Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Алтмыш йәшкә тиклемге ватандаштарыбыҙҙың 40 процентын һәләк иткән аяныслы сирҙән арыныу юлдары.

“Бөтә кеше лә донъяға бәхетле булыу өсөн тыуа. Әммә тормошта барыһы ла һин уйлағанса ал да гөл, ҡаршылыҡһыҙ шыма ғына бармай. Әле генә гөрләп торған ғүмер юлының көтмәгәндә фажиғәле өҙөлөүе, ғәҙелһеҙлек, ҡайғы менән килешмәү тойғоһоноң йөрәкте өтөүе күптәргә таныштыр.

Яҡындарыңды юғалтыу ауыр, әммә, үкенескә ҡаршы, үткәндәрҙе ҡайтарып булмай… Ҡаты ауырып китеп, ғаиләгеҙҙе, туған-тыумасағыҙҙы ҡара ҡайғыға батырыуығыҙ, яҡты уй-хыялдарығыҙҙы, киләсәгегеҙҙе селпәрәмә килтереүегеҙ ҙә ихтимал. Бәлки, бөгөнгө әңгәмә ҡайһы берәүҙәрҙе һағалаған ҡайғы-хәсрәттән, фажиғәләрҙән арындырыр, көтөлмәгән бәләләрҙән аралар, ыуалырға ғына торған бәхетегеҙҙе оҙаҡ йылдарға һаҡларға ярҙам итер. Тормош юлығыҙҙа юғалтыуҙарҙың мөмкин тиклем аҙыраҡ булыуын, атай-әсәйҙәрегеҙҙең оҙайлы ғүмер кисереүен, балаларығыҙҙың үҙегеҙгә шатлыҡ-ҡыуаныс ҡына килтереп йәшәүен теләйем”.


– Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Евгеньевна Николаеваның йөрәктән сыҡҡан һәр һүҙе йөрәккә уҡтай ҡаҙала. Сәләмәтлегеңде хәстәрләүҙең мөһимлеген аңлағанда, донъяға килгән көндән алып ҡартлыҡҡа тиклем оҙаҡ һәм бәхетле йәшәү мөмкинлегенә инандыра беҙҙе кардиологтар.

Мәсьәлә ябай түгел. Ҡан әйләнеше ағзалары сирҙәренең хәүефле факторҙары, иҫкәртеү, йөрәк сирҙәрен булдырмау саралары хаҡында, донъя, көнитмеш мәшәҡәттәренән арынып, кемдәрҙең уйланғаны бар? Бөгөнгө һөйләшеү тап шул турала – ватандаштарыбыҙҙың 40 процентын алтмыш йәшкә тиклемге ваҡыт арауығында һәләк иткән аяныслы проблема хаҡында.


– Октябрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә йөрәк хәлһеҙлеге сире буйынса III Бөтә Рәсәй форумы үтте. Илдең билдәле белгестәре, йөрәк-ҡан та­мыр­ҙары хирургтары һәм транс­план­тологтарының тап Башҡортос­тан ерендә кәңәшкә йыйылыуы юҡҡа булмағандыр, моғайын?

– Ғөмүмән, йөрәк хәлһеҙлеге йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһының киң таралған өҙлөгөүе һәм хәҙерге заман­дың иң көнүҙәк проблемаларының береһе булып тора. Йылдан-йыл иле­беҙҙә уға дусар булған ауырыуҙар арта. Шуға күрә бөтә кешелекте хафаға һалған сир тураһында күмәкләп кәңәшләшеүгә, диагностика ысулдары, дауалау һәм иҫкәртеү юлдары тураһында фекер алышыуға барыбыҙ ҙа мохтажбыҙ.

Башҡортостанда бөгөн был йәһәттән ярайһы ҙур тәжрибә тупланған, заманса дарыуҙарҙан алып дауалауҙың яңы хирургия ысулдарына тиклем барыһы ла бар. Кардиостимуляторҙар ҡуйыу, аорто­коронар шунтлау, йөрәкте күсереп ултыртыу серҙәренә лә төшөндөк. Һуңғы йылдарҙа 16 пациентҡа ҡатмарлы йөрәк күсереү операцияһы яһалды.

