Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Уның күп ауырыуға дауа икәнлеген фән дә иҫбатлаған.

Дебет һәм ит бирә торған кәзәнең әһәмиәте тураһында күп яҙырға булыр ине. Тыуған яғым – Ейәнсура районы халҡы өсөн яңылыҡ түгел ул, әлбиттә. Был малдың игелеген күп ғаиләләр күрҙе һәм күрер әле. Ниндәй генә заман килһә лә, ул – кешегә тоғро ҡалып, бары тик мәрхәмәтлек ҡыла һәм күп файҙа бирә торған мал: хужаһын ашһыҙ, кейемһеҙ ҡалдырмаҫ.

Был яҙмамда һөт кәзәһе һәм уның ағынан яһалған ризыҡтарҙың файҙаһы тураһында һөйләмәксемен. Бәләкәй генә йылы һарай, бер йөк бесән, бер нисә тоҡ һоло булһа, әйҙә, йыл әйләнәһенә йән-тәнде көн дә сихәтләндереп торған һөт кәзәһен рәхәтләнеп аҫрап йәшәй бир. Хатта бесәнде йәй буйы аҙлап ҡына сабып, бәләкәй ҡул арбаһы менән ташып киптерһәң дә, транспортҡа киткән кеүек яғыулыҡ сығымы булмаясаҡ. Ҡасан аҡсам булыр инде, шифаханаға барыр инем, тип хыялланаһы түгел: көн һайын өҫтәл тулы һый-ниғмәт.

Кәзә һөтөнән әҙерләнә торған ризыҡ ифрат күп. Брынза, сыр, кефир, ҡорот, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, май… Рецепт өлгөләрен эҙләйһе түгел: интернет селтәрендә төрлөһө бар. Шулай ҙа иң мөһиме – ҡымыҙ. Бер нисә йыл элек беҙҙең ҡасабанан йыраҡ түгел кәзә фермаһы астылар. Хужалары – шәхси эшҡыуарҙар. Унда кәзә һөтөнән ҡымыҙ яһайҙар ҙа кибеттәргә, шифаханаларға тараталар.

Мин үҙем ял йортонда күреп ҡайттым, етештереүсенең күрше ауылдан икәнлеген белдем һәм ҡымыҙ яһау тәртибен өйрәнгем килде. Ферма хужаһы Флүрә ханым ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе.

Улар ҡасандыр Ейәнсура районы аша Сибай ҡалаһына барып, ундағы фермала кәзә малы тотоу, һөтөнән ҡымыҙ яһау серҙәренә өйрәнгән, ойотҡоһон да шунан алып ҡайтҡан. Миндәге ғорурлыҡ хисе күкрәккә һыймай торҙо шул саҡта. “Ул яҡтағы кешеләр бигерәк оҡшаны, ихлас күңелле, асыҡ, гел йылмайып һөйләшәләр”, – тигәс, тыуған яғым халҡының күркәм  милли һыҙаттары  өсөн бик ныҡ шатландым. Беҙҙең яҡ тәбиғәтенең матурлығына ла иҫтәре киткән. “Йылғаларҙың төбө күренеп ята, һыуы таҙа, һәр бер таш үҙ төҫөндә күренә, хайран ҡалдыҡ”, – тине ул.
Кәзә һөтө ризыҡтары экологик яҡтан таҙа. Улар сәләмәтлекте нығытып, бер ниндәй сиргә бирешмәйенсә йәшәү мөмкинлеген бирә. Бының шулай икәнлегенә күптән  инанғайным, ошо ышанысымды тағы ла нығыттылар.

Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылында йәшәгән апайым Гөлнисаға хәл белеп шылтыратҡан  һайын, беҙҙең һөйләшеүгә һөт кәзәһе килеп ҡыҫыла. Йә ул был малды һауып ҡына ингән, йә ҡымыҙын, һөтөн  Өфөгә ҡыҙҙарына ебәргән, йә кәзәләр бәрәсләгән.... Мин иһә ҡыҙыҡһынып тыңлайым. Беҙ йәшәгән ерҙән алыҫ түгел бер нисә кеше һөт кәзәһе тота, уларҙан һөт һорап әллә ҡайҙарҙан киләләр.

