Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Метаболизм” һүҙен беҙ спорт, дөрөҫ туҡланыу темаһына яҙылған материалдарҙа йыш осратабыҙ. Табиптар ҙа, диетологтар ҙа бер ауыҙҙан яҡшы, тиҙ метаболизмдың сәләмәтлек өсөн бик файҙалы икәнлеген раҫлай. Был терминдың ниндәй процестарҙы күҙ уңында тотоуын күптәр аңлап етмәй.

Кеше организмында бөтә ғүмер дауамында химик процестар дауам итә, улар бер секундҡа ла туҡтамай. Мәҫәлән, организмға ингән аҙыҡ эшкәртелә, файҙалы матдәләр бүленеп сыға. Был сәләмәтлек өсөн бик кә­рәк­ле матдәләр ҡан менән бөтә организм буйлап тара­ла. Мускул епсәләре ҡорола һәм тарҡала, күҙәнәк­тәр яңы­ра. Организмдан артыҡ элементтар, токсиндар сы­ға­рыла. Бөтә ошо процестарҙы метаболизм, йәғни, ябайыраҡ итеп әйткәндә, матдәләр алмашыныуы тип атайҙар.

Яй метаболизм һаулыҡҡа ни өсөн насар тәьҫир итә? Әгәр ҙә матдәләр алмашыныуы һүлпәнәйһә, уның менән бергә мускул туҡымалары үҫеше лә, күҙәнәктәр яңырыуы ла аҡрыная. Тимәк, организм файҙалы матдәләрҙе аҙыраҡ миҡдарҙа ала. Киреһенсә, зарарлылары күберәк тупланып, кешенең кәйефенә насар йоғонто яһай. Матдәләр алмашыныу тиҙлеге нигеҙҙә генетика менән тығыҙ бәйләнһә лә, уны бер ни тиклем яҡшыртыу үҙебеҙҙән тора. Ошо ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә, сәләмәтлек торошоноң яҡшырыуын, кәйефегеҙҙең күтәрелеүен мотлаҡ тойорһоғоҙ:

l туҡланыу режимын үҙгәртегеҙ, көнөнә аҙ порциялар менән, йышыраҡ (4-5 тапҡыр) ашарға тырышығыҙ;

l спорт менән шөғөлләнеү ҙә һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына, мускулдар үҫкән һайын, матдәләр алмашыныуы яҡшыра;

l күберәк һыу эсергә тырышығыҙ (сәй йәки кофе иҫәпләнмәй);

l саф һауала йөрөү һәм хәрәкәтләнеү күҙәнәктәрҙе кислород менән байыта;

l көслө стрестарға юлыҡмаҫҡа тырышығыҙ – ауыр кисерештәр, борсолоу организмдағы тәбиғи про­цестарҙы боҙоуға һәләтле.

Үҙеңдең организмыңдағы матдәләр алмашыныу барышын нисек дөрөҫ баһаларға? Уның һис тә ҡыйынлығы юҡ — метаболизмдың аҡрын барыуы хроник арыу-талыу тойғоһо, тән тиреһенең шәлперәүе сәс һәм тырнаҡтарҙың һыныусанлығы менән характерлана. Үҙегеҙҙе насар тояһығыҙ икән, тимәк, метаболизм процесы тейешенсә бармай тигән һүҙ, сәләмәтлегегеҙҙе нығытыу өсөн иғтибар һәм хәстәрлекте арттырыу мөһим.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ихтыяр һәм өмөт менән

Ихтыяр һәм өмөт менән 14.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ҡурҡыуҙы мотлаҡ еңергә кәрәк Онкология сире сәләмәт тормош алып барған, үҙен көслө тойған, спорт...

Тотош уҡырға 41

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк 11.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һөлөк һалыу халыҡ медицинаһында борон-борондан килә. Уның хаҡында “Урал батыр” эпосында ла телгә...

Тотош уҡырға 113

Имбирь менән дуҫлаш

Имбирь менән дуҫлаш 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һуңғы йылдарҙа халыҡ телендә имбир һүҙе йыш ҡулланыла башланы. Был төр культура магазин...

Тотош уҡырға 188

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Иртәнге көнөбөҙ сәй эсеүҙән башлана. Ҡунаҡ килһә лә иң тәүҙә сәй менән һыйлайбыҙ, сөнки әүәлдән...

Тотош уҡырға 95

Шикселлек тә – сир билдәһе

Шикселлек тә – сир билдәһе 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Невроздар йәшәү сифатын түбәнәйтә. Әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыу, физик күнегеүҙәр менән...

Тотош уҡырға 98

Белеү зыян итмәҫ

Белеү зыян итмәҫ 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Кешене өс-алты сәғәт эсендә ҡотҡарып була. Йыл һайын йәмәғәтселек, медицина ойошмалары Бөтә донъя...

Тотош уҡырға 90

Елдәй ел, “Толпар”!

Елдәй ел, “Толпар”! 03.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы Президент гранттары фонды ярҙамында йыл да “Иң яҡшыһы —...

Тотош уҡырға 88

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ 30.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Уны йоҡтормау башлыса кешенең үҙенән тора. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хәбәр итеүенсә, Рәсәй...

Тотош уҡырға 71

Алма һуты эсегеҙ!

Алма һуты эсегеҙ! 28.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Магазиндарҙа һуттарҙың ниндәйе генә юҡ! Тәмдәре, сифаттары буйынса ла улар айырыла, хәүефһеҙлек...

Тотош уҡырға 90

Көнөнә – 250 пациент!

Көнөнә – 250 пациент! 26.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй ауылында көнөнә 250 пациентты ҡабул итеү һәләтенә эйә заманса...

Тотош уҡырға 458

Сәләмәтлек бүләк итәләр

Сәләмәтлек бүләк итәләр 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Миңә быйыл Башҡортос­таны­быҙҙың данлыҡлы һәм шифалы “Красноусол” шифаханаһында ял итеү бәхете...

Тотош уҡырға 119

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып...

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып... 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Йәнырыҫта яңы ФАП уңышлы эшләй. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 108