Бындай кимәлдәге оло форумды үткәреү өсөн Башҡортостандың һайлап алыныуы осраҡлы түгел, беҙҙә Рәсәйҙә беренсе булып йөрәк хәлһеҙлегенән яфаланған ауырыуҙарҙы күҙәтеү буйынса махсус хеҙмәт булдырылды. Ул – ошондай патологиялы ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртыуҙа, стационар һәм амбулатор дауалау-диагностика звеноһын нығы­тыуҙа тәьҫирле аҙымдарҙың береһе.
– Йөрәк хәлһеҙлеге – ул ниндәй сир? Ниндәй билдәләре буйынса уны айырырға мөмкин, Ирина Евгеньевна?

– Йөрәк хәлһеҙлеге – үҙаллы сир түгел, ул йөрәк мускулының ҡыҫҡарыу һәләтен кәметеүгә килтереүсе бик күп башҡа ауырыуҙарҙың барышын ҡатмарландыра. Тәү сиратта ошондай сирҙәр иҫәбенә йөрәк ишемияһы, миокард инфаркты, ритм боҙолоуы, оҙайлы артериаль гипертония инә. Йөрәк хәлһеҙлеге шулай уҡ кардиомиопатия, миокардит, эндокардит, йөрәктең физик кәмселеге сирҙәре ерлегендә барлыҡҡа килеүе ихтимал. Йөрәк менән бәй­ләнмәгән сирҙәрҙең дә уның үҫешенә этәргес булыуы мөмкин: ҡалҡан биҙе, бөйөр, ревматизм, анемия сирҙәре...

Ҡыҫҡаса йомғаҡлап әйткәндә, йөрәк хәлһеҙлеген раҫлаған билдәләр ифрат күп: кеше сәбәпһеҙ үҙендә арыу-талсығыу тоя, хәлһеҙлегенә зарлана, тыны ҡыҫыла, аяҡтары шешенә, йөрәге йыш ҡаға, организмды кислород менән тәьмин итеү боҙолғанлыҡтан, кешенең физик әүҙемлеге лә кәмей.
– Ауырыуҙың, үҙенең хәл торошона күнегеп китеп, хәүефле билдәләргә иғтибар бирмәүе лә мөмкин бит әле...

– Сир бит яйлап аҙа. Тәүге этапта төп сир һөҙөмтәһендә көсөргәнеште компенсациялау өсөн йөрәк бөтә ҡеүәтен эшкә егә, ғәҙәттәгенән йышыраҡ тибә башлай. Ахырҙа йөрәк камералары киңәйә. Шулай итеп, тахикардия барлыҡҡа килә, көсөргәнеш мәлендә тын ҡыҫыла, аҙаҡ хәл тағы ла хөртәйә төшә – тыныс саҡта ла тын быуыла, аяҡтар шешенә. Ауыр осраҡтарҙа үпкә һәм ҡорһаҡта һыу йыйыла.

– Сәләмәтлегеңде ошондай хәүефле сиккә еткермәү өсөн алдан саралар күреп булыр инеме?

– Әлбиттә, мәҫәлән, көндәлек тормоштан бер генә миҫалды алайыҡ. Һеҙ бына тигән хужабикә икән, ти, аш-һыуығыҙ бешкән-төшкән, йортоғоҙ ялт итеп тора. Эштән арып ҡайтҡан ирегеҙҙең алдында өлтөрәп тораһығыҙ, әммә уның кәйеф төшөнкөлөгө, арығанлығы һеҙҙе әллә ни борсомай, ял итергә бармаған бит, эшләп ҡайтҡан дабаһа. Әммә иғтибарлы ҡатындың иренең ойоҡбашын һалған мәлендә уның аяҡтарында резинка һыры ҡалғанын күреп кенә лә хәүефләнеүе мөмкин. Ошо ғына ла ирегеҙҙең сәләмәтлеге ҡаҡшауы, аяҡтарҙың шешенеүе, тимәк, йөрәктә проблемалар башланыуы тураһында хәбәр итә.

