҙрәгә төбәп ял иттереп алығыҙ. Күҙҙәрегеҙҙе йомған килеш ҡара­шығыҙҙы төрлө яҡҡа йүнәлтеү ҙә сәләмәтлекте һаҡлауға булышыр.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Ауылға изге эш” йышыраҡ килһен

“Ауылға изге эш” йышыраҡ килһен 19.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2018 йылдың 15 сентябренән 1 ноябренә тиклем “Ауылға изге эш”...

Тотош уҡырға 58

Уйҙырмаға ышанмағыҙ! Зыянһыҙ алкоголле эсемлек булмай!

Уйҙырмаға ышанмағыҙ! Зыянһыҙ алкоголле эсемлек булмай! 19.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын донъяла өс миллиондан ашыу кеше...

Тотош уҡырға 52

Кәзә һөтөнә ни етә?!

Кәзә һөтөнә ни етә?! 19.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Уның күп ауырыуға дауа икәнлеген фән дә иҫбатлаған. Дебет һәм ит бирә торған кәзәнең әһәмиәте...

Тотош уҡырға 67

Бәрхәттәй булһын тиһәгеҙ...

Бәрхәттәй булһын тиһәгеҙ... 17.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ҡатын-ҡыҙ, ғәҙәттә, матур, йәш булып күренеү өсөн төп иғтибарҙы бит-йөҙөнә биреүсән. Әммә кешенең...

Тотош уҡырға 59

Һәр кеше табип ярҙамына мохтаж

Һәр кеше табип ярҙамына мохтаж 17.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Стәрлетамаҡтарҙы кем дауалай? Йәш кадрҙар мәсьәләһен ҡуҙғатһаҡ, Стәрлетамаҡта табиптарға, бигерәк...

Тотош уҡырға 47

Баландың дауалау көсө

Баландың дауалау көсө 16.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Баланды йөрәк-ҡан тамырҙары киңәйгәндә, гипертония, ашҡаҙан, бауыр, үт һәм бәүел ҡыуығы сирҙәренән...

Тотош уҡырға 59

Сәтләүектең шифаһы

Сәтләүектең шифаһы 12.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Грек сәтләүеге – файҙалы матдәләр хазинаһы. Кешеләр уның туҡландырыу һәм дауалау үҙенсәлектәрен...

Тотош уҡырға 75

“Ауыл фельдшеры” ярҙам итте

“Ауыл фельдшеры” ярҙам итте 12.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Былтыр Күмертау ҡалаһында Стәрлетамаҡ медицина колледжы филиалын тамамлағандан һуң “Дауалау эше”...

Тотош уҡырға 61

Өмөт – аҡ халатлы һылыуҙарҙа

Өмөт – аҡ халатлы һылыуҙарҙа 12.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ҡоролоштар алмашынып, заманалар үҙгәрһә лә, үткән быуатта телдән төшмәгән “кадрҙар бөтәһен дә хәл...

Тотош уҡырға 60

Йылмайып йәшәгеҙ

Йылмайып йәшәгеҙ 09.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Көн һайын эшкә барғанда йәки өйгә ҡайтҡанда кәйефте ҡырырҙай бихисап күренешкә тап булабыҙ....

Тотош уҡырға 74

Бала һаулығы – милләт һаулығы

Бала һаулығы – милләт һаулығы 09.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Кескәйҙәрҙәге яман шеш сире нимәһе менән айырыла? Был донъяла баланан да ҡәҙерле нәмә юҡ: һис...

Тотош уҡырға 139

Һырғанаҡ сәйе

Һырғанаҡ сәйе 05.10.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Йонсоу көндәрҙә организм ныҡлы иғтибар талап итә башлағанда, дарыухананан төрлө витамин алыуға...

Тотош уҡырға 95