Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр кеше табип ярҙамына мохтаж
Стәрлетамаҡтарҙы кем дауалай?

Йәш кадрҙар мәсьәләһен ҡуҙғатһаҡ, Стәрлетамаҡта табиптарға, бигерәк тә тар белгестәргә ҡытлыҡ барлығы һиҙелә. Ни ҡылаһың, глобалләшеү үҙен белгертеп тора: йәштәр ауылдан – бәләкәй ҡалаларға, бәләкәй ҡалаларҙан мегаполистарға ашҡына. Аҡса, мауыҡтырғыс тормош…

Шул уҡ ваҡытта, бәхеткә күрә, урындағы халыҡтың һаулығын ҡай­ғыртып эшләгән егет-ҡыҙҙа­рыбыҙ ҙа бар. Улар ҙа ҙур аҡса, имен тормош хаҡында уйланмай ҡалмайҙыр, әммә был йәштәр өсөн үҙ мөмкинлектәре һәм етешһеҙлектәре булған урындағы йәшәйеш өҫтөнөрәк, улар тыуған ҡала һәм районында йәм табып йәшәй. Ошо үҙ ереңә ерегеүҙең серенә төшөнөп ҡарайыҡ әле.

Ҡалалағы 2-се дауахананың участка терапевы Артур Айҙа­ровтың Стәрлетамаҡ медицина колледжын тамамлап, ошо өлкәлә эшләй башлауына өс йыл ғына булып килә. Уның ҡарауы, егетте пациенттары яратып та өлгөргән. Табипҡа көнөнә – 25, киҙеү ваҡы­тында унан да күберәк кеше ҡабул итергә тура килә, әммә барыһына ла иғтибары етә. Кемдер һыуыҡ тейҙереп, кемдер ҡан баҫымына зарланып ишек шаҡый. Инфаркт хәлендә мөрәжәғәт итеү­се­ләр ҙә осрай. Ундайҙарҙы, әл­бит­тә, оҙаҡҡа һуҙмай дауаханаға һалыуҙы хәстәрләргә кәрәк. Нисек кенә булмаһын, ниндәй пациенттар ғына тура килмәһен, йәш терапевт эшен яратып, күңел биреп башҡара. Дарыу менән уколға ғына түгел, йылы һүҙгә, йылы мөнәсәбәткә лә мохтаж бит әле кеше – Артур Айҙаров ошо “Гиппократ анты” хаҡында ла онотмай.

– Һөнәрем оҡшай, уңайлы шарттар бар, иң мөһиме – пациенттар ҡәнәғәт. Шулай булғас, ниңә эшләмәҫкә, – тип ябай ғына итеп сисә серҙе Артур Риф улы. – Мәскәү, бәлки, ылыҡтырғыстыр ҙа, әммә кеше һәр ерҙә лә медицина ярҙамына мохтаж: стәрле­тамаҡтарҙы ла кемдер дауаларға тейеш, был эште башҡарыу – бурысым, тип һанайым, – тип тә өҫтәне әңгәмәсем.

Шулай… Эшеңде яратһаң, хеҙ­мәтеңдән ҡәнәғәт булһаң һәм булһалар – бар ерҙә лә тормош йәмле ул.

Йәш табиптың киләсәге ҙур, әммә шул үҫеш юлында туплайһы тәжрибә лә етерлек әле. Был йәһәттән өлгө булырҙай, кәңәш бирерҙәй колле­галарыңдың һәм тормош остазда­рыңдың барлы­ғын тойоу зарур. Медицина өлкә­һенә инде сирек быуат ғүмерен арнаған шәфҡәт туташы Земфира Ишмөхәмәтова терапевҡа ярҙам­сы ла, кәрәк икән – кәңәшсе лә. Иң мөһиме – ошо бәйләнеш юғалмаһын.

…Һәр миҙгелдең үҙ сире тигән­дәй, һыуыҡ тейеү менән бер пациент ишек шаҡый: “Артур Риф улы, мөмкинме?” Табип мәғәнәле генә итеп хәбәрселәргә ҡарап ала. Аңлайбыҙ, хушлашырға ва­ҡыт һәм йәш терапевҡа уңыштар теләп ишек ябабыҙ. Ана бит, күпме стәрлетамаҡтарҙы дауа­лай­һы бар әле уға. Ҡамасау­ламайыҡ, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәйек…

Автор: Рәмил МАНСУРОВ әҙерләне
Фото: Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары
Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Һөлөктө белеп һалырға кәрәк

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк 11.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һөлөк һалыу халыҡ медицинаһында борон-борондан килә. Уның хаҡында “Урал батыр” эпосында ла телгә...

Тотош уҡырға 78

Имбирь менән дуҫлаш

Имбирь менән дуҫлаш 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һуңғы йылдарҙа халыҡ телендә имбир һүҙе йыш ҡулланыла башланы. Был төр культура магазин...

Тотош уҡырға 166

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Иртәнге көнөбөҙ сәй эсеүҙән башлана. Ҡунаҡ килһә лә иң тәүҙә сәй менән һыйлайбыҙ, сөнки әүәлдән...

Тотош уҡырға 73

Шикселлек тә – сир билдәһе

Шикселлек тә – сир билдәһе 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Невроздар йәшәү сифатын түбәнәйтә. Әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыу, физик күнегеүҙәр менән...

Тотош уҡырға 80

Белеү зыян итмәҫ

Белеү зыян итмәҫ 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Кешене өс-алты сәғәт эсендә ҡотҡарып була. Йыл һайын йәмәғәтселек, медицина ойошмалары Бөтә донъя...

Тотош уҡырға 71

Елдәй ел, “Толпар”!

Елдәй ел, “Толпар”! 03.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы Президент гранттары фонды ярҙамында йыл да “Иң яҡшыһы —...

Тотош уҡырға 75

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ 30.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Уны йоҡтормау башлыса кешенең үҙенән тора. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хәбәр итеүенсә, Рәсәй...

Тотош уҡырға 62

Алма һуты эсегеҙ!

Алма һуты эсегеҙ! 28.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Магазиндарҙа һуттарҙың ниндәйе генә юҡ! Тәмдәре, сифаттары буйынса ла улар айырыла, хәүефһеҙлек...

Тотош уҡырға 82

Көнөнә – 250 пациент!

Көнөнә – 250 пациент! 26.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй ауылында көнөнә 250 пациентты ҡабул итеү һәләтенә эйә заманса...

Тотош уҡырға 441

Сәләмәтлек бүләк итәләр

Сәләмәтлек бүләк итәләр 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Миңә быйыл Башҡортос­таны­быҙҙың данлыҡлы һәм шифалы “Красноусол” шифаханаһында ял итеү бәхете...

Тотош уҡырға 111

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып...

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып... 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Йәнырыҫта яңы ФАП уңышлы эшләй. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 99

Ауылға ла ҡайта белгестәр

Ауылға ла ҡайта белгестәр 21.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һөнәре – йәшәү мәғәнәһе. Башҡортостанда “Ауыл табибы” программаһы 2012 йылдан уңышлы тормошҡа...

Тотош уҡырға 170