Пациенттарына ихтирамлы, һиҙгер күңелле, тәжрибәле терапевтар һеҙҙең менән бер нисә минут әңгәмәләшеү мәлендә лә, сәләмәтлек торошона баһа биреп, файҙалы кәңәштәре менән ярҙам итә ала. “Нисәнсе ҡатта йәшәйһегеҙ, дүртенселәме? Ауыр түгелме күтә­релеүе? Элегерәк еңелерәк күтәрелә инем, тиһегеҙме?” кеүегерәк һорауҙар биреп йәки пациенттың ҡулын тотоп ҡарап ҡына ла мөһим билдәләр аша сирҙе ваҡытында һиҙемләй алыр ине.

Иртән кейеп сығып киткән уңайлы туфлиға кис аяғың һыймай икән – бында ла уйланырға урын бар.

– Диагностикала ҡулланылған ысулдар менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.

– Иң ябайы – барыбыҙ өсөн дә яҡшы таныш электрокардиография (ЭКГ). Был ысул йөрәк ритмының йышайыуын йәки һирәгәйеүен күрһәтә ала, миокард инфаркты эҙемтәләрен, йөрәктең төрлө бүлектәрендәге үҙгәрештәрҙе тотоп ала.

Эхокардиография тигәне йөрәк мускулдары функцияһы боҙолоуын һәм эшмәкәрлеген асыҡларға, йөрәк ҙурлы­ғын билдәләргә, хәлһеҙлек кимәлен асыҡларға ярҙам итә. Күкрәк ситлеге рентгенографияһы үпкәләге тотҡарлыҡ күренештәрен һәм йөрәктең күпмегә ҙурайыуын билдәләй. Дөрөҫ диагнозды бары табип ҡына ҡуйырға һәм дауалау билдәләргә һәләтле!

– Тимәк, сирҙе дауалау өсөн бөтә шарттар: технологиялар ҙа, кадрҙар ҙа бар, иң мөһиме – дауалай беләбеҙ. Ни өсөн ауырыуҙар һаны артҡандан-арта һуң?
– Бәләнең башы ла шунда шул. Әле Рәсәйҙә һигеҙ миллиондан ашыу кеше ошо сирҙән яфалана. Башҡортостан реестрында уларҙың һаны алты мең ярым тирәһе иҫәпләнһә лә, ғәмәлдә 12 меңдән ашыу тип уйлайым. Йөрәк хәлһеҙлеге – өлкән йәштәгеләр өсөн хас сир. Йылдан-йыл халыҡтың ҡартая барыуын күҙәтәбеҙ, йәш артҡан һайын сирлеләр һаны ла күбәйә.

Форумда сығыш яһаған ғалимдарҙың фекеренсә, ауырыуҙарҙың йәшәү рәүе­ше, тормош сифаты түбәнлеге, инва­лидлыҡтың юғары булыуы проблеманы ныҡ тәрәнәйтә. Диспансер­лаштырыуҙың ниндәй кимәлдә үтеүенән дә күп нәмә тора. Әгәр ҙә кеше үҙенең ҡан баҫымының норманан юғарылығын белеп, ваҡытында табип күрһәтмәләрен үтәһә, инсульттан ғүмер өҙөлөү осраҡтары ла беҙҙә булмаҫ ине. Әлегә йөрәк хәлһеҙлеге – кардиологияның иң төп проблемаһы. Сирҙең тәүге билдәләре асыҡланыуҙан һуң үткән биш йыл эсендә сирлеләрҙең 50 проценты һәләк була, шуның менән бергә үлем осраҡтарының яртыһы тәүге йылға тура килә. Ауырыуҙарҙы амбулатор этабында асыҡлап, ваҡытында дауалау – иң өҫтөнлөклө йүнәлеш. Бының өсөн һәр табиптың үҙ участкаһындағы кеше­ләрҙең сәләмәтлек торошон яҡшы белеүе кәрәк.