Бер йыл иһә Мәскәүгә барғанда, юлда автобусыбыҙ ватылды. Йүнәтә алмай оҙаҡ интектеләр, халыҡ өшөп, ҡатып бөттө. Мин дә ҡайтҡас ауырып киттем. Шул ваҡыт кәзә һөтө бик ныҡ ярҙам итте. Үҙебеҙҙең урамдағы Сәриә  апайға иртәнсәк үк ярты литрлыҡ банкамды тотоп барып етә инем. Яңы ғына һауылған йылы һөттө эсеп ҡайтам. Шулай итеп, ул ваҡытта  сирҙе тиҙ еңдем.

Апайым кәзәләре тураһында шундай мауыҡтырғыс итеп  һөйләй, уларҙы ҡайтып күргем, бигерәк тә ҡымыҙын эскем килә. “Еҙнәң ҡан баҫымы күтәрелеүҙән яфалана ине. Аллаға шөкөр, көнөнә өсәр тапҡыр кәзә һөтөнән ҡымыҙ эсә башлағас, хәле яҡшырҙы”, – тине бер мәл. Еҙнәй өсөн мин дә бик ҡыуандым. Ә бына Өфөләге ейәне аллергиянан йонсоған икән. Шул баланы хәстәрләп, аҙна һайын баш ҡалаға кәзә һөтө ебәреп тора. Уны даими эсә башлағас, аллергияһы артҡа сигенгән. Ә бер туғаныбыҙҙа туберкулез ауырыуын тапҡандар. Иммунитеты түбәнәйеү сәбәпле сирләгән. Уға бер нисә ай өҙлөкһөҙ кәзә һөтөн эсергәс, һөт ризыҡтарын ашата торғас, итенән аш та бешергәс, ауырыу туберкулездан арынған. Хатта табип аптыраған, нисек дауаланыуы менән ҡыҙыҡһынған. Тағы бер танышыбыҙ ашҡаҙандың сей яраһынан интеккән булған. Ябығып, йүнләп ашай алмайса йөрөгән кеше хәҙер шап-шаҡтай.

Был сирҙәр, әлбиттә, тәндең бер ере генә ауыртҡандан килеп сыҡмаған, ә бөтә ағзаларҙағы тайпылыуҙар арҡаһында хасил булған. Тимәк, кәзә һөтөнөң файҙаһы бөтөн организмды дауалаған, уны нығытҡан, иммунитетты күтәргән, йәшәйешкә кәрәкле, файҙалы витаминдар, майҙар, микроэлементтар биргән, бар ағзаларҙың эшмәкәрлеген яҡшыртҡан. ”Ҡымыҙҙың ойотҡоһон Үтәғол ауылында йәшәгән 80 йәшлек Вәкил ағайҙан алдым. Уның ике кәзәһе бар. Эй, шәп, уңған ағай”, – тине апайым.

Кәзә һөтө тураһындағы белемемде яңыртайым тип, интернетҡа индем. Ундағы мәғлүмәттәрҙе уҡып, хайран ҡалып ултырҙым. Кәзә һөтө составындағы витаминдарҙың күплегенә иҫ китерлек. Был йәһәттән һыйырҙыҡы күпкә ҡалыша. Дөрөҫ итеп ҡулланһаң, бөтөн ауырыуҙарҙан да тип әйтерлек дауаһы бар икәнлеген фән дә иҫбатлаған. Хатта иң ҡурҡыныс тип иҫәпләнгән сирҙәрҙе дауалағанда ла файҙаһы көслө. Кальций, В1, В6, Д, С, А витаминдары, организмға кәрәкле тимер, фосфор кеүек матдәләр – һәммәһе лә бар сихәтле һөттә. Кәзә малының үләндең сәскәле өлөшөн генә ашауы ла – һөтөнөң файҙалы икәнлеген күрһәткән дәлил. Аллаһ Тәғәлә донъялағы бар ғәмәлдәрҙе кеше сәләмәт йәшәһен өсөн етерлек итеп биргән. Тик беҙ һаман ситтән нимәлер эҙләйбеҙ. Әлбиттә, кәзә һөтөн ҡулланырға ярамаған осраҡтар бар, ләкин улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Был  турала ҡыҙыҡһынған кеше үҙен дауалаған табип менән кәңәшләшә ала, шулай уҡ интернетта ла мәғлүмәт табырға мөмкин.