– Ай-һай, беҙҙә бының булыуы мөмкинме икән?

– Республикабыҙҙа үткән биш көнлөк “Сәләмәтлек көнө” акцияһында ғына 16 меңгә яҡын ауырыуҙы асыҡланыҡ. Белемле, үҙ эшен яратып башҡарған әҙерлекле табиптарҙың уң ҡулдары – фельдшерҙары – ярҙамында мөһим эште контролдә тота аласағына икеләнмәйем. Пациент үҙенә ҡарата хәстәрлекле ҡарашты, ярҙам итергә әҙерлекте тойһа, һауығыуға ышанысы ла артасаҡ, туҡланыу һәм хәрәкәтләнеү режимын да теүәл үтәргә тырышасаҡ. Ауырыуҙың шыйыҡлыҡтарҙы тәүлегенә 1,2 литрҙан да күберәк эсмәүе, тоҙ ҡулланыуҙы 4 грамға тиклем сикләүе – төп шарт. Тәүлегенә аҙ-аҙлап 5-6 тапҡыр туҡланыу мөһим.

Йөрәк хәлһеҙлеген дауалау, бары­һынан элек, ошо хәлгә килтереп еткергән төп сир терапияһына нигеҙләнә, тейешле дауа уның артабан көсәйеүен тот­ҡарларға тейеш. Ғалимдар әйтеүенсә, йылдан-йыл был ауырыуға дусар булыусылар арта ғына барасаҡ. Заманса дауалауҙағы уңыштар, яңы препараттар барлыҡҡа килеүе, хирургия ысулдары­ның камиллашыуы менән бергә кешеләрҙең ғүмер оҙайлығы ла яйлап арта. Тимәк, кеше йөрәк мөмкинлектәре резервы юҡҡа сыҡҡансы, тамам туҙғансы, йәғни йөрәк хәл­һеҙлегенә дусар булғансыға ҡәҙәр йәшәйәсәк, нисек кенә булмаһын, ул өлкән йәштәгеләр һәм ҡарттарҙы күберәк аяҡтан йыға.

– Ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса махсус хеҙмәт булдырылды, тиһегеҙ, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һуң?

– Иң тәүҙә пациент үҙе йәшәгән урындағы амбулатор-поликлиника учреждениеһына мөрәжәғәт итә. Республикалағы төбәк-ара 11 үҙәктең береһендә – составында тәүге ҡан тамырҙары үҙәге булған стационарҙа дауаланыу мөмкинлеге бар. Медицина ярҙамының өсөнсө баҫҡысы – Республика кардиология үҙәге.

Әммә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен медицина проблемаһы тип кенә ҡарау дөрөҫ түгел, ул йыш ҡына социаль мәсьәләләргә барып тоташа. Рәсәй ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән генә 1 триллион һумға яҡын зыян күрә.

Ғаиләлә сабый донъяға килеү менән сиргә юл асыусы факторҙарҙы күҙ уңында тотоу хәйерле. Уларҙы ике төркөмгә айырып ҡарайыҡ: тәүгеһен һис нисек тә үҙгәртеп булмай – кешенең енесе, йәше, нәҫелдән килгән күсәги­лешлелек. Ир-аттың йөрәк ишемияһы менән йышыраҡ ауырыуы билдәле. Икенсе хәүефле төркөмгә тәмәке тартыу, саманан тыш һимереү, эскелек, аҙ хәрәкәтләнеү, дөрөҫ туҡланмау, холес­терин кимәленең юғарылығы, стресс кеүек организмды туҙҙырған, сиргә килтергән сәбәптәр инә.