Әлбиттә, иң ябай ҡағиҙәләр бар. Белмәгән кешеләрҙән һатып алған осраҡта, һөттө ҡайнатырға  кәрәк. Самаһын белеп, дөрөҫ итеп ҡулланһаң, тәүлек әйләнәһенә файҙалы кәзә һөтө йәшәү энергияһы, һәр ағзаға көс-ҡеүәт биреп торор. Йәне-тәне сәләмәт кеше генә был донъяның бар төҫтәрен сағыу итеп күрә, тормоштоң хозурлығына  ҡыуанып йәшәй.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ихтыяр һәм өмөт менән

Ихтыяр һәм өмөт менән 14.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ҡурҡыуҙы мотлаҡ еңергә кәрәк Онкология сире сәләмәт тормош алып барған, үҙен көслө тойған, спорт...

Тотош уҡырға 40

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк 11.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һөлөк һалыу халыҡ медицинаһында борон-борондан килә. Уның хаҡында “Урал батыр” эпосында ла телгә...

Тотош уҡырға 113

Имбирь менән дуҫлаш

Имбирь менән дуҫлаш 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һуңғы йылдарҙа халыҡ телендә имбир һүҙе йыш ҡулланыла башланы. Был төр культура магазин...

Тотош уҡырға 188

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Иртәнге көнөбөҙ сәй эсеүҙән башлана. Ҡунаҡ килһә лә иң тәүҙә сәй менән һыйлайбыҙ, сөнки әүәлдән...

Тотош уҡырға 94

Шикселлек тә – сир билдәһе

Шикселлек тә – сир билдәһе 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Невроздар йәшәү сифатын түбәнәйтә. Әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыу, физик күнегеүҙәр менән...

Тотош уҡырға 97

Белеү зыян итмәҫ

Белеү зыян итмәҫ 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Кешене өс-алты сәғәт эсендә ҡотҡарып була. Йыл һайын йәмәғәтселек, медицина ойошмалары Бөтә донъя...

Тотош уҡырға 90

Елдәй ел, “Толпар”!

Елдәй ел, “Толпар”! 03.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы Президент гранттары фонды ярҙамында йыл да “Иң яҡшыһы —...

Тотош уҡырға 88

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ 30.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Уны йоҡтормау башлыса кешенең үҙенән тора. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хәбәр итеүенсә, Рәсәй...

Тотош уҡырға 71

Алма һуты эсегеҙ!

Алма һуты эсегеҙ! 28.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Магазиндарҙа һуттарҙың ниндәйе генә юҡ! Тәмдәре, сифаттары буйынса ла улар айырыла, хәүефһеҙлек...

Тотош уҡырға 90

Көнөнә – 250 пациент!

Көнөнә – 250 пациент! 26.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй ауылында көнөнә 250 пациентты ҡабул итеү һәләтенә эйә заманса...

Тотош уҡырға 457

Сәләмәтлек бүләк итәләр

Сәләмәтлек бүләк итәләр 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Миңә быйыл Башҡортос­таны­быҙҙың данлыҡлы һәм шифалы “Красноусол” шифаханаһында ял итеү бәхете...

Тотош уҡырға 119

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып...

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып... 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Йәнырыҫта яңы ФАП уңышлы эшләй. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 108