Бөйөк рус физиологы Иван Павлов яҙыуынса, кешенең 100 йәшкә тиклем йәшәү ҡеүәһе булыуына ҡарамаҫтан, беҙ уны үҙебеҙҙең тотанаҡһыҙлығыбыҙ, тәртипһеҙлегебеҙ, организмыбыҙға насар мөнәсәбәтебеҙ менән күпкә ҡыҫҡартабыҙ. Әгәр ҙә ошо икенсе төркөмдәге хәүеф факторҙарына тәьҫир итергә өйрәнһәк, йөрәк сирҙәрен иҫкәртеү еңелерәк буласаҡ.

– Ирина Евгеньевна, күптән инде кардиология үҙәгенең биләмәһендә яңы заманса медицина корпусы төҙөү тураһында һүҙ бара. Был – пациенттарҙың ғына түгел, бөтә кардиологтарҙың, хирургтарҙың да хыялы...

– Заманса технологиялар, ҡорамал­дар менән йыһазландырылған яңы корпус, һис һүҙһеҙ, буласаҡ. Ошо уҡ биләмәлә. Проекты әҙер. Финанслау мәсьәләһе хәл ителеү менән эшкә тотонасаҡтар, тип бөгөн әйтә алам.

Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ихтыяр һәм өмөт менән

Ихтыяр һәм өмөт менән 14.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Ҡурҡыуҙы мотлаҡ еңергә кәрәк Онкология сире сәләмәт тормош алып барған, үҙен көслө тойған, спорт...

Тотош уҡырға 36

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк 11.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һөлөк һалыу халыҡ медицинаһында борон-борондан килә. Уның хаҡында “Урал батыр” эпосында ла телгә...

Тотош уҡырға 106

Имбирь менән дуҫлаш

Имбирь менән дуҫлаш 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Һуңғы йылдарҙа халыҡ телендә имбир һүҙе йыш ҡулланыла башланы. Был төр культура магазин...

Тотош уҡырға 180

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп

Сәй эсәбеҙ өрөп-өрөп 07.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Иртәнге көнөбөҙ сәй эсеүҙән башлана. Ҡунаҡ килһә лә иң тәүҙә сәй менән һыйлайбыҙ, сөнки әүәлдән...

Тотош уҡырға 87

Шикселлек тә – сир билдәһе

Шикселлек тә – сир билдәһе 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Невроздар йәшәү сифатын түбәнәйтә. Әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыу, физик күнегеүҙәр менән...

Тотош уҡырға 92

Белеү зыян итмәҫ

Белеү зыян итмәҫ 05.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Кешене өс-алты сәғәт эсендә ҡотҡарып була. Йыл һайын йәмәғәтселек, медицина ойошмалары Бөтә донъя...

Тотош уҡырға 85

Елдәй ел, “Толпар”!

Елдәй ел, “Толпар”! 03.12.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы Президент гранттары фонды ярҙамында йыл да “Иң яҡшыһы —...

Тотош уҡырға 85

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ

Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ 30.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Уны йоҡтормау башлыса кешенең үҙенән тора. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хәбәр итеүенсә, Рәсәй...

Тотош уҡырға 68

Алма һуты эсегеҙ!

Алма һуты эсегеҙ! 28.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Магазиндарҙа һуттарҙың ниндәйе генә юҡ! Тәмдәре, сифаттары буйынса ла улар айырыла, хәүефһеҙлек...

Тотош уҡырға 90

Көнөнә – 250 пациент!

Көнөнә – 250 пациент! 26.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй ауылында көнөнә 250 пациентты ҡабул итеү һәләтенә эйә заманса...

Тотош уҡырға 453

Сәләмәтлек бүләк итәләр

Сәләмәтлек бүләк итәләр 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Миңә быйыл Башҡортос­таны­быҙҙың данлыҡлы һәм шифалы “Красноусол” шифаханаһында ял итеү бәхете...

Тотош уҡырға 115

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып...

Ауылдаштарҙы ҡайғыртып... 23.11.2018 // Сәләмәт булайыҡ

Йәнырыҫта яңы ФАП уңышлы эшләй. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 104